6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Яңы йыл сентябрҙә
01.09.08


       Бөгөн 1 сентябрь, Белем көнө, яңы уҡыу йылы башы. Был бөтә мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм уҡытыусылар өсөн ҙур байрам һәм беренсе тапҡыр мәктәпкә барыусы кескәйҙәр һәм беренсе курсҡа барыусылар өсөн иҫтәлекле һәм сағыу көн.
       Бөгөн бөтә мәктәптәрҙә лә тантаналы "линейкалар" үтте, уҡытыусылар уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы. Беренсе синыф уҡыусыһы биргән традицион беренсе ҡыңғырау Белем көнөнөң мөһим ваҡиғаһы булып тора. Ул беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап үткән кескәйҙәр өсөн көтөп алған, тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡаласаҡ мәл.
       - Быйыл 42,7 меңгә яҡын ҡыҙ һәм малай беренсе синыфҡа бара, œ баш ҡала мәктәптәре беренсе синыфºà áàðàñຠ9960 уҡыусы өсөн ишектәрен асòû, - тине БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот. - Бөгөн Башҡортостанда 2,5 меңдән ашыу дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 460 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. 1 сентябргә ҡарата 21 яңы мәктәп асылды.
       Бөгөн уҡыусылар һәм студенттар сираттағы уҡыу йылы башын билдәләй. Беҙ йыллыҡ ваҡиғаһына күнегеп бөткәнбеҙ, уҡыу йылының ни өсөн нәҡ 1 сентябрҙә башланыуы тураһында уйланмайбыҙ.
       Ә был традиция, баҡтиһәң, ҙур тарихҡа эйә икән. Был байрам 1984 йылдың 1 сентябрендә СССР Юғары Советы тарафынан рәсми раҫлана. Әммә байрам унан алда билдәләнә башлай. Һәм был традиция беҙгә сиркәүҙән килгән. Эш шунда, элек ßңы йыл (Петр I 1 ғинуарға күсергәнсе) 1 сентябрҙә башланған. Бөтә мәктәптәр ҙә сиркәү ҡарамағында булғанлыҡтан, яңы уҡыу йылы сиркәү яңы йылы менән бергә башланған. Шулай булғас, быуаттар буйына килгән традиция беҙҙең көнгә тиклем һаҡланған.
       - Яңы уҡыу йылы - уҡыусылар һәм уҡытыусылар, студенттар һәм педагогтар өсөн һәр саҡ тулҡынландырғыс ваҡиға, - тиíå үҙенең ҡотлауында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев. - Үткән уҡыу йылында баш ҡала мәктәптәрен һигеҙ меңдән ашыу уҡыусы уңышлы тамамланы. 1 сентябрҙә 95 мең уҡыусы Өфөнөң 161 мәктәп тупһаһын атлап үтәсәк. Быйыл дөйөм белем биреү учреждениеларына 150 тирәһе йәш белгес киләсәк.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 1 сентябренән республиканың бөтә мәктәптәре лә йән башына норматив финанслауға күсәсәк, киләһе йылдың 1 ғинуарынан уҡытыусыларҙың эш хаҡын түләүҙә яңы тармаҡ системаһын индереү планлаштырыла.
       - Башҡортостан мәғарифҡа инвестициялар күләме буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында бишенсе урынды биләй, - тине Наталья Кот. - Беҙгә "Мәғариф" милли проекты ярҙам итә. Өс йылда республика 5,2 миллиард һум аҡса алған. Һөҙөмтәлә ун мең урынлыҡ 77 белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелгән. Беҙ был күрһәткес буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә. Күп кенә мәктәптәр иң яҡшылар хоҡуғына көрәште. 327 мәктәп милли проектта еңеү яуланы. Улар бөтәһе лœ берәр миллион һум аҡса алды. "Мәғариф" милли проектында шулай уҡ 489 уҡытыусы еңеү яуланы. Улар ҙа аҡсалата премия алды. Милли проект сиктәрендә республика мәктәптәренә уҡыу ҡорамалдары комплекттары инә, ауыл мәктәптәре автобустар ала.
       1 сентябрҙә республиканың бөтә мәктәптәрендә лә Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналған "Йортоңа тыныслыҡ" дәресе үтòå.
       - Был дәрес уҡыусыларға ғаилә һәм никаҡ тураһында мәғлүмәт, йәштәрҙең ғаиләлә яраҡлашыуы буйынса психологик кәңәштәр алыу, ғаилә-никаҡ мөнәсәбәттәре мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеген бирә, - тине Наталья Кот.
       "БАШвестЪ" барлыҡ уҡыусыларҙы, студенттарҙы, уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлай. Беҙ бөтә уҡыусыларға ла - уҡыуҙа уңыштар, яҡшы билдәләр, ә уҡытыусыларға йыл дауамында тыңлаусан, аҡыллы уҡыусылар, лайыҡлы эш хаҡы һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал