6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Центр" төркөмөн Өфөлә бик яраталар
15.10.08


       Беҙгә "Centr" төркөмө ниңәлер йыш килә башланы. Күрәһең, егеттәргә ҡалабыҙ оҡшап ҡалғандыр. Юҡһа, уларҙың бер йылдан да кәмерәк ваҡыт эсендә ҡалабыҙға өсөнсө тапҡыр килеүен башҡаса нисек аңлатаһың. Өфөлә лә, әйтергә кәрәк, "Centr" төркөмөн бик тә яраталар.
       - Был бик ныҡ тойола, - ти төркөмдә ҡатнашыусы Гуф. - Бына әле "Газель"дә концерттан ҡайттыҡ. Беҙгә 200-ләп кешенән торған төркөм ябырылды, улар "Газель"де уҙып китеп, беҙҙең автомобиль алдына сығып, туранан-тура асфальтҡа ултыралар, беҙгә үтергә бирмәйҙәр. Уларҙан нисек тә айырылыу өсөн ихаталар буйлап бер нисә әйләнеш яһарға тура килде.
       Әйткәндәй, егеттәр урынлашҡан ҡунаҡхана эргәһенә лә бер төркөм фанаттар йыйылғайны. Табыныусылары уларҙы ботарлап ташламаһын өсөн, артистарға тиҙ генә эскә йүгереп үтергә тура килде.
       Хәйер, "Centr" төркөмөн Өфөлә генә шулай ҡаршыламайҙар. Гуф, Slim һәм Птаха бөтә илдә, шулай уҡ Рәсәйҙән ситтә лә популяр. Уларҙы мәктәп уҡыусыларынан алып ҙур фирма директорҙарына тиклем барыһы ла тыңлай.
       "БАШвестЪ" был төркөмдөң популярлығының сере нимәлә икәнен асыҡларға маташҡайны инде. Ул саҡта беҙ, егеттәр туранан-тура дөрөҫлөктө һөйләй, тигән һығымтаға килгәйнек. Уларҙың бөтә текстары ла тормош тураһында бит. Гуф, Slim һәм Птаха алдаша һәм ваҡиғаларҙы ҡабартып һөйләй белмәй.
       Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Өфөгә тәүге тапҡыр Гуф килгәйне һәм ул беҙгә бөтә "Centr" төркөмөн саҡырып килтерергә вәғәҙә иткәйне. Ул вәғәҙәһендә торҙо, һәм сентябрҙә инде Slim һәм Птаха менән бергә килде. Ләкин бер ай ҙа үтмәне, "Centr" Өфөгә тағы килеп етте. Был юлы егеттәргә ябыҡ клубта түгел, ә меңәрләгән халыҡ алдында майҙанда сығыш яһарға тура килде.
       - Беҙ Өфөгә асыҡ сараға, бик күп кешеләр йыйыласаҡ ҙур байрамға, килеүебеҙҙе тойоп килдек, - тип концерттан һуң үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша Гуф. - Беҙ яҡшы кәйеф менән килдек. Килгән һайын беҙҙе бик яҡшы ҡаршыланылар. 4 сентябрҙә беҙҙең концертҡа бик күп кешеләр йыйылды. Шуға күрә ҡалағыҙға килеп, тағы ла бер тапҡыр сығыш яһарға ҡәнәғәтләнеп риза булдыҡ.
       - Беҙ, ғөмүмән, был тиклем кеше алдында бер тапҡыр ҙа сығыш яһағаныбыҙ юҡ ине әле, - тип таныны Slim.
       Концертта егеттәр бик тиҙҙән сәйер генә атама менән яңы альбомдары сығасағы тураһында иғлан итте. Концерттан һуң инде Гуф менән Slim был турала ентекләберәк һөйләне.
       Гуф:
       - Альбом әҙер инде. 22 сентябрҙә Мәскәүҙә уны презентациялау үтәсәк. Альбом "Эфир в норме" тип аталасаҡ. Башта беҙ ике атама уйлап таптыҡ, һуңынан ҡайһыһын ҡалдырырға тип оҙаҡ ҡына бәхәсләштек, ә аҙаҡтан икеһен дә ҡалдырырға ҡарар иттек. Бына шундай сәйер, яҡшы альбом. Беҙ өсөбөҙ шулай тип иҫәпләйбеҙ.
       Slim:
       - Эйе, ул беҙгә оҡшай. Беҙ үҙ эшебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ. Альбом "Качели"ға ҡарағанда ҡатыраҡ буласаҡ. Бәләкәй ҡыҙҙар уны аңламаҫ, тип уйлайым.
       - Йырҙарығыҙҙың тематикаһы үҙгәргәнме?
       Гуф:
       - Эйе, наркотиктар тураһында аҙыраҡ, милиция тураһында күберәк йырлаясаҡбыҙ.
       Slim:
       - Юҡ, асылда, тематика шул уҡ ҡаласаҡ, яңғырашы бер аҙ үҙгәрәсәк. Бергәләп тректар күп буласаҡ.
       Гуф:
       - Альбомда күп кенә саҡырылған артистарҙы ишетерһегеҙ. Ноггано, Смоки Мо, Тандем, 5 Плюх, Стриж, Принцип, Константа кеүек рэперҙар менән тректар яҙылған.
       - Ә яңғыҙ башҡарған альбомдарығыҙҙы сығарырға йыйынмайһығыҙмы?
       Гуф:
       - Эйе, мин әле тап шуның өҫтөндә эшләйем. Ул яртылаш әҙер инде. Яңы йылдан һуң, февраль тирәләрендә сығыр, тип уйлайым.
       Slim:
       - Мин альбом менән шөғөлләнергә планлаштырам. Тик ваҡыт етмәйерәк...
       Гуф менән Slim Өфө рэпына үҙҙәренең ҡараштары тураһында ла әйтеп үтте, ҡалабыҙ хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
       - Өфө рэперҙарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?
       Гуф:
       - "МанифестЪ" төркөмө менән дуҫбыҙ. Улар менән беренсе концертта уҡ танышҡайныҡ. Тағы ла "VIA Чаппа" төркөмөн беләбеҙ.
       Slim:
       - Эйе, беҙ уларҙың альбомын тыңланыҡ... Былай насар пластинка түгел. Хәҙер нишләптер улар күренмәй, ишетелмәй...
       - Өфөнө ҡарарға өлгөрҙөгөҙмө?
       Гуф:
       - Әгәр беҙҙең һәр ваҡыт аэропорттан ҡунаҡханаға, һуңынан клубҡа, тағы ҡунаҡханаға һәм аэропортҡа йөрөүебеҙҙе иҫәпкә алһаң, нимәне күреп өлгөрөүебеҙҙе үҙегеҙ күҙ алдына килтерәһегеҙ. Һеҙҙең ҡала насар түгел!
       Slim:
       - Мин бында йәшәргә ҡаршы булмаҫ инем.
       Гуф:
       - Ҡайһы берҙә ҡайҙа килгәнеңде аңламайһың. Минең өсөн ҡаланың ҡала булыуы мөһим. Ысын мегаполис булһын. Миңә Новосибирск, Екатеринбург оҡшай, шулай уҡ Өфө лә. Юҡһа, ҡайһы саҡта ҡала тип атауы ҡыйын булған ниндәйҙер ауылдарға киләбеҙ...
       Гуф һәм Slim менән әңгәмә барышында миндә улар, бик ябай һәм алсаҡ егеттәр, тигән тәьҫорат ҡалдырҙы. Уларға "йондоҙ ауырыуы" хас түгел. Матбуғатҡа ла улар яҡшы ҡарайҙар. Шулай ҙа Гуф, ҡайһы бер журналистар ниндәйҙер тупаҫ һорауҙары менән йәнгә тейә, тип әйтеп ҡуйҙы.
       Гуф:
       - "Ә һинең өләсәйең ысынмы?", "Үҙ төркөмөгөҙгә исемде нисек уйлап таптығыҙ?" йәки "Ни өсөн һеҙ наркотиктарҙы пропагандалайһығыҙ?" кеүек һорауҙар мине сығырымдан сығара. Беҙ наркотиктарҙы пропагандаламайбыҙ, һәм бындай һорауға беҙ, беҙгә наркотик картеле аҡса түләй, тип яуап бирәбеҙ.
       Концерт барышында "Centr" төркөмө, һәр ваҡыттағыса, тамашасылар менән аралашты. Гуф даими рәүештә уға сәхнә алдында кешеләр етешмәүенә зарланды. Егеттәр клубтарҙа сығыш яһарға күнеккән, унда халыҡ уның алдында уҡ тора бит. Ә Ленин майҙанында, белеүегеҙсә, милиционерҙар халыҡты яҡын ебәрмәй тотоп тора.
       - Мин кешеләрҙең ошонда тороуына өйрәнгәнмен, - тине Гуф. - Мин уларҙың ҡулдарын ҡыҫам, сәләм бирәм...
       Ләкин бынан концерт насарыраҡ булманы. "Centr" "Город дорог" һәм "Качели" тигән альбомдарынан барыһы ла яратҡан тректарҙы башҡарҙы: "Кто как играет", "Новости", "Мутные замуты", "Ориджинал Ба XX", "Что успеем", "Всем берегам", "Ямакаси" һәм башҡалар.
       "Город дорог" йырына ҡушымтаны "Центр" менән бергә фанаттары йырланы тип әйтеп булмай, ә ҡушылып аҡырҙы:
       Я посвящаю строки этому городу,
       Точнее, его центру, каждому метру.
       Я посвящаю строки этому городу,
       Городу дорог. Спасибо "Центру" за это.
       Концертта шулай уҡ "Центр"ҙың яңы альбомынан да тректар яңғыраны.
       Ғөмүмән, "Центр"ҙың фанаттары ҡәнәғәт ҡалды. Етмәһә, концерттан һуң Гуф, Slim һәм Птаха сәхнәнән төшөп, халыҡҡа яҡын килде һәм автографтар таратты. Һәм, әлбиттә, традиция буйынса Гуф Өфөгә мотлаҡ тағы һәм тағы килергә вәғәҙә итте:
       - Беҙ һәр ваҡыт һеҙгә килергә шатланып риза буласаҡбыҙ! Һеҙ шылтыратығыҙ ғына, беҙ һәр ваҡыт "әҙер"! Көтөгөҙ беҙҙе, Яңы йылға тиклем тағы киләсәкбеҙ әле!
       Билдәле булыуынса, Гуф үҙ вәғәҙәһен үтәй!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал