6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә-яҡ донъя

Чапаевҡа сәйгә
08.09.08


       - Бына ҡарағыҙ, шаһиттарҙың яңы дәлилдәре. - Людмила Дударева матур итеп яҙылған бер нисә ҡағыҙ бите күрһәтә. - Әле булһа беҙгә Чапаев тураһында һөйләнелгән хаттар килә. Был материал Василий Ивановичтың асыҡ холоҡло кеше булыуын тағы бер тапҡыр билдәләй.
       25-се Чапаев дивизияһы музейы директорына иҫтәлектәр яҙылған был ҡағыҙ битен Инорста йәшәүсе Людмила Масленникова тапшырған. Ул Өфөлә йәшәгән Александр Таборисовтың һөйләгәндәрен яҙып алған. Чапаев Өфөлә атлы ғәскәрҙе тулыландырыу өсөн аттар һатып алғанда хаҡын шунда уҡ ҡулаҡса менән түләне, бер ваҡытта ла аттарҙы халыҡтан көсләп тартып алманы, тиелә унда. Тағы ла комдив штатҡа урындағы халыҡты алған. Александр Таборисов - граждандар һуғышын Чапаев менән үткән ошондай эшселәрҙең береһенең улы.
       Дудареваға йыш ҡына һәүәҫкәр тарихсыларҙан да хаттар килә. Легендар комдив тере, тигән версиялар ҙа яҙып ебәрәләр. Ошондай гипотезаларҙың береһендә, Василий Иванович Урал йылғаһы аша имен-аман йөҙөп сыҡҡан, һуңынан Венгрияға киткән һәм шунда вафат булған, тиелә.
       - Чапаев тере, тигән версиялар граждандар һуғышы йылдарында барлыҡҡа килә башлай. Беренсенән, Чапаевтың дошмандары уның башы өсөн егерме миллион һум аҡса вәғәҙә иткән. Шуға күрә лә комдивты эҙләүселәр бик күп булған. Икенсенән, Василий Иванович бик мөләйем кеше һәм тыумыштан лидер була. Күптәр уның юҡлығына ышана алмай.
       Әммә Чапаев менән бергә йөҙгән яугирҙың дәлиле бар. Уға эргәһендә тулҡындар сапылдауын ишеткәндәй тойола. Әммә аяғы менән йылға төбөн һәрмәп ҡарап, тирә-йүнгә күҙ ташлай, ләкин яратҡан командирын тапмай. Тап ошо дәлилде тарихсылар иң дөрөҫө тип иҫәпләй.
       - Чапаевтың һәләк булыуы тураһында һорауҙы миңә йыш бирәләр, - тип йылмая Людмила Дударева. - Айырыуса Башҡортостанда комдив батып үлгән йылға урыны ҡайҙа икәнлеген аңлатыуҙы йыш һорайҙар. Ҡабатлап әйтәм: Чапаев Башҡортостанда һәләк булмаған. Ул Лбищенск ҡалаһы эргәһендә Урал йылғаһында батҡан, бында уның дивизияһы Каспий нефтенә сығыу өсөн һуғыштар алып барған.
       Ләкин бында, Ҡыҙылъярҙағы йорт-музейҙа комдив тере, иҫән-һау кеүек тойола.
       - Галина Петровна, - тип мөрәжәғәт итә ярҙамсыһына Дударева, - зинһар, Чапаевтың приказдарын килтерегеҙ әле, улар штабта. Йәки "Лазаретта лампочка янып сыҡҡан, алмаштырырға кәрәк" тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин.
       Штаб та, лазарет та - Өфө операцияһы ваҡытында комдив урынлашҡан биналар. Штабта Өфө операцияһы планлаштырылған, лазаретта Ағиҙел аша сыҡҡанда яраланған Чапаевҡа медицина ярҙамы күрһәтелгән. Музейға 1940 йылда нигеҙ һалынған. Уның беренсе экспонаттары йыһаздары менән йорт үҙе һәм Фрунзе һәйкәле булған.
       Йыһаздар тулыһынса тиерлек һаҡланған. Лазарет-бүлмәлә яралы Василий Иванович ятҡан карауат та тора.
       Музейҙа комдивтың шәхси әйберҙәре лә бар. Уларҙың күбеһе, әлбиттә, Мәскәүҙә Ҡораллы Көстәр музейында урынлашҡан. Ләкин бына Чапаевтың ялан бинокле Ҡыҙылъярҙа. Был экспонатты музейға һалдат Иван Овсянниковтың ҡатыны тапшырған. Сөнки Василий Чапаев үҙ дивизияһындағы һалдаттарға хәрби батырлыҡтары өсөн шәхси әйберҙәрен бүләк итеүҙе традицияға индергән.
       Чапаев үҙе Совет власы етәкселегенән исемле бүләк - алтын сәғәт алған революцион командирҙарҙан тәүге булған. Ләкин был экспонат Мәскәүҙә урынлашҡан. Ә Ҡыҙылъярҙа комдивтың әйберен алған яугирҙың фотографияһы бар. Мөләйем ҡатын Мария Попова 25-се дивизияның уҡсыһы булған. Был ҡыҙ батырлыҡ яһағандан һуң Чапаев сәғәте менән дә хушлаша: Шишмә эргәһендәге алыштар ваҡытында ҡыҙ кеше бер нисә сәғәт буйына аҡтарҙың һөжүменә ҡаршы тора. Был ваҡиғаларҙы барыһы ла бер туған Васильевтарҙың фильмы буйынса белә.
       - Ысынында данлыҡлы Анка-пулеметчик булмаған. Был героиня - Фурманов уйлап тапҡан йыйылма образ. Ул уға үҙ ҡатынының исемен биргән. Ә Чапаевтың дивизияһында ҡатын-ҡыҙҙар ысынлап та хеҙмәт иткән. Мария Попова - Анканың прототиптарының береһе.
       Чапаев, үҙенең башҡа коллегаларынан айырмалы рәүештә, "тәжрибәһеҙ" яугирҙарҙы һуғышҡа индермәгән. Уның дивизияһында яңыларҙы өйрәтеү системаһы индерелгән булған. Улар атырға һәм ҡылыс менән эш итергә өйрәнеү генә түгел, һуғыш шарттарына психологик күнегергә лә тейеш булған. Чапаевҡа һәр бер һалдат ҡәҙерле булған.
       Быйыл 90 йыллығын билдәләгән дивизияға Чапаев үҙ балаһы кеүек итеп ҡараған. Дивизия ҡарамағында театр булған, комдив ундағы яугирҙар аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн тикшереп кенә торған. Ҡыҫҡаһы, Василий Иванович һалдаттарға үҙ аталары кеүек булған. Сорочинскиҙағы ваҡиға үҙе генә ни тора. Комдив академияла уҡып, үҙ дивизияһына әйләнеп ҡайтҡас, һалдаттар менән аралаша, уны хәрби комиссар Фурманов менән таныштыралар. Шул ваҡыт гармун уйнап ебәрә: халыҡ геройы Чапаев дәртләнеп камаринканы бейей. Башта комдивтың был яғы Фурмановҡа оҡшамай, ул уны яһалмалыҡ тип ҡабул итә. Ләкин һуңынан Чапаевтың үҙен һалдаттарынан өҫтөн ҡуймауын, улар менән үҙен тигеҙ тотоуын аңлай.
       Людмила Кузьминичнаның Чапаевтың образын сиктән тыш ябайлаштырыуҙарына асыуы килә.
       - Нисек инде уны наҙан һәм тотанаҡһыҙ итеп күрһәтергә мөмкин? Василий Иванович төҙөгән приказдарҙы, уның хаттарын һәм яҙыуҙарын филологтар өйрәнгән. Улар барыһы ла бер хатаһыҙ яҙылған булған. Чапаев белемле кеше булған. Әлбиттә, уның юғары белеме булмаған, ләкин ул үҙе өҫтөндә даими эшләгән.
       Эйе, бындай кеше тураһында дан Чапаевтың үҙенән күпкә алда йөрөгән. Уның образы тере сағында уҡ ниндәйҙер мифологик һыҙаттарға эйә булған. Шул уҡ Фурманов хәтергә алыуынса, Чапаевты көтөп ултырғанда ул кабинетҡа мөһабәт буйлы, ҡарашы ут сәсеп торған кеше килеп инер тип уйлай. Ысынында иһә ябыҡ кәүҙәле, урта буйлы кеше килеп инә лә ябай ғына итеп үҙен "Чапаев Василий Иванович" тип таныта.
       Көн кискә ауыша. Эңер яҡтылығында Василий Ивановичтың портреттары тере кеүек тойола. Людмила Кузьминична сәй эсергә саҡыра. Баш тартыуҙы ҡырҡа кире ҡаға.
       - Чапаев бик ҡунаҡсыл кеше булды. Беҙ күпмелер ваҡыт уның өйө булып хеҙмәт иткән штабында ултырабыҙ. Нисек һеҙ Чапаевтың үҙенең тәҡдимен кире ҡағырһығыҙ?
       Эйе, бындай дәлилгә нисек ҡаршы киләһең? Беҙ тәмле Ҡыҙылъяр алмаларын ашап, сәй эсәбеҙ.
       - Людмила Кузьминична, һеҙ комдивтың биографияһы хаҡында шул тиклем мауығып һөйләйһегеҙ, әйтерһең, ул һеҙҙең яҡын туғанығыҙ...
       - Әлбиттә, - тип йылмая музей директоры. - Мин Василий Иванович менән утыҙ ике йыл йәшәнем. Ул ысынлап та миңә ят кеше түгел.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал