6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Хоккей байрамы башланды
05.09.08


       Бына ул, матур, яңы тарих. Ул Өфөгә, бөтәһен дә хайран ҡалдырып, ғорур йөҙөп килде. Континенталь хоккей лигаһының беренсе рәсми матчы. Тамашасылар өсөн мауыҡтырғыс Континенталь хоккей лигаһы тураһында күп кешеләр бәхәсләште, фекерләште, күптәр уны үҙ хыялында йылдар буйына йөрөттө. Хоккейсылар, тренерҙар, менеджерҙар, көйәрмәндәр һәм журналистар үҙгәреш булыуын теләне.
       Рәхим ит, яңы лига! Тотош ил буйынса кешеләр ҙур беренсе көнгә ылыҡты. Федераль матбуғат, телевидение, легендар хоккейсылар, шоу-бизнес йондоҙҙары саҡырылғайны.
       Бына ул, сағыу уйланылған яңылыҡ - "Асыу кубогы". Үткән плей-офф финалистары яңы миҙгелде рәсми башлай. Улар тағы ла мөнәсәбәттәрен асыҡлай. Еңелгәндәр бирешергә теләмәй. Ә еңеүселәр өҫтөнлөгөн күрһәтергә теләй. Һөҙөмтәлә улар беҙгә шәп уйын күрһәтте.
       "Асыу кубогы"на ниндәй генә команда уйнаһа ла, артабан да шулай буласаҡ. Үткән миҙгелдең иң яҡшы ике клубы киләһе миҙгел башында уйнай икән, был боксерҙарға хас матч-реваншҡа оҡшай. Ҡан ҡайнай.
       "Салауат" матч башында ҡайһы бер яҡшы моменттарҙы файҙаланманы, унан һуң "Локо", ә уның составында юғары класлы уйынсылар, үҙләштерҙе һәм үҙ яғына ышаныслы ҡайыра башланы. Ярославль беренселәрҙән булып батырлыҡ күрһәтте - бында йылғыр Сергей Коньков беҙҙең ҡапҡа артында ҡыҙыл ут ҡабыҙҙы.
       Ҡунаҡтар аҙаҡ та тағы ла индерә ала ине. Бында Өфө командаһы лайыҡлы уйнаны, әммә Ярославль яҡшы һөжүм итте. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, тамашасылар Рәсәй чемпионы ҡапҡаһында икенсе шайбаны күрә алманы. Сәбәп? Александр Еременко. Голкипер үҙе лә яҡшы уйнаны.
       "Юлаевсылар" уйынды үҙ ҡулына алыуға өлгәште. Бөтәһе лә Алексей Медведевтан башланды, ул һаҡсы позицияһынан тороп, Сергей Звягинды тетрәтеп, уның ҡапҡаһында ут ҡабыҙҙы, 1:1.
       Аҙаҡ Мирослав Блатяк майҙансыҡ уртаһынан футбол тубы һымаҡ сөйгән шайба нәҡ ҡапҡаға инде, 2:1.
       - Икенсе гол булғанда... хе-хе, осоп тигәндәй килгән шайба боҙҙа ҡаҡлығып, йүнәлешен үҙгәртте һәм сеткаға инде.
       - Һеҙгә донъя чемпионы миҙалына махсус заказ биреп тапшырырға тейештәр ине? Шулай булдымы?
       - Юҡ, һәм был награданы алыу өсөн мин ниндәйҙер батырлыҡ күрһәттем тип уйламайым.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй йыйылмаһының ике ҡапҡасыһы ла йәрәхәтләнә, Звягин бөтә эшен ташлай һәм ярҙамға килә. Уйындарҙа ул ҡатнашмай, әммә күнекмәләрҙә командаға ярҙам итә.
       "Салауат Юлаев" һәм "Локомотив" араһында уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Уйын аҙағында Олег Твердовский, аҙаҡ Кирилл Кольцов һөжүм итә башлай, 4:1.
       Шулай итеп, яңы лиганың беренсе матчында беренсе кубок яулана. Йырҙар. Салют.
       Матчтан һуң - аңлатмалар. Һөжүм итеүсе Алексей Михнов яңы лига старты тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
       - Бөтәһе лә яҡшы, беҙҙең еңелеүҙән башҡа. Урындағы көйәрмәндәр үҙ командаһына ныҡлы ярҙам күрһәтте. Беҙ үҙебеҙҙең көйәрмәндәрҙе лә күрҙек, уйындан һуң уларға рәхмәт әйттек. Еңергә сыҡҡайныҡ, әммә áåƒ óéëààíñà áóëìàíû. Юлаевсылар матч барышында көс өҫтәне, ә беҙ шул уҡ кимәлдә ҡалдыҡ. Беҙ бер аҙ ҡаушап та ҡалдыҡ шикелле. Дөйөм алғанда, уйын һәйбәт булды.
       Өфө икенсе тапҡыр еңеү тураһында хыяллана, "Юлаевсыларҙың" бер юлы ике кубок - "Гагарин кубогы"н (ул Континенталь хоккей лигаһының иҡ яҡшы командаһына тапшырыла) һәм "Рәсәй чемпионы кубогын" (уны Континенталь хоккей лигаһында иң көслө Рәсәй командаһы ала) күтәргәнен күрергә теләй.
       Континенталь хоккей лигаһы президенты Александр Медведев:
       - Ниһайәт, проект старт алды. Уның тирәләй бәхәстәр дауам итәсәк әле. Өфөлә Континенталь хоккей лигаһын асыу мәлендә һауа шарттары ла үҙгәргәндәй булды - ҡояш йылытты. Беҙҙең өсөн журналистар менән эш итеү мөһим. Хоккейға битараф булмаған кешеләрҙең яңы проектты аңлауы киң мәғлүмәт сараларының беҙҙең уйынды нисек итеп яҡтыртыуына бәйле. Беҙҙең алда оҙон юл...
       Яңы лига - көслө проект, уға бер ниндәй ҙә тәнҡит зыян килтермәҫ. Континенталь хоккей лигаһы идеяһы дөрөҫ, ә кескәй хаталарҙы бөтөрөп була.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал