6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Салауат"тың яулаған үрҙәре
16.10.08


       Өфө хоккей клубы Ҡитға хоккей лигаһын бик уңышлы башлап ебәрҙе. Бөтә өс матчта ла ышаныслы еңеү генә түгел, мөһим статистик үрҙәрҙе яулауға өлгәшелде.
       Был юлаевсыларҙың Ҡитға хоккей лигаһына тәүге сығышы булды, уның барышында өфөләр бер мәрәй ҙә юғалтманы. Был ваҡиғала профессионалдарыбыҙҙың ҠХЛ-дың берҙән-бер лидеры булып торған Мытищенан "Атлант"ты ҡыуып етеү теләге һиҙелеп тора.
       Был сығыш ваҡытында беренсе "ҡоро" уйнауға өлгәшелде. Һаҡсы Вадим Тарасов үҙ ҡапҡаһына ҡағылдырманы.
       Ахыр килеп, төп шатлыҡ - бер матчта туғыҙ шайба индерелде! Ҡитға хоккей лигаһы рекорды ҡуйылды. Был миҙгелдә бер уйында командаларҙың береһе лә унан күберәк индермәне әле.
       Барыһы ла алыҫтағы Хабаровск "Амур"ынан башланды. Был матчты телевизорҙан күрһәттеләр, һәм кешеләр артыҡ көсәнмәйенсә генә ниндәй ныҡ команданың ҡыйратылыуын күрҙе.
       Шулай ҙа "Амур"ҙың состав яғынан етди проблемалары булыуын да билдәләп үтәйек. Һигеҙ кеше имгәнгән, ә яңы алынған 33 йәшлек һаҡсы Нолан Пратт менән 28 йәшлек һөжүм итеүсе Мэт Марли күптән түгел генә Мәскәү аша Төньяҡ Американан осоп килгән.
       Мэт Марлиға Өфөгә ҡаршы уйнарға рөхсәт итмәү менән хәл тағы ла ҡатмарлашты - уның "Каролина" Милли хоккей лигаһы клубы менән контракты юридик көсөн юғалтмаған әле. Ашығыс рәүештә сирле Петер Нюландерҙы саҡыртып алырға тура килде. Швед матчҡа 38 градус температура менән килде.
       Беҙҙә Рәсәйҙә тап иң етди мәлдә тупланып көрәшергә өйрәнгәндәр. Тәүге 20 минутта "Амур" бөтә көсөнә алышты. Икенсе осор башында ғына Руслан Нуретдинов яҡындан Сергей Борисовтың ҡапҡаһына шайба индерҙе. 15 минуттан һуң Константин Кольцов мәргәнлек күрһәтте - ҡунаҡтар файҙаһына 2:0.
       "Амур"ҙың мөмкинлектәре ҙур түгел, әлбиттә, әммә хужалар һөжүм башлай, ә Тарасов үткәрергә теләмәй. Матчта Игорь Щадилов нөктә ҡуя. Ул көслө итеп ташлай, шайба ҡапҡа эргәһенән оса, әммә һуңғы мәлдә хабаровсының сәкәненә эләгеп, ҡапҡаға осоп инә, 3:0. Уйындан һуң ике команданың да кәңәшсе-тәрбиәселәре, өфөләр "Амур"ҙы оҫталыҡтары иҫәбенә еңде, тигән берҙәм фекергә килде.
       Өфөләр Өфөгә яҡыныраҡ килде. Ҡунаҡҡа сығыу Новокузнецк "Металлург"ында - Всеволод Бобровтың дивизионы буйынса "Салауат Юлаев"тың күршеһендә дауам итте. Был уйында яңы лиганың тағы бер үре яуланды.
       "Салауат Юлаев" ҠХЛ-да бер матчта бер юлы ике буллит үткәргән тәүге команда булды. Етмәһә, бер минут эсендә! Владимир Антипов беренсе осорҙа ырғытты, һуңынан - икенсеһендә. Беҙҙең капитанға Новокузнецк "Металлург"ының баш тренеры Борис Михайловтың улы Егор яуап бирҙе.
       Һәм шунан буллиттар китте лә инде. Башта Руслан Нуретдинов бик матур ырғытты, 3:1. Һуңынан Нуретдиновҡа ял бирҙеләр, ә Владимир Антиповҡа - хет-трик яһау мөмкинлеге. Владимир барыһын да бик оҫта башҡарҙы, ташлағандан һуң ҡыуанып ҡулдарын күтәргәйне, әммә шайба "штангаға" эләккән икән. Был уңышһыҙлыҡ ҡонон Олег Твердовский ҡайтарҙы, ул шул уҡ Антиповтың биреүенән һуңғы иҫәпте билдәләне - 4:1, "Салауат Юлаев" файҙаһына.
       "Салауат Юлаев"тың баш тренеры Сергей Михалев уйындан һуң:
       - Борис Петровичты юҡһынып та өлгөрмәйһең, тағы уның командаһы менән уйнайбыҙ, - тине. - Бынан алдағы уйындарҙа "Металлург" уның менән уйындарҙа бик иғтибарлы булырға кәрәклегенә өйрәтте. Хужалар икенсе көн рәттән уйнаһалар ҙа, яҡшы хәрәкәт иттеләр. Чупин матч барышын икенсе яҡҡа әйләндерә ала ине, ләкин ҡотҡарып ҡалған Еременкоға рәхмәт.
       Новокузнецк "Металлург"ының баш тренеры Борис Михайлов:
       - Өфө уйынсыларының оҫталығы күпкә юғары, ләкин бер матчта үҙ ҡапҡаңа биш тапҡыр "нолгә бер" иҫәбе менән сығыуға юл ҡуйырға ярамай.
       Их, был бөйөк уйынсы, ә хәҙер тренер, Өфө командаһының сираттағы ярышташы менән нисек уйнарын белһә, үҙенекеләрҙе әрләмәгән булыр ине. Улар әле шәп уйнаған икән...
       "Себер" һуңғы ваҡытта яҡшыраҡ уйнай башланы. Команда өс еңеү яуланы һәм рәттән өсөнсө тапҡыр үҙ өйөндә уйнаны. Ләкин Өфө хәҙер ярышташынан бер башҡа юғары. Көрәш беренсе осорҙа ғына булды, новосибирскиҙар ике тапҡыр алға сыҡты, ә Александр Пережогин менән Алексей Терещенко сиратлап иҫәпте тигеҙләне.
       Икенсе осор хужаларҙың күплеге менән башланды, әммә ҡунаҡтар "Себер"ҙең оборонала хаталаныуын файҙаланды. Алда Руслан Нуретдинов - 3:2.
       Бер нисә минуттан өфөләр дүртенсе шайба индерҙе. Уны Кирилл Кольцов ташланы. "Себер"ҙең баш тренеры Андрей Хомутов уңышһыҙ уйнаған Константин Симчукты Юрий Ключниковҡа алыштырҙы. Был ярҙам итмәне. Ключников сығыуға өс минут та үтмәне, Александр Радулов әйләнеп килеп матур гол ташланы.
       Себерҙәр насар боҙ һымаҡ онталды. Юлаевсылар тәнәфескә тиклем тағы ике тапҡыр ташларға өлгөрҙө. Башта Терещенко "Салауат" аҙсылыҡта уйнағанда икенсе гол индерҙе, ә сирена алдынан ғына Кирилл Кольцов мәргәнлек күрһәтте - 7:2.
       Өсөнсө осор, асылда, формаль булды, тип әйтергә мөмкин. Ләкин уны Александр Пережогин хаҡына үткәреү кәрәк ине. Ул башта Новосибирскиға аҙсылыҡта саҡта индерҙе (был инде аҙсылыҡта уйнағанда "Себер"гә индерелгән өсөнсө шайба булды!), ә һуңынан бик матур нөктә ҡуйҙы - 9:2 һәм уның башҡарыуында хет-трик. Был егеттең урыны Рәсәй йыйылма командаһында, хәйер, шулай уҡ башҡа күп кенә юлаевсыларҙың да.
       "Себер"ҙең баш тренеры Андрей Хомутов:
       - Мин, әлбиттә, "Салауат"тың бик яҡшы формала икәнлеген белә инем, ләкин үҙебеҙҙең һаҡсыларҙан бындай уйын көтмәгәйнем. Икенсе һәм өсөнсө осорҙарҙа беҙҙең команда уйнаманы, тиергә мөмкин. Ни өсөн улай килеп сыҡты? Бының айышына төшөнөргә кәрәк.
       Сергей Михалев:
       - Беҙ уйынды бик яҡшы башламаныҡ, нисектер йыйнаҡлыҡ етешмәне. "Себер" тиҙлек һәм теләк яғынан беҙҙән өҫтөн ине. Кәйефтәре лә күтәренке ине. Беҙ тупаҫ хаталар яһаныҡ, "Себер" бының өсөн беҙгә яза бирҙе. Ләкин, бәхеткә күрә, беҙ тиҙ генә ҡыйын хәлдән сыҡтыҡ һәм беренсе осорҙо тигеҙ иҫәп менән тамамланыҡ. Икенсе осорҙа новосибирскиҙар беҙгә тигеҙ составта ла, күпселектә уйнағанда ла бик күп бүләктәр яһаны. Бындай хәлдә өсөнсө осор артыҡ бер нәмә лә хәл итмәне.
       Был уйындарға уның геройҙарының береһе Руслан Нуретдинов аңлатма бирҙе.
       - Дөйөм алғанда, сығып уйнау ауыр булды, осоштар күп булды. Ярай, һөҙөмтәлә бөтә уйындарҙа ла еңеп сыҡтыҡ. Ауыр булды.
       - Ләкин һеҙ ни тиклем күберәк осһағыҙ, шул тиклем күберәк ташланығыҙ!
       - Эйе, шулай килеп сыҡты. Әммә төрлөсә булғылай. Беҙ Новокузнецк ҡапҡаһына 60-лап тапҡыр ташланыҡ - ләкин шайба күп индерелмәне. Ә бына Новосибирскиҙа килеп сыҡты. Бындай хәл йыш булмай, әлбиттә - бәлки, миҙгелгә бер тапҡырҙыр.
       - Ә һеҙ үҙегеҙ ҡатнашҡан юғары кимәлдәге уйын туғыҙ шайба менән тамамланғанын хәтерләйһегеҙме?
       - Юҡ, әлегә тиклем етәү генә булды.
       - Иң аҙаҡтан ауыр һорау - "Салауат Юлаев"та Алексей Черепановтың үлеме тураһындағы хәбәрҙе нисек ҡабул иттеләр?
       - Беҙ барыбыҙ ҙа шаңҡып ҡалдыҡ. Беҙгә иртәгәһенә иртәнсәк әйттеләр. Күптәребеҙ әле булһа быға ышана алмай, тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал