6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә-яҡ донъя

Өфөләр күкте яулай
10.10.08


       Элек-электән күк тел менән аңлатҡыһыҙ һәм үҙенә саҡырыусы стихия булып тора. Күрәһең, шуға күрәлер ҙә кешелек һәр ваҡыт уны яуларға ынтылған. Ҡош кеүек осорға хыялланмаған кеше юҡтыр ул. Ә бит хыял ҡасан да булһа тормошҡа аша.
       Парашют менән һикереү - күкте яулауҙың иң ҡыҙыҡлы һәм мөмкин булған варианттарының береһелер ул. Был оҫталыҡҡа Башҡортостан Республикаһында байтаҡ ҡына спорт клубтары өйрәтә. Иң өлкәндәренең береһе - БР ДОСААФ Үҙәк аэроклубы. Күптән түгел уға 75 йыл тулды. Бында яңылар ҙа, исемдәре билдәле спортсы-парашютсылар ҙа күнекмәгә йөрөй. Клуб йыл әйләнәһенә эшләй.
       Асылда, теләгән бер кеше парашютсы була ала. Бында артыҡ сикләүҙәр юҡ. Иң мөһиме, 15 йәше тулған һәм сәләмәтлеге яҡшы кеше булһын. Үҙеңдең "яраҡлы" икәнеңде иҫбатлау ҡатмарлы түгел - поликлиниканан сәләмәтлегең тураһында белешмә килтерергә һәм башланғыс парашютсы курсын үтергә кәрәк. Теоретик дәрестәр бер генә көн дауам итә. Уларҙы үткәс, практикаға ла тотонорға мөмкин. Тәбиғи, тәжрибәле конструктор күҙәтеүе аҫтында.
       Парашют менән һикереүҙең тиҫтәләгән төрҙәре бар. Улар классик акробатикаға, төркөм акробатикаһына һәм көмбәҙ акробатикаһына бүленә. Башта кеше иң ябай төрҙәрен һынап ҡарарға тейеш, һуңынан инде, тәжрибә туплағас, етдиерәктәренә күсергә мөмкин. Тәүге тапҡыр 900 метр бейеклектән һикерәләр (тәжрибәлерәк спортсылар өсөн планка 1200-1300 метрға тиклем күтәрелә).
       Күптәрҙең фекеренсә, иң иҫтә ҡалғаны - тәүге һикереү. Башта бер аҙ ҡурҡынысыраҡ була, һуңынан инде иҫ киткес хистәр кисерәһең. Осоу тойғоһо - һүҙ менән әйтеп аңлатҡыһыҙ. Был - бәхет, был - ҙур шатлыҡ, был - ысын әкиәт. Парашют менән бер тапҡыр һикерһәң, инде туҡталырмын тимә. Күк һине үҙенә саҡыра. Бөтә башҡа проблемалар онотола. Бер һикереүҙән икенсеһенә тиклем йәшәй башлайһың. Күккә күтәрелеп, һикереү көнөн түҙемһеҙләнеп көтәһең.
       Парашюттан һикерергә өйрәнергә тотош ғаиләләре менән киләләр. Мәҫәлән, 52 йәшлек Александр Савинов менән 19 йәшлек Кирилл Курилов - аталы-уллы. Уларҙың тарихы ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла. Кирилдың әсәһе, Александрҙың ҡатыны, бер нисә ай элек телевизорҙан парашют спорты тураһында тапшырыу ҡарай. Был сюжет уға шул тиклем оҡшай, ул кис буйына ғаиләһендәге ирҙәргә башҡа кешеләрҙең нисек матур итеп ял итеүҙәре хаҡында һоҡланып һөйләй. Тиҙҙән улар үҙҙәре лә күнекмәгә йөрөй башлай.
       - Әсәйемдең һүҙҙәре беҙгә тәьҫир итмәй ҡалманы, - тип һөйләй Кирилл, - иртәгәһенә үк беҙ атайым менән аэроклубҡа юл тоттоҡ. Былай мин дуҫтар компанияһын өҫтөн күрәм. Ләкин бында атайым менән барырға ҡарар иттем. Һәм дөрөҫ эшләгәнмен. Атайым, һәр ваҡыттағыса, өлгө күрһәтте. Һикерҙек. Оҡшаны. Бер аҙнанан яңынан килдек. Шунан китте лә инде. Хәҙер институтта миңә барыһы ла көнләшеп ҡарай. Ә нимәгә көнләшергә? Үҙҙәре лә һикерә ала бит! Мин бына хәҙер ҡул менән идара итеүгә күстем. Егеттәрҙе лә килтерәсәкмен мин бында. Парашют менән ысын осоуҙың ни икәнен, минеңсә, һәр кем тойорға тейеш. Был бит бик шәп!
       Александр ҙа ҡәнәғәт. Әлбиттә, ул улы менән ғорурлана. Егеттең ысын ир ҡорона кереүе күренеп тора, ти. Парашют спорты уларға бер-береһенә яҡынайырға ярҙам иткән. Етмәһә, егет атаһынан уҙҙырған. Парашют менән дә яҡшыраҡ идара итә, ергә лә дөрөҫ төшә. Хәйер, Александр быға ҡыуана ғына. Һәләтле егет. Тимәк, ата-әсәһе уны дөрөҫ тәрбиәләй алған.
       Үҙәк аэроклубта шөғөлләнгән күп парашютсылар ҙур ҡала һәм республика сараларында ҡатнаша. Мәҫәлән, Металлургтар көнөндә улар Ашала, Авиация көнөндә һәм, әлбиттә, клубтың 75 йыллығына арналған байрамда Өфөлә күрһәтмә сығыштар ойошторҙо.
       Сығыш яһаусылар араһында хатта башланғыс класс уҡыусыларын да күрергә мөмкин булды. Улар "көнгөрә" тип аталған тандемда һикерҙе. Тәбиғи, пассажирҙар сифатында. Әйткәндәй, һикереүҙәрҙең бындай төрөнөң уникаллеге шунда - 15 йәштән кесе булмаҫҡа тейеш тигән йәш сикләүҙәре бында ғәмәлдә түгел. Пассажир кесерәк булырға ла мөмкин. Бындай һикереүҙәр инвалидтарға ла рөхсәт ителә. Бынан тыш, инструктор менән бергә осоусы пассажир спорт һикереүенең айырылып китеү, иркен ҡолау, "ҡанат" тибында иркен осоу һәм тәғәйенләнгән нөктәгә төшөү кеүек бөтә элементтарын үҙендә тоя ала.
       "АН-2" самолетынан һикерәләр. Был бигүк яңы түгел, әммә сифатлы һәм ышаныслы машина. Клубта уны алмаштырырға йыйынмайҙар. Ә бына парашюттарҙы даими яңыртып торалар. Бында ойошмаға республика етәкселеге ярҙам итә. Дүрт йыл элек уның ярҙамында яңы йыһаздар һатып алдылар. Быйыл да ярҙам итерҙәр, тип уйлайҙар. Парашют спорты менән өфөләр әүҙем шөғөлләнәләр бит.
       Уҡыусылар, студенттар, өлкәндәр - уҡытыусылар, врачтар, юристар... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул хатта төп специальносҡа, йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән. Осоу рәхәтлеген кисереү, үҙеңде азат ҡош итеп тойоу - был бит бер ни менән сағыштырып булмаҫлыҡ ысын бәхет!

Анна Аксенова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал