6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Яңы форматтағы завод
24.09.08


       Республиканың Өфө районында, Урыҫ Юрмашы ауылы эргәһендә, яңы төҙөлөш материалдары сәнәғәте заводы төҙөләсәк. Предприятиела гопсокартион - сағыштырмаса арзан һәм баҙарҙа бик талап ителгән продукт етештерергә планлаштыралар. Проект буйынса яҡында урынлашҡан карьерҙа йылына 350-450 мең тонна гипс алынасаҡ. Заводта иһә йылына 30-45 миллион квадрат метр гипсокартон етештереләсәк.
       Был объект төҙөлөшөнә Францияның төҙөлөш материалдары етештереү буйынса "Сен-Гобен" холдингы йөҙ миллиондан ашыу евро һалырға планлаштыра.
       Башҡортостанда алып барылған төҙөлөш масштабтарын иҫәпкә алып, был заводтың республикаға ни тиклем кәрәк булыуы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килеүе хаҡында ла оноторға ярамай, ә улар 180 буласаҡ. Әммә урындағы халыҡта экологик характерҙа һорау тыуҙы.
       Эйе, юрмаштарға экологик яҡтан бик уңай түгел шул: Өфөнөң нефть эшкәртеү предприятиелары бик яҡын урынлашҡан, ауыл осонан тимер юл үтә. Ә Рәсәйҙең гипс эшкәртеү менән шөғөлләнгән заводтары ниндәй шарттарҙа эшләүе бер кемгә лә сер түгел.
       Ауыл халҡы, үҙҙәре әйтеүенсә, завод төҙөүгә ҡаршы түгел, ләкин улар сәнәғәт зонаһы үҙәгендә йәшәргә теләмәй. "Был булмаясаҡ, - тип раҫлай "Сен-Гобен" компанияһының Рәсәй бүлексәһе вәкилдәре. - Ышанмаһағыҙ, килеп ҡарағыҙ". Йөҙ ҡат ишеткәнсе, бер ҡат күр, тигәндәй, ауылдың бер төркөм йәмәғәтселек советы вәкилдәре сентябрь көндәренең береһендә ошондай уҡ предприятиелар нисәмә йыл инде уңышлы эшләп килгән Польша һәм Австрияға юлланды.
       Польшала завод территорияһында аҡ гипс саңы урынына бөтә ерҙә йәшеллек - сәскәләр, ағастар, алмалары ҡыҙарып бешеп ултырған алмағастар. Карьерҙа шартлатҡанда зарарһыҙ шартлатҡыс матдәләр ҡулланыла, предприятие машиналары үткән юлдарға даими һыу һибелә, гипс ҡоролмаларында саңды тотоп ҡалыусы фильтрҙар тора, ә завод майҙансығында, шулай уҡ карьерҙа ла даими рәүештә ағастарҙы тергеҙеү эштәре алып барыла. Әйткәндәй, карьерҙа эш бөткәс, уның урынында күл барлыҡҡа киләсәк.
       Австрияла завод илдең билдәле һәм боронғо курорт зоналарының береһе булған Бад Аусзее ҡаласығынан (уға инде 150 йыл) 200 метрҙа урынлашҡан. Был завод 20 йыл эшләй, был ваҡыт эсендә ҡорамалдар бер аҙ иҫкергән, шуға күрә лә предприятиела йыл һайын производствоны яңыртыуға байтаҡ средстволар һалына. Айырым алғанда, был инвестициялар тулыһынса ҡалдыҡһыҙ производство ойошторорға ярҙам иткән - бөтә ҡалдыҡтар искенсе тапҡырына файҙаланыла.
       Карьерҙа аяҡҡа баҫтырыу эштәре алып барыла. Ул даими күсерелә бара - эшкәртелгән участка майҙаны 15 гектарҙан ашмай, һәм бөтә эшкәртелгән майҙанға шунда уҡ урындағы үҫемлектәр орлоҡтары сәселә, ә бушлыҡтарға эшкәртелгән тоҡом тултырыла.
       Заводта 15 йылда күп ҡорамалдар алмаштырылған. Мәҫәлән, предприятие дизель яғыулығы урынына тәбиғи газға күскән, дизель тейәгестәр урынына электр тейәгестәр ҡуйылған һәм башҡа эштәр башҡарылған. Ҡала мэрының йорто заводтан 200 метр ғына алыҫлыҡта, ул, бындай күршелектән бер ниндәй уңайһыҙлыҡ тоймайым, ти. Бад-Аусззе вице-мэры, икенсе сәйәси партияла тороуына ҡарамаҫтан, коллегаһы менән килешә. Етмәһә, ул үҙе фермер ҙа - экологик саф малсылыҡ продукттары етештерә. Уның әйтеүенсә, заводтың зарарлы йоғонтоһо юҡ.
       Шуға ҡарамаҫтан, поляктар ҙа, австриялылар ҙа юрмаштарҙан бер аҙ көнләшкән кеүек тойолдо. Башҡортостанда заводта иң алдынғы ҡорамалдар ҡуйыласаҡ, әле оҙаҡ ҡына экологик шарттарҙы яҡшыртыуға аҡса һалырға тура килмәйәсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал