6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Федератив мөнәсәбәттәр

Өфөлә Республика көнө уңайы менән тантаналы йыйылыш үтә
10.10.08


       Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтә. Башҡортостандың төп дәүләт байрамы 11 октябрҙә билдәләнә: 1990 йылда, 18 йыл элек, ошо көндә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
       Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалғандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тантанаға йыйылдылар. Бында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Токачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, РФ Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, судьялар, дини конфессиялар вәкилдәре, республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, шулай уҡ Салауат Юлаев ордены кавалерҙары, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаттары, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт, милли-мәҙәни берләшмәләр һәм ғилми-ижади интеллигенция вәкилдәре бар.
       Тантана башында Башҡортостан Республикаһы гимны тәүге тапҡыр ике дәүләт телендә - башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарылды. Гимн тексы Дәүләт Йыйылышының һуңғы ултырышында ҡабул ителгәйне.
       Беренсе булып ошо иҫтәлекле көндә - 1990 йылдың 11 октябрендә үк республиканы етәкләгән Башҡортостан Республикаһы Президенты һүҙ алды.
       - Иң элек, барығыҙҙы ла Башҡортостандың төп дәүләт байрамы - Республика көнө менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Беҙ уны яҡшы, күтәренке кәйеф менән, берҙәмлек һәм тупланғанлыҡ шарттарында билдәләйбеҙ, - тип башланы республика башлығы.
       Үҙ сығышында ул Башҡортостандың өр-яңы тарихының төп этаптарына ҡағылды, һуңғы ваҡыттағы төп ҡаҙаныштарҙы һанап китте. Һөҙөмтәле хеҙмәт өсөн Башҡортостанда даими күҙәтелгән тотороҡло ижтимағи-сәйәси шарттар ни тиклем мөһим булыуын айырып билдәләп үтте.
       - Күптән түгел үткәрелгән урындағы вәкәләтле органдарға һайлауҙар халыҡтың власҡа ышанысы юғары кимәлдә булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Граждандарҙың күбеһе алып барылған социаль-иҡтисади курсты ыңғай баһалай, - тип ышана Президент.
       Үҙ телмәрендә ул Осетиялағы һуғышты ла телгә алды:
       - Был ваҡиғалар халыҡтарҙың милли үҙенсәлеккә, туған телгә һәм милли мәҙәниәткә хоҡуҡтарын бойомға ашырыу - тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡто һаҡлауҙың мотлаҡ шарты булыуын иҫбатланы. Айырыуса күп милләтле илдә милли сәйәсәт реализм, төбәктәрҙең тарихи үҙенсәлектәрен ентекле иҫәпкә алыуҙы, милли-мәҙәни талаптарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар булыуын, тел һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлауҙы талап итә.
       Башҡортостан етәкселеге тап ошо позицияға таяна. Республика территорияһында 130-лап халыҡ вәкилдәре йәшәй, 11-енең райондарҙа тупланған биләмәләре бар. Мәктәптәрҙә туған телдә уҡыу йәки уны айырым предмет сифатында өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Ижади коллективтар төҙөү, милли байрамдар үткәреү хуплана. Халыҡты туған телдәрендә хеҙмәтләндереү буйынса китапханалар эшләй. Гәзит һәм журналдар, радиотапшырыуҙар - алты, ә телепрограммалар биш телдә сыға.
       Республика Президентынан һуң Өфө ҡала округы ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев сығыш яһаны.
       - Был йылдарҙа Президент һәм республика етәкселеге үткәргән курс иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫештең юғары темптарын, халыҡтың тормош шарттарын даими яҡшыртыуҙы, социаль һәм ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто, йәмғиәттә милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты тәьмин итергә булышлыҡ итте, - тине ул.
       Башҡортостандың баш ҡалаһы - Рәсәйҙең миллион кеше йәшәгән 11 ҡалаһының береһе, илдең ҙур иҡтисад һәм мәҙәниәт үҙәге.
       Ҡала башлығы Өфөнөң яҡындағы йылдарҙа тағы ла матураясағына ышаныс белдерҙе.
       Йыйылыусылар алдында шулай уҡ республика уҡытыусылары, төбәктең фән элитаһы вәкилдәре, спортсылар, төп сәнәғәт предприятиелары етәкселәре сығыш яһаны.
       Тантаналы сығыштарҙан һуң йыйылышта ҡатнашыусылар Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт ҡабул итте. Тексты БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты башлығы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев уҡып ишеттерҙе.
       - Башҡортостандың күп милләтле халҡы үҙенең сираттағы байрамын производствоның тотороҡло үҫеше, мәғарифта, фәндә һәм мәҙәниәттә һиҙелерлек ҡаҙаныштар, халыҡтың тормош кимәле даими яҡшыра барыуы менән ҡаршылай, - тиелә мөрәжәғәттә. - Дөйөм алғанда, Башҡортостан күтәрелгәндән- күтәрелә, иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡарай. Республиканың бөтә ҡаҙаныштары - республика етәкселегенең, власть органдарының сикһеҙ тырышлығы, халҡыбыҙҙың, ветерандарҙың һәм йәштәрҙең һәләтлеге, патриотизмы һәм юғары социаль әүҙемлеге, производство коллективтарының, ойошмалар һәм учреждениеларҙың көндәлек фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Беҙгә киләсәктә лә тыуған республикабыҙ именлеге хаҡына арымай- талмай эшләү, ҡала-ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, һәр ғаилә, республикабыҙҙың һәр кешеһе мәнфәғәтендә уртаҡ йортобоҙ, боронғо һәм матур еребеҙҙе тағы ла яҡшыртыу үтә мөһим.
       Программаны байрам концерты тамамлай.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал