6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Билдәләнеләр!
14.10.08


       Республика көнө Башҡортостанда, моғайын, иң мөһим байрамдыр. Традиция буйынса был көнгә төрлө наградлауҙар, байрам саралары, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы, спорт майҙансыҡтарын һәм башҡа мөһим объекттарҙы асыу тура килтерелә.
       Әлбиттә, иң ҙур байрам саралары былтыр, бөтә республика Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгәндә үтте. Бер йыл элек Өфөлә Рәсәйҙең ул саҡтағы президенты Владимир Путин етәкселегендәге РФ Хөкүмәте рәсми делегацияһы булғайны. Конгресс-холл, "Өфө- Арена", "Аҡбуҙат" кеүек мөһим юбилей объекттары асылғайны.
       Әммә 2008 йылда ла Республика көнөн, йәғни Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 18 йыллығын байрам итеү юғары кимәлдә үтте. Был байрамға, һәр ваҡыттағыса алдан әҙерләнә башланылар.
       Сентябрь аҙағында - октябрь башында бөтә республика буйлап Башҡортостандың күренекле кешеләрен наградлау үтте. 29 сентябрҙә "AVANTE" ҡала йәмәғәт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. 7 октябрҙә фән һәм техника өлкәһендә Республика дәүләт йәштәр премиялары лауреаттарын, шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналист премияһы лауреаттарын бүләкләнеләр. 8 октябрҙә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияларын тапшырҙылар.
       Республика көнө алдынан Ташкисеү районында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер, Ладыгин районында 2-се поликлиника, Шаҡша биҫтәһендә 276-сы балалар баҡсаһы, шулай уҡ Суворов урамында 98-се спорт-сәләмәтләндереү мәктәбенең физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асылды. 10 октябрҙә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы, тантаналы йыйылыш һәм Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталарының концерты үтте.
       Әммә иң ҙур саралар туранан-тура Республика көнөндә, 11 октябрҙә, үтте. Өфөнөң Совет районында Зорге урамындағы 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе территорияһында яһалма япмалы сираттағы универсаль спорт майҙансығы асылды. Уның дөйөм майҙаны 800 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, бында спорттың 16 төрө менән шөғөлләнергә мөмкин. Йәйен футбол, волейбол, баскетбол, гандбол уйнарға, ҡышын фигуралы шыуыу һәм хоккей менән шөғөлләнергә. Бынан тыш, бында дөйөм физик әҙерлек буйынса төркөм занятиелары үткәрергә мөмкин. Майҙансыҡ комплектына спорт ҡорамалдары һәм инвентарь инә. Универсаль спорт майҙансығын асҡандан һуң унда урам баскетболы, гер күтәреү, арҡан тартышыу буйынса ярыштар һәм эстафета үткәрелде.
       Шулай уҡ Өфөлә Зорге урамында реконструкциялағандан һуң "Дуҫлыҡ" балалар санаторийы асылды. Әлегә тиклем пульмонология санаторийы Орджоникидзе районында ике ҡулайлаштырылған бинала урынлашҡайны. Яңы бина асыу менән мәктәпкә тиклемге генә түгел, мәктәп йәшендәге балаларҙы ла санатор сәләмәтләндереү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Санаторий заманса медицина аппаратураһы менән йыһазландырылған.
       Капиталь ремонттан һуң 12-се балалар баҡсаһы асылды. Бинаны тәртипкә килтереүгә төҙөүселәргә йылдан ашыуыраҡ ваҡыт кәрәк булды. Иҙәненән алып ҡыйығына тиклем бөтә нәмәһен алмаштырҙылар. Балалар баҡсаһы 12 төркөмгә иҫәпләнгән, музыка һәм спорт залдары, кейенеп-сисенеү бүлмәләре, йоҡо бүлмәләре, аҙыҡ-түлек блогы, административ биналар, процедура кабинеты һәм изолятор менән медкабинет, кер йыуыу бүлмәһе, хужалыҡ блогы бар. Бассейн бөтә балалар өсөн ҙур шатлыҡ булды. Ихата территорияһында балалар спорт- уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған.
       "Аҡбуҙат" ипподромындағы ат спорты байрамы Өфөлә иң матур тамашаларҙың береһе булды. Был тамашаны ҡарарға өфөләр генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларынан һәм райондарынан ҡунаҡтар ҙа килгәйне.
       Быйылғы Республика көнө, ғөмүмән, спорт сараларына бай булды. Өфөнөң Дим районында "Баланово" мототрассаһында мотокросс буйынса Башҡортостан шәхси-команда чемпионатының 11-се этабы үтте. Шулай уҡ Өфөлә мәктәптәр араһында баскетбол буйынса БР беренселеге, ике, дүрт һәм алты километрлыҡ дистанцияға еңел атлетика йүгереүе, милли көрәш буйынса Дим районы асыҡ беренселеге һәм башҡа төрлө бик күп ярыштар үткәрелде.
       Тәбиғи, республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында байрам саралары, театрлаштырылған сығыштар, концерттар үтте. Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында "Республикам минең" байрам концерты айырыуса матур булды. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары алдында вокал, бейеү конкурстары һәм фестивалдәре лауреаттары һәм дипломанттары, Өфөнөң популяр рок- һәм рэп- төркөмдәре, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны. Республикабыҙҙы байрам менән ҡотларға шулай уҡ Рәсәйҙең "Центр" рэп-төркөмө килгәйне. Уларҙың сығышы бер сәғәткә һуҙылды.
       Әлбиттә, байрам саралары фейерверк менән тамамланды. Өфөлә улар Ленин исемендәге майҙанда һәм ӨМЭПБ Мәҙәниәт йорто алдында 21 сәғәттә башланды.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал