6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Һауа шарттары эҙләнеүселәргә ҡамасауламай
17.10.08


       Ҡайһы берҙә ямғыр яуып тороуға йәки ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырыуға ҡарамаҫтан, хәүефле сәйәхәткә юл тотоусы был доброволецтарға нимә этәргес бирә икән? Арҡаларында кәрәкле эш ҡоралдары һәм билдәле бер осорға етерлек аҙыҡ-түлек тултырылған ауыр рюкзактар. Был кешеләр - үҙ инициативалары менән, йәмәғәт башланғысында Бөйөк Ватан һуғышы үткән урындарҙа ҡаҙыу эштәре алып барған эҙләнеү отрядтарында ҡатнашыусылар. Сығыр алдынан улар архивтарҙа эшләйҙәр, төрлө документтарҙы, карталарҙы күтәрәләр, һуғыштарҙың ҡайһы урында барыуын аныҡлайҙар. Шунан һуң ғына туранан-тура урынға юл тоталар.
       Быйыл Башҡортостандан эҙләнеү отрядтары Ленинград, Новгород һәм Смоленск өлкәләре һәм Краснодар крайы территорияларында эшләне. Бөтә Рәсәй "Хәтер вахтаһы-2008"гә арналған матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Эҙләнеү отрядтары Төбәк йәмәғәт фонды рәйесе Илдар Бикбаев, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты бүлеге начальнигы Александр Мартынов һәм башҡа рәсми кешеләрҙән тыш, бында экспедицияларҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре лә булды. Өфөнөң Совет районы "Әфлисүн" Балалар һәм үҫмерҙәр клубтары берләшмәһенең "Урал" эҙләнеү отряды командиры Евгений Петерс, Межьгорьеның "Мәктәптән тыш эштәр үҙәге" ҡарамағындағы "СТЭМ" ҡала үҫмерҙәр клубының өҫтәмә белем биреү педагогы Владимир Волков, Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Обелиск" эҙләнеү отряды командиры Рафил Заһыртдинов үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, эҙләнеү эштәрендә Рафил Заһыртдиновтың ҡатыны менән мәктәптә уҡыусы балалары ла ҡатнашты, матбуғат конференцияһында улар ҙа булды.
       - Әхлаҡи бурыстан тыш, эҙләнеү отрядына мине үҙеңде спортсы булараҡ һынау мөмкинлеге лә алып килде, - ти Владимир Волков. - Ҡаҙыу эштәре алып барасаҡ урынды күргәс, үтеү өсөн уның бик ҡатмарлы булыуы мине шаҡ ҡатырҙы. Беҙгә вертикаль откос буйлап үрмәләргә, унда аяҡты ҡуйырлыҡ киртләстәр яһарға тура килде. Шунда уҡ башымдан, был рубежда Тыуған илде һаҡларға тура килгән һалдаттарға ниндәй ҡыйын булған, тигән уй йүгереп үтте.
       Шуға ҡарамаҫтан, уның фекеренсә, бындай сәфәрҙәр юғары тәрбиәүи потенциал бирә.
       - Беҙ төркөмгә бер нисә ауыр үҫмерҙе алдыҡ, - тип дауам итә Владимир. - Бер яугирҙың һөлдәһен тапҡандан һуң малайҙарҙың донъяға ҡарашы бөтөнләй үҙгәрҙе. Сөнки һуғыш тураһында китаптан уҡыу - бер, ә тарихты туранан-тура ваҡиғалар урынында белеү - бөтөнләй икенсе.
       Стәрлетамаҡ "Обелиск" эҙләнеү отрядында ҡатнашыусылар Новгород өлкәһендә снаряд соҡоронан 14 һалдаттың һөлдәһен күтәрҙе.
       - Һауа шарттары эҙләнеү өсөн бик уңайлы түгел ине, - ти Рафил Заһыртдинов. - Ямғыр яуа, аяҡ аҫты батҡаҡ. Ҡаҙыу эштәре алып барылған урын үҙенән ебәрмәй, тигән әйтем бар. Беҙ инде китергә йыйынып бөттөк, әммә һуңғы мәлдә был майҙанды тағы бер тапҡыр тикшереп сығырға булдыҡ. Юҡҡа булмаған икән - тағы ла һуғыш дәлилдәре таптыҡ.
       Ҡайһы бер предметтарҙы эҙләнеү отрядтарында ҡатнашыусылар матбуғат конференцияһына ла килтергән. Каска, бәләкәй фляга, ҡалаҡ, граната ярсыҡтары, патрондар һәм хатта 1924 йылғы көмөш аҡса. Ышҡылып юйылып бөткән тинлекте шулай ҙа идентификациялай алғандар. Быға өр-яңы ҡорамалдар арҡаһында өлгәшелгән. Юғары тойоусан техника табылған үлем медальондарынан тексты ла уҡырға мөмкинлек биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай медальондар бик һирәк табыла. Эҙләнеү төркөмдәрендә ҡатнашыусылар үҙҙәре эшкәрткән яңы ҡағиҙәләр буйынса, һәр табыш өсөн уны ҡасан һәм кем табыуы хаҡында мәғлүмәттән тыш, уның элекке урынының аныҡ координаттарын күрһәтеү ҙә мотлаҡ.
       - Быйыл эҙләнеү отрядтары бик уңышлы эшләне, - ти БР эҙләнеү отрядтарының Төбәк йәмәғәт фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев. - Элек улар берләшеп, ҡаҙыу эштәренә бергә сыға торғайны. Хәҙер күптәре үҙ аллы эшләй. Шуға күрә төрлө участкаларҙа эш алып барыу һәм ерҙән күберәк табыштар күтәреү мөмкинлеге бар.
       Шуның менән бәйле киләһе йылға пландар ҙа яңғыраны. Эҙләнеүселәр ҡалаларҙың Үҙәк архивтарында эштәрен дауам итә, Тверь һәм Волгоград өлкәләрендә ҡаҙыу эштәре алып барасаҡ, Ленинград, Новгород, Смоленск өлкәләренә һәм Краснодар крайына ҡабаттан экспедициялар ҙа үткәреләсәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал