6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Барыһы ла яҡшы буласаҡ
17.10.08


       Телдән төшмәгән финанс кризисы иҡтисадыбыҙҙың бөтә йомшаҡ урындарына килтереп бәрҙе. Былай ҙа "ауыр" "Рәсәй граждандарына - арзан һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проекты, фонд баҙары һәм банкылар секторы менән бер рәттән, финанс кризисы эҙемтәләре буйынса "алдынғылар" рәтенә баҫты.
       Ләкин әгәр фонд баҙарына һәм банкылар секторына дәүләт әле үк әүҙем ярҙам күрһәтһә (банкыларға триллион һум аҡса бүленде), дәүләт әлегә күсемһеҙ милек баҙарына ярҙам сараларын билдәләмәгән. Моғайын, барыһы ла тағы килеп төбәктәр иңенә төшөр.
       Айырым алғанда, РФ иҡтисади үҫеш министры, шаршамбы көнө "хөкүмәт сәғәте"ндә сығыш яһап, федерация субъекттары өсөн хәүефле фекер әйтте. Министр "...торлаҡ баҙарын үҫтереү мәсьәләһе көн тәртибенән алынмай. Беҙ ипотека кредиты биреү баҙарында, төҙөлөш баҙарында ниҙәр барыуын күреп торабыҙ, ләкин беҙҙең кәрәкле ҡоралдарыбыҙ бар" тип билдәләне. Мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, бындай ҡоралдарҙың береһе булып, ихтимал, төбәк бюджеттары торор. Нәбиуллина, ипотекаға Ипотека торлаҡ кредиты биреү агентлығы капиталын арттырыу иҫәбенә ярҙам итергә планлаштырыла, бынан тыш, Рәсәйҙә торлаҡҡа талапты тәьмин итеүгә һәм объекттар төҙөлөшөндә өҙөклөккә юл ҡуймауға төбәктәр ярҙам итергә тейеш - төбәк бюджеттары иҫәбенә, тине.
       Быны нисек аңларға, дөрөҫөрәге, был белдереү төбәктәргә нимәгә төшәсәк, әлегә әйтеүе ҡыйын, ләкин күп эксперттар, федераль ҡаҙна ярҙам итмәйенсә тороп, бер төбәк тә, хатта Башҡортостан кеүек бай төбәктәр ҙә, күсемһеҙ милек баҙарын (бигерәк тә арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү планында) үҙҙәре генә күтәрә алмаясаҡ, тигән фекер яҡлы.
       Өфөлә был көндәрҙә "Күсемһеҙ милек. Көҙ-2008" ХI күргәҙмә- йәрминкәһе үтә. Уны үткәреү финанс кризисы башланғанға тиклем күп алдан планлаштырылһа ла, экспофорумда уның эҙемтәләре тойола. Иң элек, ҡатнашыусыларҙың составы буйынса. Бынан алдағы күргәҙмәләрҙән айырмалы, быйылғыһында күсемһеҙ милек агентлыҡтары һаны кәмене. Күп кенә ҙур булмаған күсемһеҙ милек агентлыҡтары ябылыуға дусар буласаҡ. Шулай уҡ банкыларҙы шул уҡ хәл көтә. Аналитиктар күҙаллауынса, бик тиҙҙән күсемһеҙ милеккә хаҡтар аҡрынлап кәмей башлаясаҡ, банкылар юридик шәхестәргә кредит биреүҙе кәметәсәк.
       Хәл бик ҡатмарлы. Өфө ҡала ипотека кредиты биреү агентлығының генераль директоры Анатолий Мейзлер ошондай фекерҙә. Ул, күсемһеҙ милек баҙарында төп проблема торлаҡ етешмәү менән бәйләнгән, ти. Ә был төҙөлөш, ваҡыт һәм, әлбиттә, аҡса мәсьәләһе. Һәм шуның менән бәйле финанс кризисы күсемһеҙ милек баҙарына кире йоғонто яһай.
       Социаль программаларҙы үҫтереү яғынан "БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Дамир Миңлебаев та борсолоу белдерҙе. Ул, әлеге мәлдә банкылар физик шәхестәргә лә, юридик шәхестәргә лә кредит биреүҙе туҡтатты тип әйтергә мөмкин, тине. Һөҙөмтәлә ипотека буйынса торлаҡ һатыу күләмдәре кәмеүе күҙәтелә.
       Социаль ипотекаға килгәндә лә хәл бик көсөргәнешле.
       Торлаҡҡа хаҡтар тураһында һөйләп, ул кәмегән хәлдә лә бик аҙ ғына кәмейәсәк, тине Миңлебаев, сөнки төҙөлөш үҙҡиммәте һәм инфляция төҙөүселәргә хаҡтарҙы кәметергә юл ҡуймаясаҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер төҙөүселәр торлаҡты дисконт менән һатыуы мөмкин, ләкин был барыһына ла ҡағылмаясаҡ.
       Коммерция күсемһеҙ милке баҙарында ла ҡатмарлы хәлдәр көтөлә. "Уникум" идара итеүсе компанияһы директоры Наил Ғиләжев, беҙ кризис булырға тейешлеген тойҙоҡ, шулай ҙа, бәлки, булмаҫ тип өмөтләнгәйнек, ти. Финанс баҙарында үҫешкән процестар инвестициялар һәм күсемһеҙ милек баҙарҙарында сағыла башланы. Айырыуса коммерция күсемһеҙ милке өлкәһендәге күп проекттар туҡтатыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, баҙар тараясаҡ.
       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаров, финанс баҙарындағы ығы-зығы баҫылғас, бөтә нәмә үҙ урынына ҡайтасаҡ, тип иҫәпләй. Ләкин был халыҡтың Рәсәй хөкүмәте күргән сараларҙы дөрөҫ аңлауына бәйле. Илдең финанс системаһы тотороҡло, һәм халыҡҡа банкынан аҡсаларын алырға кәрәкмәй, тип иҫәпләй Саттаров.
       Әммә Өфө чиновнигының фекеренсә, Нәбиуллинаның торлаҡ төҙөлөшөнә ҡарата позицияһы бигүк аҡланмаған. Торлаҡты төбәктәр һәм муниципалитеттар бюджеттары иҫәбенә генә төҙөп булмай. Мәҫәлән, Өфө йылына бер миллион квадрат метр торлаҡ тапшырыуға ынтыла (быйыл ҡала 720 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерергә йыйына). Ләкин бер "квадрат"ы 30-ар мең һумдан булғанда ла миллион квадрат метр төҙөү өсөн 30 миллиард һум аҡса кәрәк. Был тиклем аҡсаны ҡала ғына түгел, республика бюджетында ла табырлыҡ түгел.
       Ҡыҫҡаһы, күсемһеҙ милек күргәҙмәһе болалы ваҡытта үтә. "БР күсемһеҙ милек баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар" Ассоциацияһы рәйесе Рөстәм Камалов билдәләүенсә, фонд баҙарындағы хәл буйынса яңылыҡтар фронт мәғлүмәттәре кеүек ҡабул ителә. Әммә уларҙы ҡабартып, паника тыуҙырырға кәрәкмәй, тип иҫәпләй ул. Артабан төҙөргә, үҙ торлаҡ шарттарыңды яҡшыртырға һәм йәшәргә кәрәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал