6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Космонавтың ерҙәге трассалары
17.10.08


       1976 йылдың 16 октябрендә "Союз-23" йыһан карабының орбита буйлап осошо тамамланды. Хәҙер генә беҙ илдә нисә космонавт барлығын белмәйбеҙ. Ә ул саҡта күптәр йыһан караптарының осошон борсолоп күҙәтеп барҙы, космонавтарҙың һәр береһенең фамилияларын белә торғайны.
       Башҡортостанда йәшәүсе күптәр 1976 йылдың 14-16 октябрендә йыһанға карап командиры Вячеслав Зубов менән бортинженер Валерий Рождественский осоуын белде. Экипаждың үҙ бурысын яҡшы үтәүе һәм 16 октябрҙә Целиноград ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ Тенгиз күле өҫтөнә төшөүе тураһындағы хәбәр шатланып ҡабул ителде.
       "Союз-23" йыһан карабы экипажы ағзаларының береһе Валерий Ильич Рождественскийҙың биографияһын һуңыраҡ Башҡортостанда яҡшы белделәр, сөнки ул 1980-81 йылдарҙа беҙгә килеп ҡайтты.
       СССР-ҙың летчик космонавы, Советтар Союзы Геройы, полковник-инженер В.И. Рождественский 1939 йылдың 13 февралендә Ленинградта хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1961 йылда Феликс Дзержинский исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһын тамамлаған. Һуңынан Хәрби-диңгеҙ флоты частарында хеҙмәт иткән. Ҡыҙыл байраҡлы Балтика флоты авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең водолаздар төркөмөнә командалыҡ иткән.
       Валерий йәшерен генә космонавт булырға хыялланған. Һәм был хыялы тормошҡа ашҡан. 1965 йылда уны космонавтар отрядына индерәләр. Йыһанға осоуға әҙерлек барышында Валерий Ильич күп тапҡырҙар йыһан караптары һәм станцияларының осоштары менән идара итеүҙә ҡатнаша. Бынан тыш, махсус әҙерлек осоронда төрлө типтағы самолеттарҙа ҙур эш күләме башҡара.
       Бортинженер В.И. Рождественскийҙың үҙенең дә "Союз-23" карабында йыһанға осоу ваҡыты килеп етә. Йыһанда ул 1976 йылда була. Осош уңышлы үтә. Экипаждың батырлығы Зудовҡа һәм Рождественскийға Советтар Союзы Геройы исеме биреү менән билдәләнә.
       Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, 1980 һәм 1981 йылдарҙа Валерий Ильич Башҡортостанға килә. Әлбиттә, гүзәл тәбиғәт менән һоҡланырға һәм тарихи ҡомартҡылар менән танышырға килмәгәндер инде, ә эш буйынса килгәндер. Беҙ иһә республика матбуғатында уның хаҡында баҫылған мәғлүмәттәр тураһында ғына телгә алайыҡ.
       Бына 1980 йылдың 14 авгусында "Советская Башкирия" нимә яҙған:
       "Республикабыҙға килгән СССР-ҙың летчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы В.И. Рождественский кисә Өфөлә В.И. Лениндың мемориаль Йорт-музейына барҙы, ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышты, "Еңеү" паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һәйкәлен ҡараны, БАССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, "Ағиҙел" берекмәһендә булды.
       Журналистар менән әңгәмә барышында ҡунаҡ:
       - Өфөлә булырға тура килгәне юҡ ине, әммә уның тураһында күп беләм. Бында беҙҙең, космонавтар, өсөн бик яҡшы "Ағиҙел" электр ҡырынғысы әҙерләнеүен беләм, уның тураһында йыһан бәйләнеше сеанстарының береһендә йыһанды үҙләштереү пионерҙарының береһе Павел Романович Попович бөтә илгә һөйләгәйне. Әйткәндәй, һәр космонавтың ер орбитаһы тирәләй эш көнө йылдан-йыл камиллаштырыла барған "Ағиҙел"дән башлана.
       Һеҙҙең ҡала тураһында миңә һәм яҡындарыма космонавт В.М. Комаровтың туғандары һөйләне - беҙ ғаиләләр менән аралашабыҙ".
       СССР-ҙың летчик-космонавы Бүздәк һәм Благовар райондарында ауыл эшсәндәре менән дә осраша.
       Күпмелер ваҡыттан һуң Йондоҙло ҡаласыҡта космонавт В.И. Рождественскийҙа ҡунаҡта "Ленинец" гәзите журналисы Виктор Скворцов була. Рождественский Космонавтар йортона эш көнөнән һуң килә, күҙҙәре талған (ерҙә лә космонавтарҙың эштәре еңелдән түгел), әммә ул йылмайып Өфө журналисының һорауҙарына яуап бирә.
       Күптән түгел беҙ Республика көнөн билдәләнек, ҡаҙаныштар, хәл ителмәгән мәсьәләләр тураһында телгә алдыҡ.
       Ҙур нәмә алыҫтан күренә, тиҙәр бит. Валерий Рождественский Башҡортостанды йыһандан да, килгән ваҡыттарында ла күрә. Ул алыҫ йылдарҙа республикабыҙ космонавта ниндәй тәьҫораттар ҡалдырған һуң?
       - Валерий Ильич, Һеҙ Башҡортостанда ике тапҡыр - 1980 һәм 1981 йылда булдығыҙ. Үҙ тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ, зинһар өсөн. Республикабыҙҙың хәҙерге заман образы һеҙҙең күҙ алдығыҙға нисек булып баҫты?
       - Бай тәбиғәт ресурстары, күп тармаҡлы сәнәғәт, үҫешкән ауыл хужалығы, юғары фәнни потенциалы... Барыһын да һанап тороу кәрәк тә түгелдер. Кешелек эшмәкәрлегенең ҡайһы ғына өлкәһен алма, һәр ерҙә республиканың уңыштары күҙгә күренерлек. Ниндәйҙер бер 65 йыл элек Салауат ҡалаһы урынында ҡылғанлы дала, ә Башҡортостан үҙе Рәсәйҙең артта ҡалған өлкәләре иҫәбендә булған тип күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Ул саҡта Башҡортостан фәне тураһында телгә лә алынмай ине, ә хәҙер бында СССР Фәндәр академияһы филиалы эшләй... Һәм, әлбиттә, республиканың иң ҙур байлығы - уның кешеләре. Ярҙамсыл, эскерһеҙ, эшһөйәр. Уларҙың хеҙмәтен Леонид Ильич Брежнев башҡорт игенселәренә, нефтселәренә, төҙөүселәргә, машина эшләүселәргә адресланған тәбрикләү хаттарында юғары баһаланы.
       Башҡортостанға сәфәрҙәремдән, уның кешеләре менән күп һанлы осрашыуҙарҙан һеҙҙең республикағыҙҙың образын бына шундай итеп күҙ алдына килтерәм: бөгөн - был ҡеүәтле, үҫешкән, бай, эшһөйәр край.
       СССР-ҙың летчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы Валерий Ильич Рождественский уҙған быуатта уҡ республикабыҙ тураһында шундай фекер әйткәйне. Ул йылдарҙа килеп киткәндән һуң Башҡортостандағы үҙгәрештәрҙе күрһә, ул, моғайын, ғәжәпләнер, һоҡланыр ине.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал