6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Оҙаҡ ултырғансы, тиҙерәк тороу яҡшыраҡ
15.09.08


       - "Мерседес"та ултырғансы, мин "Газелдә" баҫып барам, - ти Өфөнән студент ҡыҙ Аня һәм килеп туҡтаған микроавтобусҡа йүгерә. Уның менән бергә утыҙлаған кеше ишеккә ынтыла. "Баҫып барырға мөмкинме?" - "Мөмкин". Һәм 13 урынға иҫәпләнгән "Газелдә" нисектер йүгереп килеүселәрҙең барыһы ла тиерлек һыя. Тороп ҡалғандар, ҙур автобустарҙы үткәреп ебәреп, киләһе "Газелде" штурмларға әҙерләнә.
       "Моторҙар эшләүселәр" туҡталышында, хәйер, һәр туҡталышта ла, бындай күренеш һәр иртә һайын күҙәтелә. Өйөнән эшкә тиклем 20 һәм унан күберәк километр ара үтергә тура килгән тиҫтәләгән мең өфөлә студент ҡыҙ Аняның һүҙҙәрен ҡеүәтләйәсәк.
       - Әгәр ҙур автобусҡа ултырһам, "Ҡунаҡхана"ға тиклем сәғәт буйына барасаҡмын, ә былай 40 минутта барып етәм, - тип "Газелдәр" файҙаһына төп дәлилен килтерҙе әңгәмәсем. - Баҫып барырға ла ризамын, тик эшкә генә һуңламаҫҡа!
       Ә шул уҡ ваҡытта власть структураларында күптән инде Өфө юлдарын "Газелдәрҙән" бушатыу идеяһы тикшерелә. Һуңғы ваҡытта был тема Өфөлә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа ла бик популярға әйләнде. Был юлы Дәүләт автоинспекцияһы һәм Дәүләт "Автодорнадзор" етәкселәре лә микроавтобустарға ҡаршы сыҡты.
       - Мин - ҙур автобустар яҡлы. Автобус ни тиклем ҙур булһа, уның ҡатнашлығында авариялар ҙа шул тиклем аҙыраҡ, - тине уҙған матбуғат конференцияһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов. - Иң мөһиме - юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге.
       Журналистар менән осрашыу Башҡортостанда "Автобус" Бөтә Рәсәй профилактик операцияһын үткәреүгә арналды, ул 1 сентябрҙән 30-ына тиклем илдең бөтә төбәктәрендә үткәрелә. ЮХХДИ һәм юл надзоры органдары автотранспорт предприятиеларын, водителдәрҙе, автобустарҙы тикшерә.
       - Башҡортостанда операция үткәреү ваҡытында 12 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлде, шуларҙың ун проценты - ҡағиҙәләрҙе айырыуса тупаҫ боҙоу. 12 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланды, шуның туғыҙы - "Газель" водителдәре, - тип билдәләне Динар Ғилметдинов.
       Иң таралған ҡағиҙә боҙоуҙар - тиҙлекте арттырыу һәм водителдең көн һайын рейсҡа сығыр алдынан медосмотр үтеүҙе һанға һуҡмауы.
       "Автобус" операцияһы башланғандан алып Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1200 "маршрутка"ның номерын алды.
       Һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр автобустар ҡатнашлығында авариялар һаны кәмеүе күҙәтелә, тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы башлығы. 2008 йыл башынан алып республикала 52 ошондай юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, 65 кеше имгәнгән. Ике кеше һәләк булған һәм 26 кеше имгәнгән 22 авария - 40 проценттан ашыуы - "Газель" водителдәре ғәйебе менән яһалған. 12 юл-транспорт һәләкәтендә "ПАЗ" водителдәре ғәйепле, 6 аварияны - "НефАЗ", дүрт аварияны "Мерседес" водителдәре яһаған.
       "Башавтотранс" дәүләт компанияһы водителдәре үҙҙәрен күпкә тәртиплерәк тота, тип билдәләне Динар Ғилметдинов. Предприятие республикала пассажирҙар ташыуҙың 70 процентын хеҙмәтләндерә. Бөтә автобустарҙың сиректән ашыуырағы - 28 проценты - шәхси эшҡыуарҙар ҡарамағында, шул уҡ ваҡытта юл-транспорт һәләкәттәренең өстән бер өлөштән ашыуы уларға тура килә.
       Ҡағиҙә боҙоуҙар яғынан шул уҡ "Газелдәр" айырылып тора. Милиция статистикаһы буйынса, бөтә ҡағиҙә боҙоуҙарҙың 70 процентын һәм автобустар ҡатнашлығында аварияларҙың 40 проценттан ашыуын улар бирә. Стәрлетамаҡта "Газелдәрҙе" алыу иҫәбенә юлды бушатып дөрөҫ эшләнеләр, ти республиканың баш автоинспекторы. Әммә Стәрлетамаҡ ҙурлығы буйынса республикала икенсе ҡала булһа ла, уға Өфөгә етеүе алыҫ әле. Шуға күрә лә баш ҡала властары, бөтәһен дә иҫәпкә алып, Өфө магистралдәрен был микроавтобустарҙан әлегә бушатмай килә.
       Ә улар уйлағансы, беҙ "газелселәргә" мөрәжәғәт итәйек. Уларҙың төп өҫтөнлөгө - тиҙлек һәм уңайлылыҡ. Тиҙлек уны арттырыу планында түгел, ә улар тулы булһа, һәр туҡталышта туҡтамау хоҡуғына эйә бит. Ә уңайлылыҡ - бөтәһенең дә ултырып барыуында, шул арҡала тиҙлек тәьмин ителә лә инде. Автобус кемгәлер сығырға кәрәк булһа йәки буш урын булһа ғына туҡтай. Бәлки, күмәкләп ошо талаптарҙы күҙәтеү тураһында уйланырға кәрәктер.
       Властарға иһә "Газелдәрҙең" хәрәкәтен тәртипкә һалырға маташырға кәрәк. Пассажирҙар ташыуға лицензия алырға теләгән эшҡыуарҙарға, автобустарының техник торошон күҙәтһен өсөн водителдәргә ҡатыраҡ талаптар ҡуйырға. Уларҙың хәрәкәтенең аныҡ графигын һәм маршрутта машиналар лимитын билдәләргә.
       ЮХХДИ-ла, мәҫәлән, юлдарҙа видеофиксация системаһы ярҙамында дыуамал газелселәрҙе йүгәнләргә иҫәп тоталар. Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Өфөлә ете камера эшләй, йыл аҙағына уларҙың һанын 30-ға еткерергә планлаштырыла.
       Халыҡтың күбеһенең фекеренсә, "Газелдәрҙе" бөтөнләй бөтөрөү Өфө өсөн катастрофаға әйләнәсәк. Властар быны аңлаһын өсөн уларға бер ай булһа ла ябай кешеләр урынында йөрөп ҡарарға тәҡдим итергә мөмкин. Черниковканан йәки Инорстан. Ә инде Максимовканан йәки Шаҡшанан бер ай тирәһе йөрөп ҡараһалар, ябай өфөлө хәлен бигерәк тә аңларҙар ине.
       "Газелдәргә" лайыҡлы альтернатива тапҡан осраҡта ғына мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйырға мөмкин. Матбуғат конференцияһында, бөгөнгө көндә вариант булараҡ Черниковканы ҡаланың үҙәге менән тоташтырыусы электричка ҡарала, тип әйтелде. Өфөлә был тимер юл тармағын метро урынына булдырырға планлаштыралар, ә метро яҡын киләсәктә булмаҫтыр, моғайын. Шулай уҡ билдәле бер туҡталыштарҙа ғына туҡтаясаҡ экспресс-маршруттарҙы күберәк асыу тураһында ла мәсьәлә ҡарала.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал