6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Был "Ҡала" иң яҡшыһы
01.10.08


       Республикала 25-26 сентябрҙә үткән Мәскәү көндәрендә "Хәҙерге заман пьесаһы мәктәбе" театры труппаһы Өфө "Нур" дәүләт татар театры сәхнәһендә Евгений Гришковецтың пьесаһы буйынса "Ҡала" спектаклен ҡуйҙы. Спектаклдә театрҙың төп актерҙары Саид Багов, Анжелика Волчкова, Вадим Калганов, Альберт Филозов уйнаны, унда эпизодик бер ролде театрҙың художество етәксеһе Иосиф Райхельгауз башҡарҙы.
       Артистарҙың әйтеүенсә, улар Өфөгә был спектаклде килтерергә ҡарар итеп, бик тулҡынланған. "Хәҙерге заман пьесаһы мәктәбе" театры сәхнәһендә ул инде күп йылдар бара, хатта айырым бер награда менән дә билдәләнгән. Ләкин артистар, спектакль Өфө тамашасыһына күңелһеҙ булып тойолмаҫ микән, тип борсолған. Күренеүенсә, юҡҡа борсолғандар. Ике көндө лә "Ҡала" аншлаг менән үтте.
       Килеүселәрҙең барыһы ла залға ингәс тә ғәҙәти булмаған хәлде билдәләне. Ни өсөндөр сәхнәгә лә креслолар ҡуйылған, унда ҡәҙимге тамашасылар ултырҙы. Ләкин тәү ҡарашҡа ғына ҡәҙимге икән. Һуңынан уларҙың барыһы ла Өфө театрҙары артистары булыуы асыҡланды. Улар спектаклдә ҡатнашманы, шулай ҙа билдәле бер актерлыҡ күнекмәләренең файҙаһы тейҙе - тамашасылар залынан әллә күпме күҙ ҡарап ултырыуҙан улар тартынманы.
       Фойела инде өсөнсө ҡыңғырау шылтыраны, ләкин спектакль һаман башланмай. Тәүҙә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡул сабыуҙар ишетелде, һуңынан инде ныҡлап ҡул саптылар. Ҡайҙандыр сәхнә түренән күк бейсболка кейгән кеше килеп сыҡҡанда тамашасылар үҙ-ара шыбырлашып һөйләшә ине әле. Ул телефондан һөйләшә-һөйләшә атлай, һуңынан залда торған дүрт таған баҫҡыстың береһе буйлап күтәрелә башланы. Электромонтер микән әллә? Нимәнелер төҙәтергә килгәнме?.. Юҡ икән - ул тамашасыларға йөҙө менән боролғас, күптәр артист Саид Баговты таныны. Бер нисә секундтан ул залға кеҫә телефондарын һүндереүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итте... һәм ручка биреп тороуҙарын һораны - уныҡы ҡайҙалыр юғалған, ә уға бер нисә мөһим һүҙ яҙып ебәрергә кәрәк. Әлбиттә, күп тамашасылар уға ручка һуҙҙы, Багов рәхмәт әйтте лә ниндәйҙер Таняны саҡыра башланы.
       Таня, баҡһаң, уның, дөрөҫөрәге, ул уйнаған герой - Сережаның ҡатыны икән. Сережа һөнәре буйынса бөтөнләй монтер түгел, ғөмүмән, физик эш башҡарып аҡса тапмай. Ул яҡшы китаптар уҡыған һәм аҡыллы әңгәмә ҡорорға яратҡан интеллектуалдарҙан.
       - Таня, һөйлә әле, нисек йәшәйһең, нимә тураһында уйлайһың, ни хаҡында хыялланаһың? - ул ҡатынын ысын күңелдән әңгәмә ҡорорға саҡыра.
       - Мин үҙ тормошомдан ҡәнәғәтмен. Үҙем белгәнсә йәшәйем. Мин һине яратам, Сережа, һәм шуның менән бәхетлемен.
       Сәйер ҙә инде ҡатын-ҡыҙҙар. Бушҡа ғына - матур тәҙрә пәрҙәһенә йәки тәмле виноградҡа шатлана белә. Ул да ҡасандыр ошондай тойғо кисергәйне, мәҫәлән, Таня менән бергә диван һатып алғас. Ләкин хәҙер шатланыу нисек булыуын онотҡан да инде. Тормошта барыһы ла ул теләгәнсә килеп сыҡҡан кеүек. Тик ул ошо турала хылланғайнымы ни? Үҙенең хәҙерге хәленә ул, нисек кенә сәйер булмаһын, балалар шиғырын уҡып, бик аныҡ билдәләмә тапҡан. Сережа уны үҙ һүҙҙәре менән әйтеп бирә:
       - Бер көн иртәнсәк уянғас, үҙемдең автобус та түгел, ә трамвай икәнлегемде аңланым.
       Бынан һуң ул ғаиләһен, эшен ҡалдырып, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китергә ҡарар итә. Уның әйтеүенсә, тыуған ҡалаһын ул хәҙер күрә генә, ләкин күптән инде тоймай. Тормошон яңы биттән башларға ҡарар итеп, ул сумкаһын йыя ла вокзалда кешеләр араһына инеп юғала.
       Әйткәндәй, таған баҫҡыстар тураһында. Артистар улар буйлап шәп кенә менеп китәләр ҙә, иң өҫкө баҫҡысына ултырып, бер- береһе менән әңгәмәләшәләр. Дөрөҫ, ергә лә төшәләр, башлыса, сәхнә артына инеп юғалыу өсөн. Был үрмәләүҙәр һәм төшөүҙәр бөтә күренештәре, шатлыҡтары һәм проблемалары менән тормошто сағылдыра.
       Төп герой һис тә асыуҙы килтермәй, уны, киреһенсә, оҡшатаһың. Ул аҡыллы һәм шаярта белә. Уның холҡо үҙ фекерҙәрен әйтеп биреү аша ғына түгел, ҡатыны Татьяна, мәктәп эскәмйәһенән дуҫы Макс (Вадим Калганов), атаһы (Альберт Филозов), таксист (Иосиф Райхельгауз) менән диалогтары аша ла асыла.
       Герой һәм уның яҡындары кисергән фажиғәле хәлгә ҡарамаҫтан, спектакль ауыр, шомло булып тойолмай. Унда яҡшы юмор һәм шаяртыуҙар күп кенә, әммә уларҙы аҙлап бирәләр. Тотанаҡлы һәм үҙенсәлекле юмор спектаклгә ниндәйҙер бер дәрәжә, бәҫ өҫтәй.
       Спектаклдә ниндәйҙер бер махсус эффекттар, декорациялар һәм музыка юҡ. Ләкин улар кәрәкмәй ҙә - геройҙарҙың монологтары һәм әңгәмәләре бөтә иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙың интонацияны дөрөҫ һайлауына, бик матур дикцияһына хайран ҡалаһың. Быға өҫтәп, йөҙҙәренең ғәжәйеп бер йәнлелеге - артистар үҙ тойғоларын мимика аша бирә белә. Геройҙар уйнаманы, ә сәхнәлә ҡәҙимге үҙ тормоштары менән йәшәне кеүек тойолдо. Тағы ла шуныһы ла яҡшы булды - улар менән йәнәштә генә беҙҙең башҡорт театрҙарының йәш артистары ултырҙы, улар, моғайын, мәскәүҙәрҙең уйынын профессиональ күҙлектән баһалағандыр. Һәм тағы ла бер үк ваҡытта улар ошо ябай булмаған оҫталыҡтың ниндәйҙер бер нескәлектәренә - тамашасы артистың сәхнәлә уйнамауына, ә йәшәүенә ышанырлыҡ итеп үҙ ролдәрен башҡарырға өйрәнһендәр ине, тигән теләктә ҡалдыҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал