6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Рафаил Диваев үҙе теләп министр вәкәләттәрен һалды
22.10.08


       Башҡортостандың эске эштәр министры Рафаил Диваев отставкаға китте. 40 йыл хеҙмәт стажына эйә булған, үҙен иң хәүефле, әммә иң почетлы милиция подразделениеһында - енәйәтте тикшереү бүлегендә эшләүгә арнаған милиционер республика Эске эштәр министрлығын 12 йылдан ашыу етәкләне.
       Милиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваевты биләгән вазифаһынан бушатыу тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 20 октябрҙә ҡул ҡуйҙы, ә иртәгәһенә республика Эске эштәр министрлығында ведомство башлығының отставкаға китеүенә аңлатма бирҙеләр.
       - Рафаил Диваев хеҙмәт итеүҙең һуңғы йәшенә етеү айҡанлы үҙе биргән рапортҡа ярашлы вазифаһынан бушатылды. Рапорт ике аҙна элек үк бирелгәйне, шуға күрә бында бер ниндәй сенсация юҡ, - тине Өфөлә уҙған брифингта БР буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Руслан Шәрәфетдинов.
       Ул, 55 йәшкә еткәс, генералдар составында контракт системаһы индерелә, вәкәләттәрҙе йыл һайын оҙайтып торорға кәрәк, тип аңлатты.
       - Шуға күрә министр ирекле отставкаға хоҡуғы менән файҙаланды ла, - тине Шәрәфетдинов һәм, бында башҡа ниндәйҙер йәшерен сәйәси сәбәптәр эҙләргә кәрәкмәй, тип айырып билдәләне.
       Рафаил Үзбәк улы Диваев 1950 йылда БАССР-ҙың Ауырғазы районы Абдрахман ауылында тыуған. Үҙенең тәүге погондарын 1969 йылда армияға саҡырылғас кейә. Диваев СССР Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәрендә инструктор- кинолог булып хеҙмәт итә. 1971 йылда, "гражданкаға" әйләнеп ҡайтҡас, ул эске эштәр органдарына эшкә инә. Стәрлетамаҡ ҡала башҡарма комитеты эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлеге кесе инспекторы вазифаһында эшләй. Өмөтлө милиционер Йылабуға урта милиция мәктәбенә уҡырға ебәрелә һәм уны 1974 йылда тамамлай. Һуңынан Диваев Нефтекама ҡала эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлегендә төрлө вазифаларҙа эшләй. 1981 йылда СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлай, бынан һуң Нефтекаманан Өфөгә айырыуса мөһим эштәр буйынса енәйәтте тикшереү бүлеге өлкән инспекторы итеп күсерелә. 1990 йылда вазифаһында үрләтелеп Нефтекамаға әйләнеп ҡайта, бында башта енәйәтте тикшереү бүлеген, һуңынан инде бөтә ҡала милицияһын етәкләй. 1995 йылдың июнендә Рафаил Диваев Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, криминаль милиция хеҙмәте начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә, ә 1996 йылдың февралендә үҙе министр була.
       Министр булып эшләгәнендә Рафаил Диваев төбәктәге енәйәтселекте йүгәнләй алды, тип әйтеү һис арттырыу булмаҫ. Уның профессионализмы һәм ойоштороу һәләтлеге арҡаһында һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан Эске эштәр министрлығы тотороҡло рәүештә илдәге иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Үҙенең ҡул аҫтындағыларҙы Диваев үҙ өлгөһө менән рухландырҙы. Мәҫәлән, хеҙмәт бурысы буйынса, министр булып та, бер нисә тапҡыр "ҡыҙыу нөктәләр"гә сыҡты. Чечняла ғына ул, дөйөм алғанда, туғыҙ ай булды.
       Диваевтың енәйәтселеккә ҡаршы көрәш эшендә юғары ҡаҙаныштарын күп һанлы дәүләт наградалары раҫлай. Рафаил Үзбәк улы Почет ордены, Салауат Юлаев ордены, күкрәккә таға торған билдәләр, исемле ҡорал һәм күп һанлы миҙалдар менән наградланған, "БР-ҙың атҡаҙанған юрисы" почетлы исеменә эйә.
       - Уның ҙур тәжрибәһе, абруйы республика именлегенә файҙаланылыр, тип уйлайым, - тип билдәләне Руслан Шәрәфетдинов, экс-министрҙың артабанғы эшкә урынлашыуы тураһында һөйләп.
       Хәҙерге ваҡытта БР буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы вазифаһын эске эштәр министры урынбаҫары, БР буйынса эске эштәр министрлығының йәмәғәт именлеге милицияһы начальнигы милиция генерал-майоры Артур Әхмәтханов башҡара.
       Республика Эске эштәр министрлығында Диваевҡа алмашҡа кем килере тураһында өндәшмәйҙәр, хәйер, был тәғәйенләү - федераль үҙәк өҫтөнлөгө бит.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал