6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Эсәр һыу проблемаһы
02.09.08


       Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ер йөҙөндә түбән сифатлы һыу арҡаһында йыл һайын биш миллион тирәһе кеше үлә. Был шомло һандар һыу менән тәьмин итеү гигиенаһы мәсьәләһен беренсе проблема итеп таныуҙа хәл итеүсе фактор булып тора.
       Беҙҙең республикала эсәр һыуҙың сифаты ҡыуандырырлыҡ түгел. БР Баш дәүләт санитар врачы Роберт Такаев фекеренсә, һыу менән тәьмин итеү объекттары кәрәгенсә финансланмаé, øóà ê¼ðœ óëàð тейешле санитар-гигиена кимәлендә тотолмай.
       Ауылды һыу менән тәьмин итеү объекттарында, улар артезиан скважиналарынан тәьмин ителә, ғәмәлдәге насос эштән сыға ҡалһа, запас насостар юҡ. Был ҡоролма эштән сыға икән, ауыл халҡы һыуһыҙ ултырырға мәжбүр. Һыу менән тәьмин итеү системаларында һыуҙың тотҡарлыҡта булыуы уның сифаты насарайыуына килтерә. Был эш менән һәр белгес таныш. Торбаларҙа оҙаҡ торған һыуҙа нәмәләр генә үҫмәй, уныһы билдәһеҙ... Таҙа һыу резервуарҙарын һәм һыу һурҙырғыс башняларын планға ярашлы йыуыу һәм дезинфекциялау, шулай уҡ яңы сафҡа индерелгән һыу үткәргес селтәрҙәрен дезинфекциялау бар ерҙә лә үткәрелмәй.
       - Тотош республика буйынса 317 эсәр һыу менән тәьмин итеү системаһында (ә был ни бары 14 процент) һыу объекттарын эсәр һәм хужалыҡ-көнкүреш һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыу буйынса эшмәкәрлек төрөнә санитар-эпидемиологик һөҙөмтә бар, - ти Роберт Такаев. - Ә Башҡортостан территорияһында ике меңдән ашыу үҙәкләштерелгән эсәр һыу менән тәьмин итеү системаһы файҙаланыла. Үткән йылда республика халҡының 86 проценты был системаларҙың эсәр һыуы менән файҙаланған. Һанауы ауыр түгел, республика халҡының 14 проценты үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан башҡа көн күрә, уларҙың 70 процентынан күберәге - ауыл халҡы.
       Ҡағиҙә булараҡ, ер аҫты һыуҙары һыу менән тәьмин итеү сығанàºòàðы булып тора. Шуға күрә район халҡы һыуҙың татырлы булыуына, һыуҙа тимер, марганец кеүек тәбиғи компоненттарҙың тупланыуына күнегеп бөткән.
       "Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге" федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һыуҙың татырлығы буйынса Дәүләкән ҡалаһы һәм районы, Туймазы районы һәм ҡалаһы, Октябрьский "лидерҙар" рәтендә.
       Кушнаренко, Борай, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Дүртөйлө, Бөрө, Яңауыл һәм Мәсетле райондарының үҙәкләштерелгән системаларында һыуҙа һәм, нигеҙҙә, һыуҙың тәбиғи составына бәйле, тимерҙең күп булыуы асыҡланған. Бөрө, Яңауыл һәм Белорет ҡалаларында һыуҙың тимер менән үтә ныҡ туйындырылыуы һыуҙың тәбиғи сифатына ғына түгел, әммә ҡулланыусыларға еткереү процесында уны бысратыу менән дә бәйле. Һыу үткәргес торбалары, ҡағиҙә булараҡ, йә ҡоростан, йә суйындан бит, тимәк, тутығыуға тиҙ бирелә. Бына ни өсөн эсәр һыу тимергә бай.
       - Һыу үткәргес селтәрҙәренең торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел, уларҙа һыу таҙартҡыс һәм һыуҙы зарарһыҙландырыу ҡоролмалары юҡ. Һөҙөмтәлә республика ҡалалары һәм райондары халҡы санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәгән һыу эсергә мәжбүр, - ти Такаев. - Беҙҙә һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарының дөйөм һаны - 2246. Бөгөнгө көндә шуның 484-е - хужаһыҙ. Эйәһе юҡ икән, бер кемдән дә һорап булмай...
       Өфө районында тораҡ пунктарын һыу менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тураһында мәсьәлә киҫкен тора. Һыу үткәргес үткәреү - мәшәҡәтле эш, ул ҙур сығымдар талап итә. Шуға күрә шәхси йорт хужалары был проблеманы үҙҙәренсә хәл итә. Улар үҙҙәренең участкаларында 40-50 метр тәрәнлегендә артезиан скважиналары быраулай.
       Йыл һайын Өфө районында ғына яҡынса 600 йортта өй туйлайҙар. Грунт һыуҙарын һәм шул уҡ тупраҡты һәләкәткә килтерә торған йоғонто яһаусы яңы "тишектәр"ҙең бер йылда ер йөҙөндә күпме барлыҡҡа килеүен һанауы ºûéûí түгел. Ә республика буйынса улар күпме?
       Белгестәр фекеренсә, рөхсәт бирелмәгән бындай скважиналар кәрәкмәгән һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Ул ваҡытта беҙ нимә эшләргә тейеш?
       "Һыу үткәргес" мәсьәләһендә эште капитал һалыуҙан башларға кәрәк. Торбалар иҫкергән, һыу менән тәьмин итеү системаларын ремонтлау һәм файҙаланыу буйынса махсуслашҡан хеҙмәттәр етешмәй. Шуға күрә маҡсатҡа ярашлы финанслау менән нығытылған тейешле программаның ҡабул ителеүе зарур.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал