6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Миҙалдарҙы йөҙәрләп иҫәпләйбеҙ
21.10.08


       "Алтын көҙ" наградаларын республика тиҫтәләп түгел - йөҙәрләп иҫәпләй. Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенә Башҡортостан предприятиелары төплө әҙерләнде, шуға күрә йомғаҡ та тос. Төрлө дәрәжәләге 500-гә яҡын миҙал. Һөҙөмтә тиңһеҙ. Наградаларҙың күп өлөшө - юғары дәрәжәләге: 252 алтын һәм тағы 80 - Ҙур алтын миҙалдар. Һуңғылары - унынсы, юбилей күргәҙмәһе индергән яңылыҡ. "Алтын көҙ"ҙө ойоштороусылар һуңғы өс йыл рәттән "алтын" алыусыларҙы шулай итеп дәртләндерергә ҡарар иткән.
       Хәйер, эш миҙалдарҙа ла түгел, ә продукцияны үткәреүҙә, яңы һатыу баҙарҙарында һәм үҙ конкуренцияға һәләтлегеңде объектив баһалауҙа.
       Илдең аҙыҡ-түлек баҙарында "башҡорт" һүҙе аҡрынлап "сифатлы" һүҙенең синонимы була бара. Төп башҡорт бренды - ул, әлбиттә, бал. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге республикала ла, унан ситтә лә был продукция менән иң билдәле тәьмин итеүсе. Мәскәүҙә йәки Питерҙа һәр ҙур магазинда тиерлек этикеткаһында "башҡорт балы" бренды менән банкаларҙы табырға мөмкин. Ләкин ҙур проблема бар. Яҙыуҙар йыш ҡына унда һалынған продуктҡа тап килмәй. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ғәҙелһеҙлеккә һәм һатыусыларҙы алдауға ҡаршы көрәшеп ҡарай, ләкин әлегә һөҙөмтәһеҙ. "Алтын көҙ"ҙә икенсе төрлөрәк эш итергә һәм мәскәүҙәрҙең күҙен асырға ҡарар иттеләр. Үҙҙәре менән өс тонна саф башҡорт балы алып, умартасылар күргәҙмәлә бер юлы өс урында урынлаштылар: Башҡортостандың берләшкән экспозицияһында, малсылыҡ павильонында һәм туранан-тура асыҡ һауа аҫтында, улар балды һәм умартасылыҡ продукттары нигеҙендә дауалау- профилактика препараттарын тәмләп ҡарау һәм һатыуҙы ойошторҙолар.
       Күргәҙмә көндәрендә һатылып өлгөрмәгән продуктты килешеү буйынса Мәскәү магазиндарына тапшырҙылар.
       Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми- тикшеренеү үҙәге белгестәре күргәҙмә һөҙөмтәләре менән бик ҡәнәғәт ҡалды. Ғилми-тикшеренеү үҙәге "Алтын көҙ" наградаларының иң күбен яуланы. 209! Шуларҙың 20-һе - "көмөш", шул тиклем үк - "бронза", ҡалғандары - "алтын" һәм "ҙур алтын".
       Башҡортостан экспозицияһы тура һәм күсмә мәғәнәһендә лә иң ҡыҙыҡлыһы, төрлөһө һәм тәмлеһе булды. "Пышка" компанияһы төркөмө башҡорт кухняһын бөтә нескәлектәре менән бирҙе, ҡунаҡтарҙы традицион аш-һыуҙары менән һыйланы һәм милли кулинар оҫталыҡтары менән хайран итте. Артистар башҡорт йырҙарын, бейеү композицияларын башҡарҙы. Ҡурайсыларҙың өҙҙөрөп уйнауы иғтибарҙы йәлеп итте. Башҡа төбәктәрҙең экспозициялары бындай тамаша һәм тәмле аш- һыуҙары менән айырылып торманы. Моғайын, шуға күрәлер ҙә ҡайһы берҙә, ҡурайсылар "ныҡ ҡысҡыртып уйнай тип зарланып", ойоштороусыларға мөрәжәғәт итеүселәр булды. Ә бына күргәҙмәгә килгән халыҡҡа оҡшаны - беҙҙең экспозиция эргәһендә һәр ваҡыт кеше күп булды.
       "Алтын көҙ"ҙә республика 116 предприятие продукцияһының өлгөләрен күрһәтте. Ҙур экрандарҙа ауыл хужалығы етештереүселәре һәм тотош төбәктең агросәнәғәт комплексы тураһында мәғлүмәт барҙы.
       Был күргәҙмәлә беҙ үҙебеҙҙе генә күрһәтмәнек, башҡаларға ла күҙ һалдыҡ. Күрелгәндәр белгестәрҙе ҡыуандырҙы. Республика Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәй ауыл хужалығы машиналары эшләүҙә алға китеш барлығын билдәләне. Элек сит ил һәм ватан ауыл хужалығы техникаһын сағыштырырлыҡ та түгел ине: был автомобилде йыһан карабы менән сағыштырыуға тиң булды. Хәҙер Рәсәй етештереүселәре алға ҙур аҙым яһаны. БР Ауыл хужалығы министрлығы башлығы урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайһы бер позициялар буйынса Рәсәй ауыл хужалығы машиналары эшләүселәре үҙҙәренең көнбайыш конкуренттарын ҡыуып етеп бара. Был, хәҙер республика машина-технологик станцияларына сит ил техникаһы аҙыраҡ, ә Киров һәм Ростов машиналары күберәк киләсәк, тигән һүҙ. Һуңғы йылдарҙа тап шулай бара ла. Хәҙер, Зәйнуллин әйтеүенсә, беҙҙең МТС-тарҙың техник паркы ватан ауыл хужалығы машиналары менән 40 процентҡа комплектланған, киләсәктә нисбәт Рәсәй техникаһы файҙаһына үҙгәрергә тейеш.
       "Алтын көҙ"ҙә республикабыҙҙан ҡатнашыусылар барыһы ла награда алды. Башҡортостан Хөкүмәтен дә индереп, уға күргәҙмә гран-прийы тапшырылды. Был хөрмәтле бүләк - күргәҙмәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн. Уны республика бишенсе тапҡыр ала инде.
       Конкуренция бик ҡаты булыуын аңлатыу өсөн шуны әйтер инем - "Алтын көҙ"ҙә Рәсәйҙең 75 төбәге үҙ экспозицияларын ҡуйҙы. Дөйөм алғанда, донъяның 30-ҙан ашыу иленән ике мең ярымдан артыҡ экспоненттар булды. Күргәҙмә 80 мең квадрат метрҙан ашыу дөйөм майҙан менән Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең бер нисә павильонын биләне.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал