6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Медсовет-2008
20.10.08


       Архангел районы уҙған йома көндө үҙендә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советының дүртенсе күсмә ултырышын ҡабул итте. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге күсмә медсоветта ҡатнашыусылар тап ошонда - заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бер нисә дауалау объектын асыуға килде.
       Архангел ғына түгел, шулай уҡ Бөрйән һәм Белорет райондарында "өй туйлауҙар" сиратында беренсе булып Архангел үҙәк район дауаханаһы торҙо. Бында матур өс ҡатлы дауалау корпусын асыуға, көҙгө ҡараңғы иртә булыуға ҡарамаҫтан, күсмә медсоветта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә урындағы халыҡ та бик күп йыйылды.
       Үҙәк район дауаханаһының башҡа биналары фонында айырылып торған матур корпус 50 койка-урынға иҫәпләнгән. Уны төҙөү республикаға 230 миллион һумға төштө. Яңы бинала бер юлы бер нисә бүлексә урынлашҡан: хирургия, диагностика, бала табыу һәм балалар.
       Әйтергә кәрәк, төҙөүселәрҙең тырышлығы күренеп тора - бинала бик иркен һәм уңайлы. Яңы корпуста урынлашҡан бүлексәләр мохтаж булыусыларҙың барыһын да һыйҙырырлыҡ итеп төҙөлгән.
       Әгәр беренсе ҡатта диагностика бүлексәһе урынлашһа, икенсе ҡат тулыһынса хирургия бүлексәһенә бүленгән. Архангел хирургтарының хәҙер махсус һауа таҙартыу һәм һауаны зарарһыҙландырыу системалары менән йыһазландырылған бер юлы ике операция блогында эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Төҙөгәндә бында "саф биналар" тип аталған технология файҙаланылған.
       Ахыр килеп, һуңғы өсөнсө ҡатта бер юлы ике, мин әйтер инем, "демографик мөһим" бүлексә - бала табыу һәм балалар бүлексәләре урынлашҡан. Әгәр беренсеһе 12 койка-урынға иҫәпләнһә, икенсеһе саҡ ҡына ҙурыраҡ - бында бер юлы 15 бала дауалана ала.
       Дауалау корпусын асҡан көндө яңы бала табыу бүлексәһенән сыҡҡан тәүге пациент Надежда Антипина булды. Республика башлығы Сергей һәм Надежда Антипиндарҙың был икенсе балаһы булыуын белгәс, ир менән ҡатынға бының менән туҡталып ҡалмаҫҡа, бер аҙҙан өсөнсө бала хаҡында уйланырға кәңәш итте. Антипиндар уйларға вәғәҙә итте.
       Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышы арҡаһында Архангел үҙәк район дауаханаһында өс ҡатлы яңы дауалау корпусы ғына төҙөлөп ҡалманы. Бында шулай уҡ өс ҡатлы терапия корпусына һәм хәҙер поликлиника урынлашасаҡ ике ҡатлы стационар бинаһына капиталь ремонт үткәреүҙән тыш, патологоанатомик корпус та төҙөнөләр.
       Йома көндө Архангел районында бер юлы биш яңы фельдшер- акушер пункты үҙ эшен башлап ебәрҙе, һәм тағы дүрт ФАП капиталь ремонттан һуң ауырыуҙарҙы ҡабул итеүгә тотондо. Бында стеналар ғына түгел, ҡорамалдар ҙа яңырыуы ҡыуаныслы булды.
       Валентиновка ауылында ҡасандыр Валентиновка ауыл участка дауаханаһы урынлашҡан урында дөйөм практика врачы офисы үҙ ишектәрен асты. Реконструкциялағандан һуң бинаны таныуы ла ҡыйын - бында уңайлы палаталар, тулыһынса йыһазландырылған кабинеттар өҫтәлде. Йылытыу, электр һәм һыу менән тәьмин итеү системалары ла алмаштырылды, эргәһендәге территория төҙөкләндерелде. Дөйөм алғанда, быларҙың барыһына 16 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
       Шуныһы ла мөһим, бында эшләүсе беренсе категориялы врач Лилиә Буранғоловаға урындағы хакимиәт ике бүлмәле фатир бүлде. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү табипҡа яҡшы эшләү өсөн стимул да булып тора, етмәһә, ғаилә докторының эш хаҡы ла бәләкәй түгел - 20 мең һумға яҡын.
       Шуны ла өҫтәп әйтер инем, дөйөм практика врачы офисы биш ауыл Советын, өс меңгә яҡын кешеһе менән 19 ауылды хеҙмәтләндерәсәк. Тиҙҙән бында стоматология кабинеты ла барлыҡҡа киләсәк, ә ауыл халҡына консультация үткәреү өсөн даими рәүештә тар махсуслашыу врачтары килеп китәсәк.
       Архангел районынан һуң Белорет районына, дөрөҫөрәге, Уҫманғәле ауылына юл алдылар, бында ла республика бюджетына һигеҙ миллион һумға төшкән иркен фельдшер- акушер пункты асылды. Уҫманғәле ФАП-ы мөдире Рәғиҙә Алтынбаева әйтеүенсә, элекке бина менән яңыһы араһында ер менән күк араһы кеүек айырма. Күптән түгел генә фельдшер-акушер пункты торлаҡ йортта урынлашҡайны һәм бер генә бүлмәнән тора ине. Хәҙер иһә бөтөнләй башҡа күренеш.
       Беренсенән, бында хәҙер бер генә бүлмә түгел, ә дүрт кабинет. Икенсенән, Уҫманғәле ФАП-ында, ахыр килеп, үҙәктән һыу һәм электр менән тәьмин итеү, шулай уҡ газ менән йылытыу барлыҡҡа килде. Иҫкеһендә мейес яғып йылыталар, һыуҙы колонканан ташыйҙар ине. Өсөнсөнән, Уҫманғәлелә йәшәүсе 353 кеше, уларҙың 114-е - балалар, бөтә кәрәкле нәмәләр менән йыһазландырылған, йылы, иркен фельдшер- акушер пункты асылыу менән хәҙер инде нормаль шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы ала аласаҡ.
       Шулай ҙа медсовет-2008-ҙең иң ҙур ҡаҙанышы, моғайын, Белоретта яңы бала табыу йорто асыу булғандыр. 121 йәш әсәгә иҫәпләнгән бала табыу йорто әле үк республикабыҙҙа иң яҡшыларҙың береһе булып иҫәпләнә.
       Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Рауил Шәрипов әйтеүенсә, бала табыу йорто өсөн ҡорамалдар һатып алыуға ғына 139 миллион һум аҡса тотонолған. Быға өҫтәп, бинаның үҙен төҙөүгә тағы 270 миллион һум. Һөҙөмтә - буласаҡ әсәйҙәр һәм яңы тыуған сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән һигеҙ мең "квадрат".
       - Беҙҙең бала табыу йортонда "саф һауа" системаһы менән йыһазландырылған биш операция, алты бала тыуҙырыу палатаһы һәм яңы тыуған сабыйҙар өсөн өс палата иҫәпләнә, - тип һөйләй Рауил Шәрипов. - Беҙҙә бала тыуҙырған ваҡытта һәм унан һуң ҡатын-ҡыҙҙарға һәм сабыйҙарға ярҙам итергә тейешле ундан ашыу өр-яңы заманса аппарат урынлаштырылды. Беҙ Белорет ҡалаһынан һәм районынан ғына түгел, шулай уҡ Межгорьенан, Учалы, Әбйәлил һәм Бөрйән райондарынан бала табыусыларҙы ҡабул итәбеҙ. Тыуым беҙҙә аҡрынлап арта. Әгәр былтыр Белорет бала табыу йортонда 1760 тыуым теркәлһә, быйыл тәүге туғыҙ айҙа ғына 1520 сабый донъяға килде.
       Шулай ҙа халыҡтың үрсеүе яғынан беҙҙә Белорет районы түгел, ә әлегә республикабыҙҙа берҙән-бер район - Бөрйән алда килә. Тап ул медсовет-2008-ҙе ҡабул итеүсе иҫәбе буйынса өсөнсө һәм һуңғы бәхетле район булды.
       Бында, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, Архангел үҙәк район дауаханаһындағы кеүек үк, үҙәк район дауаханаһының 50 кешегә иҫәпләнгән яңы дауалау корпусы асылды. Унда хирургия һәм акушер бүлексәләре, шулай уҡ рентген-лаборатория һәм стерилләү бинаһы урынлашҡан. Тәүге икәүһендә "саф биналар" системаһы файҙаланыла, йәғни һауаның стериллегенә ламинар ағымдар иҫәбенә өлгәшелә.
       Яңы дауалау корпусын төҙөүҙән тыш, Иҫке Собханғолда дауахана ҡаласығын реконструкциялау тулыһынса тамамланды. Терапия, балалар, неврология һәм физиотерапия бүлексәләрен индергән терапия корпусы матурайып ҡалды. Поликлиникала шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар консультациялары, диагностика корпусында флюорография, клиник-диагностик һәм бактериологик лабораториялар урынлашасаҡ. Әйткәндәй, Бөрйән үҙәк район дауаханаһын йыһазландырыуға ғына республика бюджетынан 65 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
       Республика башлығы Мортаза Рәхимов вәғәҙә иткәнсә, медсовет-2009 Миәкә районында үтәсәк, унда медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшыртыуҙы талап итә. Президент, Миәкә районына, ихтимал, уға яҡын тағы ике районды өҫтәрҙәр, ләкин улар тураһында һөйләү иртәрәк әле, тип айырып билдәләне. Шулай итеп, киләһе йылда республиканың көньяҡ-көнбайышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтә.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал