6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Иретеп йәбештереү - оҫталар эше
15.10.08


       Бер аҙға ғына күҙ алдына килтерегеҙ әле: тормошобоҙҙан иретеп йәбештереү технологиялары юғалды ти. Транспорт та, металл ҡоролмалар ҙа, сәнәғәт объекттары ла, хатта күп ҡатлы йорттар ҙа юҡ. Тирә-яҡта бөтә нәмә ҡойолоп төштө, балалар уйынындағы кубиктар кеүек ваҡ өлөштәргә тарҡалды.
       - Әгәр кешелек иретеп йәбештереү менән файҙаланыуҙан туҡтаһа, бына нимә булыуы ихтимал, - тине "Свартэкс" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, ӨДАТУ профессоры Валерий Атрощенко Өфөлә асылған "Машиналар эшләү: станоктар, инструменттар, металл эшкәртеү" һәм "Иретеп йәбештереү һәм контроль" ХI төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәләрендә "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән әңгәмәмә барышында. - Иретеп йәбештереү технологияларыһыҙ производство өлкәһен дә, төҙөлөштө лә, көндәлек тормошто ла күҙ алдына килтереп булмай. Ә машиналар, приборҙар эшләүҙәге һәм иҡтисадтың башҡа төп тармаҡтарындағы прогресс тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
       Валерий Атрощенко әйтеүенсә, сәнәғәт изделиеларының яртыһынан ашыуы иретеп йәбештереү ярҙамында етештерелә. Шуға күрә лә машиналар эшләү тармағын яңыртыу өсөн металл эшкәртеүҙең өр-яңы технологияларын, юғары етештереүсәнле иретеп йәбештереү ҡорамалдарын, прогрессив материалдарҙы, иретеп йәбештереү конструкциялары сифатына контроллек һәм идара итеүҙең заманса системаларын ҡулланыу хәл иткес әһәмиәткә эйә. Быларҙың барыһын да дүрт көнгә күргәҙмә майҙансығына әйләнгән Өфөнөң Спорт һарайы аренаһында күрергә мөмкин.
       - Беҙҙең предприятие данлыҡлы Бөтә Союз Өфө сварщиктар мәктәбенең хоҡуҡлы вариҫы булып тора, - ти Валерий Атрощенко. - 55 йылда беҙҙең ойошма 55 меңдән ашыу сварщиктар әҙерләне, улар төҙөлөштә, яғыулыҡ-энергетика комплексында, республиканың ғына түгел, Рәсәй төбәктәре иҡтисадының башҡа өлкәләрендә, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙә киң талап ителә.
       - Валерий Владимирович, ни өсөн һуңғы ваҡытта иретеп йәбештереү конструкциялары киң ҡулланылған сауҙа-күңел асыу комплекстары биналары емерелеү осраҡтары йышайҙы? Уларҙың күптәре яңы ғына төҙөлгән бит... - тип үҙемде күптән борсоған һорауҙы бирәм.
       - Бының сәбәптәре күп. Беренсенән, сертификация үтмәгән сифатһыҙ материалдар һәм конструкциялар ҡулланылыуы мөмкин. Икенсенән, төҙөлөш технологиялары боҙола. Ә өсөнсөнән, бындай осраҡтарҙа даны сыҡҡан кеше факторы роле бик ҙур. Мәҫәлән, бина каркасын йәки түбә ябыуын монтажлау кеүек ҡатмарлы һәм яуаплы эшкә дилетанттар түгел, ә ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған белгестәр тотонорға тейеш. Дәүләт ойошмаһы булмаған күп кенә төҙөүселәр йыш ҡына барыһын да тиҙерәк эшләп бөтөрөргә ашыға, ә эштең сифаты тураһында ҡайғыртмай. Ҡайһы берҙә проектлау стадияһында ла брак булғылай. Ә һөҙөмтәлә бер ғәйепһеҙ кешеләр зыян күрә.
       Шуға күрә, Башҡортостандың баш иретеп йәбештереүсеһе фекеренсә, биналар төҙөгәндә күсермәле конструкцияларға ентекле контроль үткәрергә кәрәк.
       Валерий Атрощенко аңлатыуынса, производствола хәҙер электрон-нур сваркаһы киң ҡулланыла. Ә "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ышҡып иретеп йәбештереү кеүек прогрессив йүнәлеш индерелә. Предприятиела шулай уҡ "төйәк" камераһы ла бар, бында иретеп йәбештереү бик яуаплы операцияларҙы башҡарыу өсөн аргон мөхитендә үткәрелә. Һүҙ авиация двигателдәре узелдары тураһында бара.
       Күргәҙмәгә әйләнеп ҡайтайыҡ, бында беҙҙең төп стендта автоматлаштырылған идара итеү менән заманса иретеп йәбештереү аппараттары, сварщиктар өсөн костюмдар (уға махсус аяҡ кейеме һәм һаҡланыу маскаһы ла инә), шулай уҡ иреүсе электрод уралған төрлө калиберҙағы кәтүктәр ҡуйылған. Ысынлап та, иретеп йәбештереүселәрҙең эше хәҙер күпкә уңайлыраҡ. Был өлкәләге прогресс күренеп тора.
       Күптәнге традиция буйынса форум сиктәрендә Рәсәй сварщиктарының конкурсы үткәреләсәк. Ярыш ике өлөштән торасаҡ - ғәмәли һәм теоретик. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал