6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Уның доньяға ҡарашы яҡты һәм асыҡ төҫтәргә мансылған
19.03.04


       "Ул дуҫтары араһында һәр ваҡыт яҡты йөҙлө, асыҡ күңел ле булды. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙенә йомолған, сәйер кеше ине . Үҙенең оҙаҡ йәшәмәүен аңлай ине."- тип хәтерләйҙәр уны яҡы ндары.
       Рәссам Александр Рыбаков, ысынлап та, ни бары 45 йәшен дә вафат була. "Ижад" галереяһында асылған күргәҙмә уның тыу ған көнөнә -10 мартта асылды.
       Рәссамдың үҙенең иҫтәлектәре буйынса, тәүге рәссам дәрес тәрен ул әсәһенән ала. Уның менән бергәләп ул ҡағыҙҙан сәскә ләр эшләү менән мауыға. Сағыу төҫтәр, матур сәскәләр доньяһ ы уны тулыһынса әсир итә.
       Ниндәйҙер ваҡыт үткәс Иланск ҡалаһынан ғаилә Өфөгә күсе п килә. Александр тәүҙә мәктәптә , һуңынан училище тамамлап,
       газүткәргес трассаһында эшләй. Һуңынан Рыбаков моторҙар төҙ өү берекмәһенә эшкә күсә. Бында ул һүрәт төшөрөргә яратҡан э шселәр менән таныша һәм Геннадий васильевич Огородов изостуд ияһында шөғөлләнә башлай. Һынлы сәнәғәткә тап Огородов юл а са ла инде.
       Рәссамдың яҡындары уның тураһында былай ти: - Александр ҡайһы ваҡыт һүрәттә, картинала сағылдырмаҫлыҡ п редметтарҙы ла күрә белеп, уны үҙенсәлекле итеп һүрәтләй бел еүе менән таң ҡалдыра ине. Улар араһында сәскәгә күмелгән бо лондар, томанлы иртә һәм билдәһеҙлеккә киткән һуҡмаҡтар... Әммә уларҙың һәр береһенән тормош көсө, яҡты энергия, илаһи матурлыҡ бөркөлә...
       Галереяла картиналарының береһе - күҙлек кейгән һөйкөмл ө йәш Рыбаковтың портреты. Был картинана Геннадий Огородов я ҙған. Рабаков, үҙ сиратында, үҙенең уҡытыусыһының портретын төшөргән.
       Яҙылып бөтөлмәгән картиналарҙың һәр береһендә тиерлек төҫ тәр гөлләмәһе. Рәссам өсөн форма төшөнсәһе мөһим түгел. Мәҫә лән, "Болондағы ҡыҙ" исемле картинаһында ҡыҙҙың фигураһы та мамланмаған фигура, уны тик зәңгәр, һары, йәшел, ҡыҙғылт төҫ тәргә мансылған сәскәләр генә уратып алған.
       "Ҡыҙыл йорт" картинаһы төнөн дә, көндөҙ ҙә тормош ҡайна п торған ҡала булып күренә. Әммә иғтибарлыраҡ ҡараһаң, карт инала тик ҡаланың сите генә һүрәтләнгән икән. Сағыу төҫтәр ҡ айнап торған тормоштокүрһәтә икән. Рәссамдыҡ төҫтәргә йән өр өү һәләтлеге хайран ҡалдыра.
       Әйтеүҙәренсә, Александар Рыбаков үҙенең иртә үлерен тойған . Шуға ла өйләнмәгән, уның иң яҡын кешеләре Сергей Литвинов,
       Владислав Меос, Виктор Рязанов. рәссамдың ике картинаһын һа тып улар уның ҡәберенә һәйкәл ҡуя һәм күргәҙмә үткәрә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал