6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Байрам алды көндәре
08.10.08


       Беҙҙең өсөн сираттағы мөһим байрам - Республика көнө яҡынлаша. 11 октябрҙә Башҡортостандың бөтә ҡала-ауылдарында күмәкләп күңел асыуҙар көтөлә. Әлбиттә, уларҙың иң ҙуры Өфөлә үтәсәк. Ләкин әлегә һүҙ байрам тураһында түгел. Һәр ваҡыттағыса беҙ байрам алдынан төрлө йомғаҡтар яһарға тырышасаҡбыҙ, һәм хәҙер, ҡәҙерле уҡыусылар, барыбыҙ ҙа яҡшы йәшәһен өсөн Өфөлә нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Ә беҙгә бында ҡалабыҙҙағы иң баш кеше - Өфө ҡала округы ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев ярҙам итәсәк.
       Сәнәғәт үҫешә
       Иң элек сәнәғәттә эштәр нисек тороуын асыҡлайыҡ.
       - Бөгөнгө көнгә ҡаланың ҙур һәм уртаса сәнәғәт предприятиелары тарафынан 197 миллиард һумлыҡ продукция тейәп оҙатылған һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылған, - тип һөйләй Павел Рюрикович. - Былтырғыға ҡарата үҫеш 19 проценттан ашып китә. Ә сәнәғәт етештереүе индексы 106,8 процент тәшкил итә, был насар күрһәткес түгел.
       Ҡала хакимиәте башлығы, һуңғы йылдарҙа Өфө сәнәғәт етештереүе индексын һәм сығарылған продукция күләмен тотороҡло арттыра бара, тип билдәләне.
       - Быйыл һигеҙ айҙа сәнәғәткә 27 миллиард һум инвестицияланды, - тине Павел Качкаев. - Ҡалабыҙҙа предприятиеларҙың килемлеге яғынан эштең тотороҡло яҡшыра барыуы күҙәтелә. Бөгөн ҙур предприятиеларҙың килеме 26 миллиард һумдан ашып китә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда үҫеш - 30 процент.
       Эш хаҡы күтәрелә
       Ҡалабыҙҙа уртаса эш хаҡы тотороҡло арта.
       - Бөгөнгө көнгә уртаса эш хаҡы күләме 17,9 мең һум тәшкил итә, - ти Павел Качкаев. - Был былтырғы йыл кимәленән 27 процентҡа юғарыраҡ. Һәм был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы һәм Урал федераль округтары буйынса даими өсөнсө урынды биләп киләбеҙ.
       Тауар әйләнеше арта
       Өфөлә шулай уҡ ваҡлап һатыуҙағы тауар әйләнешенең дә үҫеүен күҙәтәбеҙ.
       - Бөгөн предприятиеларҙың тулы әйләнәһе буйынса ваҡлап һатыу тауар әйләнеше 99,6 миллиард һум тәшкил итә, - тип билдәләй мэр. - Уҙған йылдың шул уҡ осорона ҡарата үҫеш - 41 процент.
       Торлаҡ төҙөлә
       Донъяла иҡтисадтың торошо тотороҡло булмауға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙҙа торлаҡ төҙөлөшө туҡталмай.
       - Быйыл 1 октябргә беҙ 443 мең квадрат метр торлаҡ тапшырҙыҡ, - тип һөйләй Павел Качкаев. - Уҙған йыл менән сағыштырғанда үҫеш 5,5 процент тәшкил итте. Яңы йылға беҙ йыл башында ҡуйған бурысты үтәргә тейешбеҙ - 700-720 мең квадрат метр торлаҡ тапшырырға. Был план, һис шикһеҙ, үтәләсәк.
       Бюджет үҫә
       Ҡалабыҙҙа туғыҙ айға бюджет буйынса план 100,7 процентҡа үтәлде, тип билдәләне Качкаев.
       - Ҡала территорияһында 88,7 миллиард һумлыҡ һалымдар һәм йыйымдар йыйылды. Былтырғы кимәлгә ҡарата үҫеш 20 процент тиерлек тәшкил итте, - ти ҡала хакимиәте башлығы. - Федераль бюджетҡа - 52,5 миллиард һум (59 процент), Башҡортостан Республикаһы бюджетына 30,3 миллиард һум (34,2 процент) аҡса күсерелде.
       Капиталь ремонт дауам итә
       Бында ла бөтәһе лә план буйынса бара. Коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡала һәм эргәләге ҡасабалар территорияларын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡара.
       - Йыл башынан финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 630 миллион һумдан ашыуға, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары иҫәбенә - 447 миллион һумға, торлаҡ фондын капиталь ремонтлау буйынса эштәр башҡарылды, - тип билдәләй Павел Рюрикович. - Быйыл һигеҙ айҙа коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү предприятиелары 5,5 миллиард һумлыҡ эштәр башҡарҙы һәм хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтте.
       Юлдар ремонтлана
       Быйыл ирекле взностар һәм хәйриә ярҙамы арҡаһында байтаҡ ремонт эштәре башҡарылды, тип хәбәр итә Өфө мэры.
       - Юлдарҙы капиталь ремонтлау буйынса ҙур күләмдә эштәр башҡарылды, - ти Павел Качкаев. - 472 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда ҡала юлдары капиталь ремонтланды. Быйыл башҡарылған эштәр күләме 1,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Әгәр тағы бер-ике йыл ошо кимәлдә эшләһәк, Өфөлә юлдар сифаты менән проблема булмаясаҡ.
       Ҡалабыҙҙа автомобилдәр һаны туҡтауһыҙ арта. Шуға күрә йыш ҡына ҡала урамдары буйлап хәрәкәт тотҡарланыуын күҙәтәбеҙ.
       - Хәҙер беҙ тығындар менән хәлде Мәскәү, Түбәнге Новгород, Һамар, Силәбе кимәлдәренә еткермәү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, - тип ышандыра Павел Рюрикович.
       Объекттар асыла
       Ахыр килеп, Республика көнөнә ҡарата ҡала властары ниндәй социаль объекттар асырға планлаштырыуы хаҡында әйтеп үтәйек.
       - Хәҙер Өфөлә Зорге урамындағы "Дуҫлыҡ" балалар санаторийын һәм Ладыгин урамындағы 2-се поликлиниканы реконструкциялау тамамлана, - тип хәбәр итә Павел Качкаев. - Совет районында бер һәм Калинин районында ике балалар баҡсаһы капиталь ремонттан һуң тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итергә әҙерләнә.
       Байрам объекттары исемлегендә бер нисә спорт ҡоролмаһы ла бар.
       - Орджоникидзе районында Суворов урамындағы 98-се спорт- сәләмәтләндереү мәктәбенең спорт майҙансығында ябыҡ спорт залы төҙөлдө, - тип һөйләй ҡала хакимиәте башлығы. - Бынан тыш, баш ҡаланың Ленин, Киров һәм Орджоникидзе райондарында яһалма ябыулы һәм тренажер-гимнастика комплекстары менән универсаль спорт майҙансыҡтары төҙөлдө.
       Шулай ҙа Республика көнөнә ҡарата иң көтөлгән һәм төп ваҡиға булып Ҡариҙел йылғаһы аша Ташкисеү районында күпер асыу торор, моғайын.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал