6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Штраф почта аша киләсәк
22.09.08


       Иң мөһиме - тиҙлекте арттырмаҫҡа: Башҡортостан автомобилистарына бына нимә кәңәш итергә мөмкин. 19 сентябрҙән төбәктә юлдарҙағы хәлде видеоға төшөрөү автоматик системаһы эшләй башланы. Хәҙер республикала ете видеокамера эшләй, улар тәүге осорҙа тиҙлек режимын боҙоусыларҙы ғына асыҡлаясаҡ: статистика буйынса республикала һәр өсөнсө юл-транспорт һәләкәте ошо сәбәпле яһала. Был системаның нисек эшләгәнен беренсе булып журналистар күрҙе. Бынан алда БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә ҡорамалды күрһәттеләр һәм уның эш принциптары тураһында һөйләнеләр.
       Камера ҡурҡыныс түгел
       Бөтә ете прибор - "Арена-П" күсмә автоматик фотофиксация комплекстары. ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Рауил Байбурин әйтеүенсә, бөгөн улар Өфөлә һәм федераль трассаларҙа эшләй. Улар авариялар иң күп яһалған урындарға ҡуйылған, ваҡыт-ваҡыты менән камералар урыны алмаштырыласаҡ. Бынан тыш, закон автоинспекторҙарға муляждар файҙаланырға рөхсәт итә: улар бөгөн 12.
       Ҡорамал көндөҙ ҙә, төнөн дә, ямғыр һәм ҡар яуғанда ла эшләй ала, 40 градус һыуыҡтан алып 50 градус эҫегә түҙә. Ул яҡынлашып килгән, шулай уҡ үтеп киткән машиналарҙың да номерын һәм сәғәтенә 20 километрҙан алып 250 километрға тиклем тиҙлеген билдәләй ала.
       Ҙур булмаған камераны күсереп йөрөтмәле өсаяҡҡа ҡуйырға ла, электр тапшырыу линиялары бағанаһына нығытырға ла мөмкин. Үлсәү приборы алыҫтан уҡ хәрәкәт тиҙлеген билдәләй. Бөтә алынған мәғлүмәттәр юл-патруль хеҙмәте инспекторы ноутбугындағы ҡабул итеүсе ҡоролмаға ағыла. Смена тамамланғас, ул тупланған мәғлүмәтте дөйөм базаға "ҡоя".
       ЮХХДИ етәкселеге, автоинспекция хеҙмәткәрҙәре был базанан бер нәмәне лә юйып та ташлай йәки үҙгәртә лә алмай.
       - Приборҙарҙы файҙаланыу ЮХХДИ хеҙмәткәре менән водитель араһында диалогҡа, ришүәт биреү йәки алыуға урын ҡалдырмай, - тип белдерҙе Байбурин.
       Йыл һайын бындай прибор Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә тикшереү үтәсәк. Тиҙҙән ошондай тағы биш комплекс сафҡа индереләсәк. Мәғлүмәттәр базаһы кәмендә өс йыл һаҡланасаҡ.
       Иркен алмаштырыла торған протоколдар
       Ҡағиҙә боҙоусыларға беренсе хаттар бөгөн, 22 сентябрҙә үк, еткереләсәк. Журналистарға протокол өлгөләрен дә күрһәттеләр.
       Бланкала ҡағиҙә боҙған саҡта камера төшөрөп алған автомобилдең фотографияһы, дәүләт номеры, машина хужаһы тураһында мәғлүмәттәр бар, ҡайҙа һәм ҡасан ниндәй ҡағиҙә боҙоуы һәм автомобиль хужаһына ниндәй яза бирелеүе күрһәтелә. Шунда уҡ штраф түләү өсөн реквизиттар ҙа бар.
       Миңлебаев әйтеүенсә, тәүге ваҡытта протоколдар сәғәтенә тиҙлекте 30 һәм унан күберәк километрға арттырыусыларға ебәреләсәк. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә ҡаралғанса, водителдәребеҙ ҡала буйлап сәғәтенә 60, ә трассала 90 километр тиҙлек менән йөрөргә өйрәнгәнсе, Дәүләт автоинспекцияһы аҡрынлап планканы төшөрә барасаҡ.
       Штрафтар
       Бер хат ебәреү 60 һумға төшә. Хатты алыусы - йәғни ҡағиҙә боҙоусы - был хаҡты түләмәйәсәк, тинеләр ЮХХДИ-ла. Хат таратыуҙы Эске эштәр министрлығы финанслаясаҡ. Яҙыусы аппаратура ла арзан түгел. "Арена" күсмә комплексының бер комплекты 326 мең һум тора. Бөтә сығымдар штрафтар иҫәбенә ҡапланасаҡ, тип ышаналар ЮХХДИ-ла. Александр Рымарь әйтеүенсә, Краснодар крайында камералар 1 июлдән алып эшләй, сәғәт ярым эсендә шул тиклем күп ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған, улар буйынса штрафтар суммаһы 14 мең һум тәшкил иткән.
       Камералармы әллә кадрҙармы?
       Александр Рымарь тағы ла Краснодар крайынан миҫал килтерҙе, Башҡортостан автоинспекторҙары тәжрибә уртаҡлашыу өсөн тап шунда барҙы. Краснодарҙың үҙендә юлдарҙа юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары күпкә кәмегән, тине ул. Әммә был штатты кәметеүҙе белдермәй. Ҡайһы бер урындарҙа юл-патруль хеҙмәте постарын алһалар ҙа, камералар яҙған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү, ҡағиҙә боҙоусыларға хаттарҙы баҫып сығарыу һәм таратыу мәсьәләһе килеп баҫты. Рауил Байбурин әйтеүенсә, тәүге осорҙа ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫәбе элеккесә ҡаласаҡ, ә инде автоматлаштырылған видеофиксация системаһы тулы көскә эшләй башлағас, уның менән эшләү өсөн яуаплы подразделение төҙөргә планлаштырыла.
       Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, административ кодексҡа юлдарҙағы хәлде фотоға һәм видеоға төшөрөү сараларын ҡулланыуҙы регламентлаусы төҙәтмәләр быйыл 1 июлдә ғәмәлгә инде. Уларҙы индереү - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡты ҡатыландырыуҙың йомғаҡлау этабы. Төҙәтмәләрҙең беренсе блогы 2007 йылдың 11 авгусында эшләй башланы. Ул саҡта ҡаршы яҡ полосаға сыҡҡан, дәүләт номерыһыҙ автомобилгә ултырған, техосмотрһыҙ йөрөгән, тротуар буйлап үткән, руль артында hands-free ҡоролмаһыҙ телефон менән һөйләшкән өсөн штрафтар артҡайны. Икенсе өлөшө 2008 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә инде, ул саҡта тиҙлекте арттырған, ҡайышты элмәгән, светофорҙың тыйыу сигналына үткән өсөн ҡатыраҡ талап итә башлағайнылар.
       - Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн язаны ҡатыландырғандан һуң быйыл йыл башында Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, авариялар һәм унда һәләк булыусылар һәм имгәнеүселәр һаны кәмене. Ләкин беҙ бының менән тынысланырға йыйынмайбыҙ, - тип ышандырҙы Рауил Байбурин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал