6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ҡәләм һәм мылтыҡ менән
08.10.08


       1980 йылдың 9 майында Дүртөйлөлә Совет урамындағы 12-се йортта таҡтаташ асылды. Унда алтын хәрефтәр менән: "Был йортта 1936-1941 йылдарҙа журналист Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы Мөхәмәтйәнов (Бәҙреш Мөҡәмәй) йәшәгән. 1909-1944" тип яҙылған.
       Митингыла дүртөйлөләр - һуғыш ветерандары, журналистар, туғандары сығыш яһаны. Улар шағирҙы иҫкә алып һөйләне.
       Талантлы башҡорт шағиры Бәҙреш Мөҡәмәй 1909 йылдың 8 октябрендә Кәйеш ауылында тыуған. Бында уның бала саҡ йылдары үткән. Бөтә ауыл малайҙары кеүек үк, ул атаһы менән ер һөргән, иген иккән, уңыш йыйған. Тыуған Дүртөйлө ерен бик яратҡан, һәм был уның шиғырҙарында сағылған.
       Ярлы крәҫтиән малайы Бәҙреш тормошта үҙенә үҙе юл ярған. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө педагогия техникумына уҡырға ингән. Уны уңышлы тамамлап, Шишмә районында уҡытыусы булып эшләгән. Өфөгә күсеп килгән һәм "Йәш коммунар" йәштәр гәзитендә журналист булып эшләй башлаған. Әммә тыуған ере уны үҙенә тарта. Бәҙреш Мөҡәмәй Дүртөйлөгә әйләнеп ҡайта һәм район гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй башлай. Уҡыусылар уның мәҡәләләрен, ауыл кешеләре хаҡында һүрәтләмәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә, тик ҡолас йәйеп эшләргә насип булмай. Бәҙреш Мөҡәмәйҙе Ҡыҙыл Армияға саҡыралар. Ул унда 1933 йылдан 1936 йылға тиклем хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң инде район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эш башлай. Журналист һәләте нығына, оҫталығы үҫә. Бәҙреш Мөҡәмәйҙең беренсе "Шиғырҙар" китабы ул районда эшләгән сағында сыға. Ул саҡта был бик һирәк осрай.
       Журналистика ветераны Ярулла Вәлиев миңә Мөҡәмәйҙең мәктәп әҙәби түңәрәктәрендә булыуы хаҡында һөйләгәйне:
       - Ул йылдарҙа мин Әсән урта мәктәбендә эшләнем. Мәктәптә уҡытыусы Камил Ғарипов етәкселегендә бик шәп әҙәби түңәрәк эшләй ине. Беҙҙең үтенес буйынса түңәрәк дәрестәренең береһенә Бәҙреш Мөҡәмәй килде. Осрашыу бик ҡыҙыҡлы үтте. Ул үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Яҙыусы Шәйехзада Бабичтың тыуған яғында тик "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә уҡырға кәрәк, тигәйне ул.
       Шағир һәм журналист Бәҙреш Мөҡәмәйҙең ижад юлына Бөйөк Ватан һуғышы үҙгәрештәр индерә. Ул үҙе теләп фронтҡа китә. Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа, Вязьма, Можайск, Великие Луки ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Бәҙреш Мөҡәмәй фронтта ҡәләме менән дә, мылтығы менән дә һуғыша. Уның "Ант" шиғыры миллионлаған совет кешеләренең анты булып яңғырай. Өйөндә шағирҙы һөйөклө ҡатыны Клавдия, ҡыҙҙары Линария менән Эмма көтә. Ул уларға фронт тормошоноң ҡыйынлыҡтары тураһында яҙмай. Беҙҙең эшебеҙ хаҡ, фашизм ҡыйратыласаҡ һәм беҙ еңеү менән әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, тип ышандыра.
       Ләкин ул совет яугирҙарына ниндәй ауыр һуғыштар алып барырға тура килеүен күрә. 1944 йылдың 20 сентябрендә Латвияны азат итеү өсөн алыштарҙың береһендә ул һәләк була.
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана. Йылдар үтә. Әҙәби тәнҡитселәр Бәҙреш Мөҡәмәйҙең ижади эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай ала. Уның ғүмере бик ҡыҫҡа була, әммә киләсәк быуындарға мираҫ ҡалдыра. Ҡырҡынсы йылдарҙағы шиғырҙарының күбеһе Тыуған илде һаҡлау темаһына арналған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Бәҙреш Мөҡәмәйҙең ижады әүҙемләшә. Уның был осорҙа яҙған шиғырҙары һәм поэмалары шағирҙың үҙ тормошон да сағылдыра. Ҡайһы бер ваҡиғалар, шиғри деталдәр аша ул совет кешеләренең әхлаҡи ныҡлығын, еңеү хаҡына уларҙың үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итергә әҙер булыуын күрһәтә. "Таня" поэмаһында яҡташыбыҙ беренселәрҙән булып Зоя Космодемьянскаяның үлемһеҙ батырлығына дан йырлай. "Линарияның хаттары" тигән ҙур прозаик әҫәре, "Ҡанға ҡан" пьесаһы ла совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына арналған.
       Шулай ҙа уҡыусылар, беренсе сиратта урыҫтар, Бәҙреш Мөҡәмәйҙең әҫәрҙәре менән аҙ таныш. Һәм был уларҙың ғәйебе менән түгел. Һуңғы ҙур "Башҡорт ере яҙыусылары" ("Писатели земли башкирской") (2006) тигән йыйынтыҡта яҙыусының өс әҫәре бирелгән, һәм улар барыһы ла башҡорт телендә баҫылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал