6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Кредиттар ҡиммәтәйҙе, уның ҡарауы, аҡса һалыу - отошлораҡ
09.10.08


       Кредит алыу кәрәкме икән? Банк депозиты менән нимә эшләргә? Үҙ аҡсаң менән ҡалайыраҡ эш итһәң, яҡшыраҡ булыр? Һуңғы айҙағы финанс тотороҡһоҙлоғо ошо һәм башҡа күп кенә һорауҙар килтереп тыуҙырҙы. Яуап алыу өсөн "БАШвестЪ" Башҡортостан Республикаһының Кредит ойошмалары ассоциацияһы рәйесе, Банктың Акционерҙар фирмаһы идараһы рәйесе Айҙар Зөбәйеровҡа мөрәжәғәт итте.
       - Айҙар Сабир улы, Рәсәй иҡтисадының бөгөнгө хәленә ҡыҫҡаса аңлатма биреп китегеҙ әле.
       - Хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле, беҙҙең иҡтисадыбыҙ донъя иҡтисады менән тығыҙ бәйләнгән бит. Әммә илдең банк системаһы тотороҡлолоҡ күрһәтә. Етмәһә, дәүләт иҡтисадыбыҙға ярҙам итеү, шул иҫәптән вкладсыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау кимәлен күтәреү буйынса бик әүҙем рәүештә тотороҡландырыу саралары күрә.
       - Моғайын, иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып банк кредиттары буйынса процент ставкалары күтәрелерме-юҡмы икәнлеге тураһында һорау торор?
       - Кредиттар буйынса процент ставкалары күтәреләсәк, ҡайһы бер банкыларҙа ул күтәрелде ле инде, һәм был банкка бәйле түгел, ә улар тарыған хәлгә бәйле. Хәҙер банкылар әлегә тиклемгегә ҡарағанда ике-биш процентҡа ҡиммәтерәккә ресурстар йәлеп итергә мәжбүр буласаҡтар - бирелгән кредиттар шул уҡ пропорцияла ҡиммәтәйәсәк. Бында иң элек кисектергеһеҙ ихтыяждарға ҡулланыу кредиты һәм автокредит күҙ уңында тотола. Ҡағиҙә булараҡ, күп ҙур банкылар ставкаларын күтәрҙе лә инде, уратаса һәм ваҡтары әлегә көтә, әммә шул уҡ юлдан барырҙар, моғайын.
       - Ә ипотека менән нисек буласаҡ?
       - Бөгөн заемсыларға талаптар ҡатыланды. Финанс баҙарҙары тотороҡһоҙлоғо шарттарында бөтә банкылар хәүеф-менеджмент һәм контроль системаһын ҡатыландыра. Әгәр элек бер залог етһә, хәҙер тәьмин итеүҙе ике тапҡырға күберәк талап итәләр. Элек беҙҙең ипотека портфелдәре сит илдәр институттары тарафынан да һатып алынһа, хәҙер уларҙа Рәсәй ҡайғыһы юҡ. Банкылар ипотекаға кредит биреү күләмдәрен кәметә, ҡайһы бер банкылар ипотека буйынса эшләүҙән баш тарта. Әле үк ипотека буйынса эшләүсе банкылар һаны кәмене. Тик мин шуны әйтер инем: Рәсәй - иҡтисады үҫешә барған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар күп булған ил. Шуға күрә Рәсәйҙә ипотека перспективалары ҙур. Әлеге хәлдә ипотека кредиттары буйынса уртаса ставка өс-дүрт пунктҡа күтәрелде һәм уртаса 16 процент тәшкил итә.
       - Шулай ҙа хәҙер кредит алыу кәрәкме икән, әллә кризис менән хәл тотороҡланғанын көтөү яҡшыраҡ булырмы?
       - Кредитты хәҙер ҙә алырға мөмкин: банкты был кредитты бирергә ышандырыу мөһим. Бөгөн хәл шундай - күп банкылар ваҡытлыса кредит биреү күләмдәрен кәметте, шул уҡ ваҡытта граждандарҙан заявкалар кәмемәне. Предприятиеларға килгәндә, әгәр элек уларҙың күптәре сит илдән кредит алһа, хәҙер Көнбайыштың аҡсаһы юҡ, шуға күрә барыһы ла Рәсәй банкыларына күҙ терәй. Ә бында баҙар законы эшләй: һорау артҡас - тәҡдим ҡиммәтәйә.
       - Банкылар бирелгән кредиттар буйынса ставкаларҙы арттырыуы мөмкинме?
       - Бында барыһы ла тәғәйен килешеүгә бәйләнгән. Әгәр унда ошондай пункт бар икән, әлбиттә, арттырыуҙары мөмкин. Ләкин минең практикамда әгәр заемсы бөтә түләүҙәрен графикка ярашлы түләп барһа, банкылар бер ваҡытта ла бындай юлға барманы. Шуға күрә бөтә заемсыларға үҙ бурыстарына иғтибарлы булырға һәм түләүҙәрен тотҡарламаҫҡа тәҡдим итәм. Хәҙер бөтә банкылар "насар" клиенттар тураһында мәғлүмәт менән кредит тарихтары бюроһы аша үҙ-ара уртаҡлашалар бит.
       - Кредиттарҙан вкладтарға күсәйек. Граждандар аңлайышлы сәбәптәр арҡаһында һаҡлыҡҡа һалған үҙ аҡсалары өсөн борсола, һуңғы ваҡытта депозиттарын ваҡытынан алда һоратып алыу осраҡтары булдымы?
       - Банкылар үҙ бурыстарына, беренсе сиратта, вкладтар буйынса йөкләмәләренә бик яуаплы ҡарай. Һәр банктың хәүеф- менеджмент системаһы банктың һәр төрлө хәлдә тотороҡло булыуы өсөн яуап бирә. Кире алыу, договорҙарҙы ваҡытынан алда өҙөү ғәҙәттәгенән күп түгел. Һуңғы көндәрҙә, киреһенсә, вкладтар арта. Етмәһә, депозиттар буйынса проценттар артабан да үҫәсәк. Сөнки Рәсәй банкыларындағы средстволарҙың 25-30 проценты - сит илдәр банкыларынан бурысҡа алынған. Хәҙер сит илдән аҙыраҡ ала башланылар, тимәк, Рәсәй аҡсаларын, шул иҫәптән халыҡтан да, күберәк йәлеп итергә кәрәк. Вкладтар буйынса ставка 13-15 процентҡа тиклем күтәреләсәк. Практиканан күренеүенсә, кешеләр бөгөн һәр төрлө кризис шарттарында банкылар - аҡсаны һаҡлауҙың иң ышаныслы ысулы булыуын аңлай.
       - Беҙҙә шартлаған йәки банкротлыҡ сигенә еткән банкылар бармы?
       - Ундай банкылар беҙҙә юҡ!
       - Әгәр, әйтәйек, берәй банк йәки хатта бер нисә банк банкротҡа сыҡһа, Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ (ВСА) бөтә зыян күреүсе вкладсыларға аҡсаларын ҡайтарып бирә аламы?
       - Үҙҙәре әйтеүенсә, хатта бер юлы Рәсәйҙең бөтә ҙур банкыларында проблема килеп тыуған хәлдә лә ВСА бөтә заемсыларҙың вкладтарын ҡайтарырға һәләтле. Шулай булғас, үҙ вкладтарығыҙ өсөн ҡурҡыу кәрәкмәҫ.
       - Дәүләт Думаһына вкладтар буйынса бурысты ҡайтарыу суммаһын 400 мең һумдан 700 меңгә тиклем арттырыуҙы ҡараусы закон проекты индерелгән. Хәҙерге хәлдә уны ҡабул итеү ихтималлығы нисек?
       - Ул быйыл уҡ ҡабул ителеүе лә мөмкин.
       - Ә, һеҙҙеңсә, Рәсәйҙең өс банкына триллион ярым һум индереү ил иҡтисадында нисек сағылыр?
       - Был инфляцияның үҫеүенә килтерергә тейеш кеүек тә, ләкин финанс эштәрендә бер плюс бер һәр ваҡыт икегә тигеҙ булмай. Хәҙерге индереү - ул фонд баҙарының төшөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән финанстағы етешһеҙлекте дәүләт средстволары иҫәбенә тулыландырыу. Был инфляция кимәлендә сағыласаҡ артыҡлыҡ түгел. Етмәһә, дәүләт банкыларға был аҡсаны бушлай бирмәй, ә билдәле бер срокка кредитҡа бирә. Шулай уҡ Рәсәй буйынса, мәҫәлән, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар кәмеүенә тенденция билдәләнеүенә иғтибар йүнәлтергә теләйем. Был беҙгә лә ҡағылыр тип уйлайым.
       - Һүҙҙе йомғаҡлап, Айҙар Сабир улы, хәҙерге хәлдә граждандарға үҙ аҡсалары менән ни эшләргә кәңәш итер инегеҙ?
       - Биржала уйнау хәҙер хатта профессионалдарға ла ҡатмарлы. Фонд баҙарында хәлдәр нисек һалынырын алдан бер нисек тә әйтеп булмай. Күсемһеҙ милек, алтын, антиквариат һатып алыр инегеҙ - был әйберҙәргә хаҡ, уларға талап үҙгәреү менән бәйле, төшөүе йәки күтәрелеүе ихтимал, һәм дәүләт бер ерҙә лә гарантия бирмәй. Тотороҡһоҙлоҡ осоронда иң ышаныслыһы булып банк тора, етмәһә, дәүләт вкладтарҙы ҡайтарыуҙы ла гарантиялай. Ә банкка килгәндә, ҡайһыһын һайлау - һеҙҙең ихтыярҙа. Үҙегеҙгә оҡшағанын, өйөгөҙгә яҡын, эш графигы уңайлы булғанын һайлағыҙ.
       - Файҙалы кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал