6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

"Урал" еңелде, әммә ул күпкә яҡшыраҡ уйнай ала
06.10.08


       Волейбол миҙгеленең октябрь айында башланыуы бик яҡшы. Әгәр спорт төрө конкуренттар сафында лайыҡлы урынға дәғүә итә икән, чемпионат уйындары көҙ башланырға һәм яҙ тамамланырға тейеш.
       Унда чемпионаттар һәм матчтар ни тиклем күберәк булһа, матбуғат шул тиклем йышыраҡ яҙып сығасаҡ, телевидение күрһәтәсәк, ә тамашасылар уҡыясаҡ һәм ҡараясаҡ.
       Өфөлә миҙгелде суперматч менән башланылар. "Урал" Яңы Уренгойҙан "Факел"дан өс сетта ла еңелде, уйын бик көсөргәнешле барҙы.
       Беренсе сет оҙаҡҡа һуҙылды. Ул ҡунаҡтар файҙаһына 31:29 иҫәбе менән тамамланды.
       Икенсеһендә "Урал" эшкә етди тотондо. Команда башта яҡшы ғына килһә лә, һуңынан өҫтөнлөгөн юғалтты. "Факел" был юлы ла ныҡышмалыраҡ булып сыҡты, иҫәп 36:34. Өсөнсө сетта Яңы Уренгойҙан егеттәр башта ҡыуып етә алмаҫ кеүек тойолғайны ла, ләкин "Факел" - ут стихияһы командаһы шул.
       Мин был ялҡынды ҡайҙалыр күреп ҡалғайным. Ә, эйе - икенсе сетта ла шулай булғайны. Икеһендә лә беренселәрҙән булып Петер Вереш тип аталған баш тоҡанды. Уның бер-бер артлы хаталаныуы булды, Сиденко партнерҙарында, беҙ еңәбеҙ тип күрһәтмә биреп, ышаныс уятты.
       Габриэль Эммунуэль тигән исем менән рифмалаша. Ике матур исем һәм колоритлы персонаж. Ләкин әгәр киногероиня дәртле, янып торһа, спортсы Гарднер тәнәфестә иҙән һөрткән малайҙарға оҡшаған - нисектер килбәтһеҙ һәм хатта улар кеүек оялсан. Ҡатмарлы "миҙал яулау" бурысын үтәү өсөн төп туп индереүсегә күпкә яҡшыраҡ уйнарға кәрәк бит.
       Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар 3:0 иҫәбенә отоп, Өфөнән өс мәрәй алып ҡайтып китте.
       Өфө волейбол командаһындағы сит ил вәкилдәренән мин бер ниндәй ҙә фәтеүә тапмайым. Үҙебеҙҙең Аркадий Козлов, Владимир Мельник, Максим Терешин һәм Алексей Казаковтар күпкә өмөтлөрәк. Матчтан һуң "Факел" тренеры Борис Колчин:
       - "Урал"да тупты биреүселәр бик көслө, - тине. - Аркадий Козлов йәки Владимир Мельник кеүектәр тупты биргәндә, ҡаршы яҡ командаға уйнауы бик еңелдән түгел.
       Бөгөн беҙ бер команда булып уйнаныҡ, уртала ла, блокта ла бик яҡшы килеп сыҡты. Бөгөнгө уңышыбыҙ менән беҙ иң элек бәйләүсе Кевин Хансенға бурыслыбыҙ.
       Факелсы Кевин Хансен "Урал"ға ҡаршы уйындан бик тәьҫирләнеп аңлатма биргән. Беҙгә түгел, "Спорт-Экспресс"ҡа бирһә лә, унда туған "Урал"ыбыҙға маҡтау һүҙҙәре булғанға күрә, уның әйткәндәрен килтереп китергә булдыҡ:
       - Һеҙҙә, Рәсәйҙә, чемпионат тиһәң дә була! Беренсе тур ғына уйналды, ә тотош йылға етерлек тәьҫораттар ҡалды. Шәмбе Өфөләге кеүек бындай иҫ киткес матчтар минең ғүмеремдә булғаны юҡ ине әле. "Урал"ға хәҙер ни тиклем ҡыйын икәнен күҙ алдына килтерәм. Был команда бик шәп волейбол күрһәтте. Ләкин кәрәкле мәлдә ни өсөндөр уңыш беҙгә йылмайҙы. Һеҙҙең лига менән танышҡандың тәүге көнөнән алып "Пуатье"нан бында күсеп дөрөҫ эшләгәнемә инандым. Рәсәй чемпионаты Францияныҡы менән сағыштырғанда - икенсе планета. Бында ысынлап та үҫешергә мөмкин...
       Шулай итеп, бик һирәк осраҡ: сеттар ни бары өсәү булды, әммә 186 мәрәй йыйылды. "Урал" өсөн аҙ ғына булһа ла күңел йыуатҡыс - уның еңелеүен журналистар ҙа, белгестәр ҙә төп сенсация тип таныны.
       "Урал"дың кәңәшсе-тәрбиәсеһе матчтан һуң бик бошонҡо йөрөнө. Журналистар менән аралашыуҙан баш тартты.
       Киләһе матчын "Урал" Сургутта "Газпром-Югра" командаһы менән үткәрәсәк. Яҡын араларҙағы өйҙәге осрашыу 15 октябрҙә үтәсәк. Беҙгә "Ярославич" исеме аҫтында "Шинник" волейболсылары киләсәк.
       Владимир Мельникка айырым туҡталайыҡ. Был юлы ул 39 тапҡыр һөжүм яһап, 72 процент һөҙөмтәлелек күрһәтте. Һөжүмдә 28 мәрәй һәм блокта берәү. Кем яҡшыраҡ булдыра ала? Мельник үҙе. Бер нисә тупҡа күберәк ырғытһа, "Урал" еңер ине.
       Ҡаршы уйнаусы команда-триумфаторҙарҙа бер кем дә бындай һөҙөмтәгә өлгәшмәне. "Факел"дың төп туп индереүсе йондоҙо Михаил Бекетов һөжүмдә 19 мәрәй һәм 68 процент һөҙөмтәлелек менән сикләнде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал