6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Ҡала-музей
20.10.08


       Һәр ҡыҙсыҡ бала сағында сибәр батша ҡыҙҙары, батша һарайҙары, аждаһалар тураһында әкиәттәрҙе бирелеп уҡыған. Ә малайҙар иһә был йәштә Айвенго батырлыҡтары тураһында китаптарҙы уҡып хыялланған, аждаһалар менән көрәшеп, уларҙы еңгән. Һәм һәр өлкән кеше үҙ ғүмерендә бер мәлгә булһа ла бала сағына әйләнеп ҡайтырға теләй.
       Нисек кенә сәйер булмаһын, ләкин был мөмкин. Польшаға барһағыҙ, унда урта быуаттарҙағы замоктарҙы ла, мөһабәт костелдарҙы ла, хатта аждаһаны ла табырға мөмкин - дөрөҫ, сувенирҙар кибетендә.
       Польшаға барып ҡайтыусылар уның ҡалаларында ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар күп булыуын таный. Ләкин бына Краковта иҫтәлекле урын берәү - Краков үҙе. Был ҡаланы асыҡ һауа аҫтындағы музей тип атарға мөмкин. Ҡала күп быуатлыҡ тарих менән һуғарылған.
       Нимә өсөн бында килергә? Ҡаланың был ҡабатланмаҫ атмосфераһын тойоу өсөн булһа ла. Иҫке ҡаланың тар урамдары буйлап үтеү, уның Баҙар майҙанына барыу, иҫке костелдарға инеү, Король һарайын күреү, Висла өҫтөндә хыялланыу, ҡалаға уның ҡурғандары бейеклегенән күҙ һалыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
       Ни өсөн Краков? 1978 йылда ЮНЕСКО тарафынан уның донъя мәҙәни мираҫы ҡомартҡыһы итеп танылғаны өсөн булһа ла. 2000 йылда Краков Европа мәҙәниәтен сағылдырыусы туғыҙ ҡаланың береһе итеп һайлана.
       Краков тарихы менән ҡалаға нигеҙ һалыусы кенәз Крак һәм немец рыцары ҡатыны булыуҙан Висла тулҡындарына ташланып үлеүҙе өҫтөн күргән уның ҡыҙы Ванда тураһында матур легендалар бәйләнгән. Йәки үҙ мәмерйәһенән алыҫ түгел Вавель ҡалҡыулығы итәгендә король Крактың улынан еңелгән ҡот осҡос аждаһа Смок тураһында легенда.
       Әгәр һеҙ был ҡаланың тарихын ашыҡмай ғына өйрәнергә планлаштырһағыҙ, алдан уҡ яҡшы, уңайлы аяҡ кейеме һайлап алырға кәңәш итәм - урамдарҙың күбеһенә таш түшәлгән, шуға күрә ханымдарға үксәле туфлиҙарын өйҙә ҡалдырырға кәрәк булыр. Ә Краков буйлап йәйәү генә йөрөргә мөмкин. Әйткәндәй, таҙа, матур Өфөнән һуң һоро, буяуҙары ҡубып торған йорттарҙы күреү нисектер сирҡаныс булды. Уларға яңынан иғтибар менән ҡарағас ҡына бының саң һәм бысраҡ түгел, ә Тарих ҡунығы икәнен аңлайһың. Шунан һуң ихтыярһыҙҙан, бында малярҙарға һәм штукатурҙарға урын юҡ, тип уйлайһың.
       Ашыҡмай ғына ҡала урамдары буйлап атлайһың һәм ошо тарихты һулайһың. Ләкин туристың бөтә юлдары мотлаҡ Иҫке ҡалаға килтерәсәк, мотлаҡ - Баҙар майҙанына, уны ҡыйыу рәүештә Краковтың "Ҡыҙыл майҙаны" тип атарға мөмкин. Ә Краковтағы иң данлыҡлы Вавель замогын Мәскәү Кремле менән сағыштырырға мөмкин. Уларға ҡасандыр поляк королдәре йөрөгән Король юлы буйлап барып етергә мөмкин. Һәм бөтә был урам - Урта быуат тарихы менән һуғарылған тотош бер иҫтәлекле урын. Бында бөтәһе лә изге нәмәләр, монахтар, королдәр тураһында иҫкәртә. Һәм бөтә ерҙә костелдар, костелдар, костелдар... Ысынлап әйтәм, улар сәфәрегеҙгә түккән аҡсағыҙға торорлоҡ.
       Ләкин күптәребеҙ өсөн костелдар - иң элек архитектура ҡомартҡыһы булһа, барыһы ла тиерлек католиктар булған поляктар өсөн улар - Аллаға табыныу урындары. Поляктар - хәҙерге Европала иң диндар милләттәрҙең береһе. Һәм Краков костелдары барыһы ла эшләй. Костелдарҙа дини хеҙмәт барған ваҡытта туристарҙың килеп инеүен оҡшатмайҙар, шулай ҙа килеп ингәнһең икән, ҡыуып сығармайҙар, тик ҡамасауламай, шым ғына торорға кәрәк. Был ваҡытта фотоға төшөрөргә лә ярамай.
       Баҙар майҙаны буйлап йөрөү һеҙҙе әкиәт донъяһына килтереп индерәсәк - костелдар һәм замоктар менән уратып алынған ҙур булмаған майҙанда "бөрсә" баҙары буйлап үтә алаһығыҙ. Бында күп кенә ҡыҙыҡлы антиквар әйберҙәр табырға мөмкин, һәм һеҙ мотлаҡ иҫтәлеккә берәй әйбер һатып аласаҡһығыҙ. Хәйер, ул иҫтәлек кенә булмаясаҡ, ә мотлаҡ бында тағы килергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртеп торасаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал