6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Йәшел пресс
10.10.08


       "Салауат Юлаев" менән "Маунтфилд-Чешске Будеевице" матчы алдынан, чемпиондар лигаһы сиктәрендәге был осрашыу - был һеҙгә шул уҡ юлаевсыларҙың, әйтәйек, Нефтекама "Торосы"ы менән иптәштәрсә осрашыу түгел, тигәйнем инде. Әйткәнем ысынға сыҡты - беҙ бөтөнләй икенсе кимәлдәге сифат күрҙек. Әгәр ул көндө Рәсәй чемпиондарына ҡаршы Нефтекама коллективы йәки юғары лиганың башҡа берәй бригадаһы сыҡһа, ҡайһы ла еңелгән булыр ине...
       Чехтар, һис һүҙһеҙ, пресс аҫтына эләкте. Бик мөһим матчтағы 1:7 иҫәбен башҡаса нисек атарға? Матчтан һуң көнбайыш славяндарының нисек төшөнкөлөккә бирелеүҙәрен, күҙ ҡараштарын күрһәгеҙ...
       Мин быларҙың барыһын да күрҙем. Матчтан һуң ҡапҡа һаҡсыһы Роман Турек һәм төп һаҡсыларҙың береһе Петр Грегорек менән аралаштым. Миңә чехтар бик йәл булды. Бер төркөм тоғро көйәрмәндәр менән бергә команда үҙ иленең намыҫын яҡларға килгән, ә бының урынына бөтә хоккей Европаһы алдында оятҡа ҡалды.
       1:7 - был ҡыйратыу ғына түгел. Был ҡыйратыу плюс бер шайба - ер менән тигеҙләп, өҫтөнә сәскә һалыу булды. Ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһы мөһабәт кәүҙәле Роман Турек шәп уйынсы, әлбиттә. Александр Радулов менән Владимир Воробьев уңайлы позициянан ташлағанда ул икеһендә лә чехтарҙы ҡотҡарып ҡалды.
       Матч аныҡ һәм оҙаҡҡа һуҙылмаған асыу тантанаһынан башланды. Чемпиондар хоккей лигаһының реклама ролигын күрһәттеләр. Һуңынан майҙансыҡҡа хоккейсылар сыға башланы. Регламент буйынса улар шлемһыҙ сығырға тейеш, был бик яҡшы яңылыҡ. Роман Турек ҡына был ҡағиҙәне күҙәтмәгәйне, ләкин гимн уйнаған ваҡытта ул да шлемын һалды.
       Юлаевсыларға чемпиондар лигаһы өсөн махсус әҙерләнгән форманы килтереп еткермәгәндәр. Үҙҙәренең күнегелгән йәшел формаһында уйнарға тура килде. Чехтар дөрөҫ уйнаны, әммә күҙҙе ҡамаштырманы - беҙҙә элек был коллектив тураһында йүнләп белмәйҙәр ине, ә форма тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
       Өфө тамашасылары, Чехия гимнын иғлан иткәс, берҙәм аяғүрә баҫтылар һәм үҙебеҙҙең Рәсәй гимнын башҡарҙылар. Һуңғыһы тамамланғас, бер кем дә тиерлек ултырманы, бөтәһе лә үҙебеҙҙең төбәк гимнын көттөләр, ләкин уны башҡарып торманылар. Күптәр ризыһыҙлыҡ күрһәтеп, оҙаҡ ҡына урындарына ултырманы. "Салауат Юлаев" Өфө һәм Рәсәй генә түгел, шулай уҡ бөтә Башҡортостан исеменән сығыш яһай бит.
       "Өфө-Арена"ла бик күп камералар эшләне - улар 16 ине, уларҙың береһен күп ҡырлы видеотаблоға, ә икәүһен ҡапҡаға урынлаштырҙылар. "Спорт" каналы Өфөгә үҙенең 44 хеҙмәткәрен ебәргән. Роберт исемле чех үҙ иле өсөн комментарий алып барҙы, бер нисә европа дәүләтенә инглиз комментаторы менән трансляция ла булды, ул үҙе килә алмаған һәм дистанцион рәүештә эшләне. Журналистарҙы баҫма мәғлүмәт менән тәьмин иттеләр, уларға бушлай интернет үткәрҙеләр, ә тәнәфестә статистика тараттылар. Ашатыу ҙа ойошторолдо. Бик дөрөҫ эшләгәндәр. Матбуғатҡа иғтибар ни тиклем күберәк булһа, ул шул тиклем яҡшыраҡ эшләйәсәк. Ҡитға хоккей лигаһында ла барыһы ла бына шулай ойошторолһон ине...
       Башта юлаевсылар ныҡ ҡына борсолдолар. Шулай ҙа уларҙың еңеүгә ынтылыштары күренеп тора. Голкипер Роман Турек һәм уның партнерҙары оҙаҡ ваҡыт үҙ ҡапҡаларын ныҡ һаҡланы, ләкин Константин Кольцов бик мәргән рәүештә өҫтән шайбаны ырғытты.
       Икенсе осорҙа Руслан Нуретдинов, эште оҙаҡҡа һуҙмайынса, бик яҡшы уйнай, 2:0. Александр Пережогин 35-се минутта шайба индереп, иҫәп 3:0 булғас, матчтың нисек тамамланыры асыҡ була.
       Тәнәфескә тиклем үк, Туректы хәйләләп, Игорь Григоренко бик матур шайба ташлай, 4:0. Уның шайбаһын яҡшы уйынсылар төркөмөнән беренсе дәрәжәләге йондоҙҙар компанияһына әйләнеп ҡайтыу башы тип иҫәпләйек.
       - Әлбиттә, бөгөн шайба индереүемә шатмын, - тине беҙгә Игорь. - Артабан да тағы ла яҡшыраҡ уйнау өсөн тырышасаҡмын.
       Өсөнсө осорҙа "Салауат Юлаев"тың чех легионеры үҙ ватанлаштарының ҡапҡаһына шайба ташланы, 5:0. Ул шайбаға шул тиклем ҡыуанды, әйтерһең, "Маунтфилд" өсөн уның ҡәйнәһе көйә.
       Өфө ҡапҡаһын ҡыйыу һаҡлаусы Александр Еременкоға был юлы ла "ҡоро" сығырға тура килмәне. Томас Курка абруй голын ташланы. Беҙҙең ҡапҡа һаҡсыһын, матч алдынан мин күҙаллағанса, яңынан ойошторолған Егор Купцов - Мирослав Блатяк пары ҡыйын хәлгә ҡуйҙы. Улар насар һаҡсылар түгел, ләкин береһе йәш, ә икенсеһе оборонала ҡайһы берҙә иғтибарһыҙыраҡ.
       5:1 - ҙур проблема түгел. Чехтар бында бушҡа ғына осоп килмәгән бит - бер шайба менән булһа ла күңелдәрен йыуатһындар. Юлаевсылар яуап итеп икәү индерҙеләр. Александр Пережогин менән Константин Кольцов үҙ иҫәптәренә дубль яҙҙы.
       7:1 - Өфө тамашасыһы шатлығынан үрле-ҡырлы һикерә. Чемпиондар лигаһы барыһына ла оҡшаны.
       Матчтан һуң егеттәр менән аралашыу мөмкинлеге тейҙе.
       - Олег, үҙеңде йәшел боҙҙоң бер өлөшө итеп тойоу күңелле булдымы?
       - Беҙ артыҡ бер ни ҙә күрһәтмәнек, - тине Олег Твердовский. - Уңайлы мәлдәрҙең 70 проценты тирәһен файҙаландыҡ.
       - Мин чех командаһы йомшаҡ, тип әйтмәҫ инем, - тине Виталий Прошкин. - Беҙҙең бөтә уйындарҙа ла уңайлы мәлдәр була, бөгөн беҙ уларҙы файҙаландыҡ. Бындай ҡыйратыуҙан һуң киләһе матчта беҙҙә бер ниндәй һүлпәнләнеү булмаясаҡ. Шундай уҡ кәйефтә уйнаясаҡбыҙ.
       Башҡа егеттәр ҙә шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Уларҙың һүҙҙәренең дөйөм мәғәнәһен шулай тип бирергә мөмкин: "Чехтар көсһөҙ түгел, беҙ һүлпәнләнеүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ, ә киреһенсә - һәр матчҡа етди ҡараясаҡбыҙ". Ә бына чехтарҙың, алдан әйтеп үтеүемсә, күңелдәре бошонҡо ине. Русса апаруҡ ҡына һөйләшкән һәм элек Пермь "Молот"ында уйнаған һөжүм итеүсе һаҡсы Петр Григорек, голкипер Роман Турек һаҡсыларға бик күп дәғүә белдерҙе, тине. Беҙ чехты тынысландырырға маташтыҡ һәм, һин унда, тыуған илеңдә, лайыҡлы миҙгел үткәр, ә һуңынан бында ла кил - кеҫәңде аҡса менән тултырырға, тип тәҡдим иттек.
       Роман Турек Милли хоккей лигаһында байтаҡ ваҡыт үткәргән һәм инглизсә бик яҡшы һөйләшә:
       - Бөгөн минең ҡапҡаға бик күп ташланылар. Ә беҙҙә ташларға мөмкинлек бик аҙ булды. Үҙ өйөбөҙҙә Өфөгә ҡаршы һөжүм итеүсе хоккей уйнарбыҙ, тип уйлайым. Ҡалағыҙҙы күрмәнем, ә арена һәм көйәрмәндәр хаҡында "бик шәптәр!" тип әйтә алам.
       Турек менән аралашҡас, мин: "Американдар һәм көнбайыш европалылар беҙгә славян-чехтарға ҡарағанда яҡыныраҡ, инглизсә беҙ аҙ-маҙ беләбеҙ бит, ә славян телдәрен бер кем дә өйрәнмәй. Бик йәл, борон беҙҙең ата-бабайҙарыбыҙ уртаҡ булған бит..." тип уйлап ҡуйҙым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал