6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Фронтта ла мөғжизәләр булғылаған
21.10.08


       Бөрө районынан тракторсы Александр Старцевты Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың декабрь көндәренең береһендә атаһы менән бергә алалар. Саҡырыу пунктында хушлашалар, мәңгегә тип уйлайҙар. Советтар Союзының ҙур территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы, фашистарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш бара.
       Атай менән ул төрлө хәрби часҡа эләгә.
       Тәүҙә Александр Старцевты Өфөгә кесе командирҙар курсына ебәрәләр. Тиҙҙән автоматсы, кесе сержант Старцев фашистарға ҡаршы һуғышҡа инә, сигенеү әрнеүен кисерә.
       Ләкин фронтта ла мөғжизәләр булғылай икән. Был 1942 йылда була. Саңлы дала юлы буйлап хәрби часть бара. Колонна менән йәнәштән артиллеристар үтә. Ҡапыл пушкаларҙың береһенән һалдат "Сашка!" тип шатланып ҡысҡырып ебәрә. Петр Николаевич Старцев улы Александр менән һуғыш юлдарында шулай осраша. Фронтта бындай хәлдәр бик һирәк була. Шуға күрә командирҙар, әгәр ул атаһы менән йәнәш һуғышһа дөрөҫ булыр, тип ҡарар итә. Һәм автоматсы Александр Старцев артиллерист булып китә. Элекке тракторсы техниканы ярата, шуға күрә орудиеның айышына тиҙ төшөнә, етмәһә, эргәһендә атаһы - артиллерист- тоҫҡаусы. Командирҙар яңы яугирҙы маҡтап бөтә алмай. Ләкин өлкән Старцев уға тынғылыҡ бирмәй:
       - Әлегә һин насар артиллерист. Пушканың айышына төшөнөп, үҙ бурысыңды аңланың да, шуның менән эш бөттө, тип уйлайһыңмы? Һуғышта, Сашка, һәр береһе бөтә орудие өсөн эш итә белергә өйрәнергә тейеш.
       Һәм Александр һуғыш шарттарында һәр орудие номерының эш нескәлектәрен өйрәнә. Һуғышта сафтан сыҡҡан иптәшеңде алмаштыра алыу - бик мөһим эш.
       Артиллерист-тоҫҡаусы булараҡ Александр Старцев 1942 йылдың көҙөндә тәүге һуғышҡа инә.
       Ә алда Курск дуғаһындағы бөйөк алыштар тора. 1943 йылдың 5 июлендә - ҡот осҡос турағыс башы. Фашистар һаман да фронтты өҙөргә һәм Мәкәүгә юл алырға өмөтләнә. Һуғыш ерҙә лә, күктә лә бара. Бомбалар һәм снарядтар шартлауҙан, танк армадалары күтәргән ҡором һәм саң болотонан төнгө кеүек ҡараңғылыҡ урынлаша.
       Ике һөҙәк ҡалҡыулыҡ араһында йәшеренгән уйһыулыҡта беҙҙең орудие тора. Уның эргәһендә дары ҡоромона буялған дүрт һалдат. Был кесе сержант Александр Старцевтың расчеты. Дошман ҡыҫырыҡлауын дауам итә. Ҡалҡыулыҡ һыртынан ун ете танк күренә. Уларға ҡаршы бер орудие һәм дүрт һалдат. Артиллеристар тура тейҙереү өсөн дошманды яҡыныраҡ ебәрә.
       - Огонь! - тип команда бирә Старцев. Фашистарҙың ялҡын ялмап алған баштағы танкы ҡалҡыулыҡ итәгендә тынып ҡала.
       - Снаряд!
       Икенсе танк яндырыла.
       Тиҙҙән ҙур усаҡҡа әүерелгән дүрт танктан ҡуйы ҡара төтөн бағанаһы күккә күтәрелә. Ҡалғандары артҡа сигенә. Яңы һөжүмгә әҙерләнеү өсөн.
       Ә Старцевтың ҡороусыһы юҡ, ул һәләк була.
       Дошман танкылары яңынан һөжүмгә сыға. Александр был алышта ҡороусы өсөн дә, тоҫҡаусы өсөн дә эш итә, үҙе үк ата. Ул үҙ һалдат бурысын үтәй, һәм яҡшы үтәй. Кесе сержанттың хәтерендә ҡалған һуңғы күренеш - алыҫта ике дошман танкы дөрләп яна, ә сылбыры ватылған береһе ҡалҡыулыҡта ҡатып ҡалған. Ҡапыл орудие эргәһендә снаряд шартлай, һәм Александр Старцев башҡа бер нәмә лә хәтерләмәй. Ул госпиталдә иҫенә килә.
       Был ваҡытта командование Александр Петрович Старцевты Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтеү өсөн награда документтары әҙерләй.
       Документтарҙа шулай тип әйтелгән:
       "122-се гвардия артиллерия полкы орудиеһы тоҫҡаусыһы гвардия кесе сержанты А.П. Старцев 1943 йылдың 6-7 июлендә Белгород өлкәһе Яковлево ауылы эргәһендәге оборона һуғыштарында батырлыҡ күрһәтте...
       6 июлдә танкылар батареяға һөжүм итә. 17 фашист танкы иптәш Старцевтың орудиеһына табан юл ала. "Тыуған ил өсөн! Сталин өсөн!" тип ҡысҡырып, ул ут ҡойоно аса. Атыу позицияһын төтөн һәм ялҡын ялмап ала, күктән "юнкерс"тар туҡтауһыҙ бомба яуҙыра. Тиңһеҙ көрәш һөҙөмтәһендә дошмандың өс Т-4 танкы һәм дүрт уртаса танкы яндырыла. Дошман ут рубежын ала алмай.
       7 июлдә, атыу позицияһына дошман танкылары һәм пехотаһы яҡынлашҡас, иптәш Старцев, яраланған, ҡанһыраған көйөнсә, үҙ орудиеһынан һуңғы снарядына тиклем ут яҙыра. Дүрт немец танкын һәм ете автомашинаһын юҡ итә".
       Әйтергә кәрәк, рәсми документ йәнле яҙылған, яҡташыбыҙҙың "йондоҙло" алышының дөйөм картинаһын тулыландыра.
       1943 йылдың 21 сентябрендә А.П. Старцевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирәләр. Был турала Александр Петрович госпиталдә белә. Аңлашыла, уның палатаһындағы яралылар уның ҡайҙан, кем булыуы хаҡында һораша башлайҙар. Александр 1922 йылдың 21 октябрендә Бөрө районының Старицино ауылында тыуыуы тураһында һөйләй. Мәктәпте тамамлаған, тракторсы булып эшләгән. Ошо хеҙмәт посынан армияға киткән.
       Яраланғандан һәм госпиталдә дауаланғандан һуң Александр Старцев Хәрби-диңгеҙ авиация техник училищеһы курсанты итеп алына. Училищены тамамлағас, һаулығы ҡаҡшау арҡаһында Совет Армияһы сафынан демобилизациялана. "Гражданка"ла ул хәрби- диңгеҙ формаһын кейеп йөрөй. Ул уға бик тә килешә. Быға һеҙ һуғыштан һуң төшкән һүрәтен ҡарап инана алаһығыҙ.
       Армиянан демобилизацияланғандан һуң Александр Петрович Пермь ҡалаһында төпләнә. Һыуытҡыс ҡоролмалары буйынса механик булып эшләй. Бер нисә мөһим рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә. Башҡортостанда Геройҙы онотмайҙар, Бөрө ҡалаһында урамдарҙың береһенә уның исеме бирелгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал