6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә-яҡ донъя

Мышы тураһында
03.09.08


       Вольер хужалығында, ул "Башҡортостан" сауҙа үҙәге районында урынлашҡан, төрлө йәнлектәр йәшәй. Ҡағиҙә булараҡ, улар бында төрлө күңелһеҙ хәлдәр арҡаһында килеп эләккән. Һоро айыу баш ҡала бизнесменынан конфискацияланған, улар айыуҙы тотҡонлоҡта тотҡан һәм уның менән нисек мөрәжәғәт итергә лә белмәгән. Дөйәне цирк артистары ташлап киткән. Ике төлкө балаһы - хужалыҡта яңылар. Улар Кушнаренко районында йәшәгән. Инә төлкө үҙе автомобиль юлы аша сыҡҡанда машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Ә төлкө балалары вольер хужалығына килеп эләгә.
       - Улар шул тиклем ҡулға эйәләште, - ти вольер хужалығы оҫтаһы Олег Ноғоманов. - Уларҙың береһе ҡыйыуыраҡ, ә икенсеһе үтә лә һаҡ. Үкенескә ҡаршы, был йәнлектәр мәңгелеккә бында ҡаласаҡ.
       Алыҫтағы мөйөштә Мышы йәшәй. Уға исем ҡушылманы, ә урман һылыуҡайына бер йәш ярым.
       - Беҙ уны, хөрмәтләп, Мышы тип йөрөтәбеҙ, - ти Олег Ноғоманов. - Ул үтә лә күндәм, ҡулға ныҡ эйәләште. Мышыны бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә ярата.
       Мышы үткән йылдың майында хужалыҡҡа килеп эләгә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2007 йылда республикала көслө ташҡын булды бит. Браконьерҙар ташҡын мәлендә инә мышыны үлтерә. Көсһөҙләнгән ике мышы балаһы бәләкәй генә утрауҙа ҡала. Әсәһеҙ ҡалған мышы балалары һәләкәткә дусар ителә. Таш Кисеү районында йәшәүсе өфөләр мышы балаларын күреп ҡала һәм тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһына хәбәр итә. Ведомство белгестәре уларҙы күреү менән шаңҡып ҡала. Мышы балаларын ҡотҡарыуҙа "Башинформ" агентлығы хеҙмәткәре Елена Мужайлова ҡатнашты. Мышы балаларын вольер хужалығына килтергәс, Лена дарыухананан ҡоро һөт, дарыуҙар һәм имеҙлек һатып ала. Үкенесле, бер мышы балаһы ғына иҫән ҡала. Уны хәҙер хужалыҡта бөтәһе лә ярата.
       Мышы ысынлап та ҙур хөрмәт менән файҙалана. Уның вольеры ла иң ҙуры, рационы ла үҙенә бер төрлө. Әйткәндәй, бындағы йәнлектәрҙең туҡланыуына етди иғтибар бүленә. Эш шунда, ҡырағай йәнлектәр күп көс түгә. Улàð кәрәк аҙығын да үҙƒœðе эҙләп таба. Вольер хужалығында йәнлектәр кәрәкле витамин, аҡһым, май һәм башҡа мөһим матдәләр алырға тейеш. Әммә артығын ашарға тейеш түгел. Бына, миҫал өсөн, Вьетнам сусҡаһы - артыҡ ашатылған. Шуға күрә бындағы кешеләр барыһын да хәстәрләй.
       - Ауырлығы арта икән, - ти Ноғоманов, - éәнлек ауырымаһын өсөн уның массаһын кәметергә кәрәк. Беҙ яңы рацион эшләнек. Йәнлек ас тормаясаҡ, әммә яҡшы физик формала буласаҡ.
       Мышы - улай түгел. Улар бында ла үҙҙәренең рационын контролдә тота. Мышылар күп ашамай. Улар ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ботаҡтарын ярата. Мышы өсөн тәмле аҙыҡ - ҡурай еләге япрағы һәм ботағы. Сәнскеле үҫемлектән йәнлек йәрәхәтләнмәй, мышының, дөйәнеке кеүек, ирендәре үҙенсәлекле, сәнскәктәр ҡурҡыныс түгел.
       Мышы êүптән түгел бәхетһеҙлеккә þëûºòû. Уны эттәр ҡурҡыта. Мышы вольер буйлап бәргеләнә башлай һәм мөгөҙөн һындыра. Был проблема ла түгел кеүек. Иркәк мышының òœ¼ãå мөгөҙө икенсе йәшкә киткәс үҫә áàøëàé. Беҙҙең герой апрель-майҙа үҙенең "биҙәүесен" үҫтерҙе. Башта мөгөҙ ҡан менән тула һәм йомшаҡ йөн менән ҡаплана. Аҙаҡ, июлгә табан, мөгөҙҙәр ҡата, ә уларҙа ҡалған йыйырсыҡтар - ул ҡан тамырҙары. Иркәктәр декабргә үҙҙәренең тажын ташлай. Мышы нәҡ ошо ваҡытта, мөгөҙө ҡатмағанда йәрәхәтләнде.
       - Был үтә лә хәүефле, - тип хәтерләй Олег Ноғоманов. - Йәш мөгөҙҙәр ҡан менән тула. Беҙ күрҙек, мөгөҙ һынғас, ҡан тире аҫтына китте. Бәхеткә күрә, аграр университетынан ярҙамға килделәр. Ваҡытында яһалған операция мышыны ҡотҡарҙы. Шулай итеп, Мышы ике тапҡыр үлемдән ҡотола. Ул бер мөгөҙ менән ҡалырмы, уныһын бер кем дә әйтә алмай.
       - Бөтәһе лә үҫенте зонаһына, мөгөҙ тамырына бәйле, - ти Олег Ноғоманов. - Уның бер өлөшө иҫән ҡалһа, киләһе йылда Мышының ике мөгөҙө лә үҫәсәк. Әгәр һаҡланып ҡалмаған булһа, тимәк, ул бер мөгөҙ менән ҡала.
       Әммә шулай булыуына ҡарамаҫтан, Мышыны элеккесә яраталар һәм уның тураһында хәстәрләйҙәр. Вольерҙа ҡояш нурҙарынан һаҡланыу өсөн ботаҡтарҙан ҡыуыш яһалған. Ҡышҡы һыуыҡтан - бүрәнәнән һарай. Әле вольер хеҙмәткәрҙәре уға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләй.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал