6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

"Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"
25.09.08


       "Башҡортостан" киностудияһында яңы фильмды презентациялар алдынан ижади осрашыуҙар үткәреү традицияға ингән. Был юлы ла уны ойоштороусылар ҡағиҙәнән ситкә китмәне һәм журналистарҙы, ҡуйыусы режиссерҙарҙы һәм сценаристарҙы саҡырҙы. Һуңғылары араһында - Зөһрә Буракаева, Салауат Вахитов, Мәғәфүр Тимербулатов һәм матбуғат конференцияһының төп геройы - Булат Йосопов. Тамашасылар уны "Арҡайым сере", унда төп геройҙарҙың береһен Рәсәй актеры Сергей Селин уйнағайны, "Сөмбөлдөң етенсе йәйе" кеүек кинокартиналар аша белә. Эш шунда, октябрь айында БСТ каналында Булат Йосоповтың Мостай Кәрим әҫәре мотивтары буйынса төшөрөлгән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" картинаһын күрһәтәсәктәр. Өфөләр был фильмды 2006 йылда уҡ күргәйне, ләкин режиссер үҙе ул саҡтағы премьераны эшләп еткерелмәгән тип иҫәпләй.
       - Картина билдәле бер ваҡытҡа тапшырылырға тейеш ине, шуға күрә дискыны алып, "Родина" кинотеатрында фильмды күрһәттек, - тип һөйләй Булат. - Ҡайһы бер күренештәр монтажланмағайны, картинала ниндәйҙер сит тауыштар күп булды. Ҡыҫҡаһы, ике йыл элек күрһәтелгәнен мин премьера тип иҫәпләмәйем. Ул сейле-бешле материал булды. Шуға күрә мин "Башҡортостан" киностудияһы етәкселегенә бергәләп проектты еренә еткереп эшләргә тәҡдим иттем. Хәҙер фильм тулыһынса әҙер, һәм тамашасылар уны ҡарауын теләр инем.
       - Беҙ быны йыйылыр өсөн ҙур сәбәп тип иҫәпләнек, - ти режиссер Зөһрә Бураҡаева. - Етмәһә, Булаттың нисә йыл инде үҙ киностудияһы булһа ла, картинаны тап "Башҡортостан" киностудияһында тамамлауы ла иғтибарға лайыҡ.
       Башта уҡ ҡуйыусы режиссер Булат Йосопов та, сценарист Мәғәфүр Тимербулатов та проекттың киң тамашасыға иҫәпләнмәүен аңлай. Шуға күрә уны DVD-дискыларҙа сығарырға һәм уҡыусыларға күрһәтеү өсөн тәҡдим итергә ҡарар итә.
       Башҡорт әҙәбиәте классигы повесы буйынса тулы метражлы фильм төшөрөү теләге Булат Йосоповта 1996 йылда уҡ барлыҡҡа килә. "Ике хат" новеллаһынан тәьҫирләнеп, Булат сценарий яҙа һәм уны Мостай Кәримгә күрһәтә. Яҙыусыға проект оҡшай, һәм Булат режиссер сценарийына тотона. Бына шул саҡта ҡыйынлыҡтар килеп тыуа ла. Повестың башҡа персонаждарын ситтә ҡалдырып, төп герой тураһында һөйләү килеп сыҡмай. Аҡрынлап Булат сценарийға башҡа новеллаларҙы ла индерә. Шулай итеп, режиссер сценарийы ике сериялы тулы метражлы фильм булып үҫешә. Ләкин бындай проект өсөн етерлек финанслау, яҡшы сифатлы яҡтыртыу һәм кино төшөрөү ҡорамалдары кәрәк була. Быларҙың барыһы ла етешмәгәс, күп күренештәрҙән баш тартырға, ә сценарийҙы бер серияға тиклем ҡыҫҡартырға тура килә.
       Ижади төркөм оҙаҡ ваҡыт төшөрөү өсөн объекттар эҙләй. Мостай Кәримдең тыуған яғы - Шишмә районы - эшләү өсөн майҙансыҡ булып хеҙмәт итә алмай. Асфальт түшәлгән юлдар, телеантенналар, электр бағаналары тарихи фильм контексына бер нисек тә тап килмәй. Археологтар ярҙамға килә, улар Баймаҡ районындағы Байыш ауылы тураһында һөйләй. "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмы ошо бәләкәй ауылда төшөрөлә лә инде.
       Картина өсөн актерҙарҙы бөтә республика буйлап йыялар. Өлкән Кендек ролен ул саҡтағы студент, ә бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры артисы Илмир Иҙрисов уйнаны. Оло инәй ролен - Милли йәштәр театры артисы Вәкилә Ҡалмантаева, Әсхәт ролен Стәрлетамаҡтан уҡыусы Егор Сурганов башҡарҙы. Өлкән Хәмитйән - Туймазы татар дәүләт драма театры артисы Фәнзил Мөхәмәтдиновтың персонажы. Председатель ролен Сибай дәүләт башҡорт балалар театры директоры Вәкил Йосопов башҡарҙы. Людмила ролен БР Милли йәштәр театры артисы Рушана Бабич уйнаны. Күмәк күренештәрҙә Байыш ауылы халҡы ҡатнашты.
       Фильмда лирик композициялар яңғырай, картинаға музыканы бөтә Рәсәйгә билдәле "Lumen" рок-төркөмө тауыш режиссеры композитор Влад Саватаев яҙған.
       Фильмды БСТ каналында күрһәтеү Мостай Кәримдең тыуған көнөнә тура килтереләсәк, ул 20 октябрҙә билдәләнә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал