6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Бөйөк актрисаны театр бик тә ярата
20.10.08


       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 18 октябрҙә СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика дәүләт премияһы лауреаты Зәйтүнә Бикбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған концерт үтте. Ул тыуҙырған образдар арҡаһында уның исеме республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт театрының классик репертуарында Зәйтүнә Бикбулатова донъя әҙәбиәте классиктары Шекспир, Лопе де Вега, Пушкин, Гоголь, Островский әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙә, шулай уҡ башҡорт һәм татар драматургтары пьесаларында бөтә төп ролдәрҙе уйнаны.
       Зәйтүнә Бикбулатованың юбилейына арналған кисә режиссеры, тамашасыларҙың иң яратҡан артистарының береһе, данлыҡлы уҡытыусының лайыҡлы уҡыусыһы Нурия Ирсаева премьера алдынан концерт сценарийы тураһында һөйләне, талантлы артист һәм педагог хаҡында үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
       - Зәйтүнә Ислам ҡыҙы беҙҙә Башҡорт сәнғәт техникумында беренсе курстан дүртенсе курсҡа тиклем уҡытты, - тине Нурия Исхаҡ ҡыҙы. - Ул беҙҙең иң хөрмәтле, иң яратҡан уҡытыусыбыҙ булды. Ул үҙенә лә, кешегә лә бик талапсан булды. Тексты уҡымай килһәк, Зәйтүнә Ислам ҡыҙы әрләмәй ине, ә матур зәңгәр күҙҙәре менән асыуланып ҡараһа, беҙгә бик ныҡ оят була торғайны. Ул беҙҙә сәхнә телмәрен алып барҙы, бер үк ваҡытта актер оҫталығына ла өйрәтте. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм аныҡ әйтеү генә түгел, ә тексҡа мөнәсәбәтеңде лә белдерергә. Шул саҡта образ барлыҡҡа килә - ниндәйҙер шиғыр йәки повестан өҙөк түгел, ә ҙур булмаған сәхнә әҫәре. Ул беҙгә беренсе курстан уҡ ошо оҫталыҡ дәрестәрен һалды. Шуға күрә башҡа педагогтарға беҙҙең менән шөғөлләнеүе еңелерәккә тура килде - Зәйтүнә Ислам ҡыҙы беҙҙе яҡшы әҙерләне. Ул беҙҙе, артист сәхнәлә уйнамай, ул сәхнәлә йәшәй, тип өйрәтте.
       Нурия Исхаҡ ҡыҙы училищены тамамлап театрҙа эшләй башлағас, күп кенә спектаклдәрҙә ул яратҡан педагогы менән бергә уйнай.
       - Мин Зәйтүнә Бикбулатова героиняларының ҡыҙын йәки ейәнсәрен уйнай торғайным. "Ай тотолған төндә", "Дворяндар ояһы" спектаклдәрендә ул миңә бик тә оҡшаны. Был спектаклдәр ҙур уңыш менән барҙы, һәм бында Зәйтүнә Ислам ҡыҙының ҡаҙанышы ҙур булды. "Әсәйемдең сал сәстәре", "Айгөл иле" спектаклдәрендә уны әсәй ролендә бик тә яраттым. Ул бирелеп уйнауҙы талап итте, үҙе лә шулай эшләне. Хәҙер үҙем дә шундай.
       Уҡыусыһының һүҙҙәренә ҡарағанда, тормошта Зәйтүнә Бикбулатова бик дөрөҫ, сәнғәткә тоғро кеше булған. Ул алдашмайынса, ике йөҙлөләнмәйенсә йәшәгән. Әгәр кешене яратмаһа - быны йәшермәгән. Үҙенә лә яҡын ебәрмәгән, үҙе лә яҡын килмәгән. Бик эскерһеҙ булған. Көлкөлө хәлдән рәхәтләнеп көлгән, күңелһеҙ хәлдәрҙә асыҡтан-асыҡ болоҡһоған. Бер ниндәй ҙә битлек кеймәгән.
       - Нурия Исхаҡ ҡыҙы, концерт сценарийы өҫтөндә эшләгәндә һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә булды?
       - Беҙ мөмкин тиклем һоҡланғыс артист Зәйтүнә Бикбулатованың бөтә тормошон күрһәтергә тырыштыҡ. Уның Башҡорт сәнғәт техникумына уҡырға инеүен, һуңынан театрға эшкә килеүен, уның сағыу ролдәрен һәм, ахыр килеп, 80 йәшлек юбилейын. Уның башҡарған тәүге роле - Мөхәмәтша Буранғоловтың мелодрамаһы буйынса "Башҡорт туйы" спектаклендә Гөлғәйшә. Концерт ошо спектаклдән өҙөк менән асыла. Әлбиттә, бөтә ролдәрен дә алманыҡ, ә этаплап, иң мөһимдәрен генә. Программала бөтәһе Зәйтүнә Бикбулатова уйнаған спектаклдәрҙән 11 өҙөк, улар араһында "Аҡсарлаҡ", "Филумена Мартурано", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ". Концертта ҡатнашҡан һәр артист Зәйтүнә Бикбулатова исеменән һөйләй. Был кисәлә сәхнәлә Гөлли Мөбәрәкова ла, Шәүрә Дилмөхәмәтова ла, Таңсулпан Бабичева ла һәм башҡа бик күптәр юҡ, ә тик Зәйтүнә Бикбулатова. Уның образын йәш һәм өлкән быуын артистарының тотош плеядаһы сағылдыра.
       Ул бик уникаль шәхес булды, шуға күрә уның хаҡында бер концертта ғына һөйләп биреү бик еңелдән түгел. Сценарий өҫтөндә эшләгәндә бик күп материалдар файҙаланылды. "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Ай тотолған төндә", "Салауат" спектаклдәренән өҙөктәр менән ҡайһы бер видеояҙмалар, шулай уҡ фотографиялар һаҡланған. Зәйтүнә Бикбулатованың хатта ҡайһы бер сәхнә күлдәктәре табылды, артистар уларҙы сәхнәгә кейеп сыҡты.
       - Концерт театр репертуарына индереләме?
       - Концертты бер генә кис күрһәтмәй, уны мөмкин тиклем күберәк тамашасылар ҡарай алыуын теләр инек. Шуға күрә лә спектаклдәрҙән өҙөктәрҙе Зәйтүнә Бикбулатова яратҡан йырҙар менән сиратлаштырҙыҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал