6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Èãåíñåëœð уңышты йыйып òà алыр, һәм халыҡ өсөн дә һаҡлàð
28.08.08


       Республика хужалыҡтарында урып йыйыу эштәре ҙур ойошҡанлыҡ менән бара. Башҡортостан игенселәре иген культураларын йыйыуға ваҡытында әҙерләнде һәм улар үҙҙәренең былтырғы рекордына яҡынлаша. 2007 йылда улар дүрт миллион тоннанан ашыу яңы уңыш игенен йыйып алыуға өлгәшкән булһа, ә быйылғы йылда иген культуралары майҙанының 70 процентынан алынған уңыш өс миллион тоннанан ашыу тәшкил итә.
       Быйылғы йыл ауыл эшсәндәре өсөн бөтә яҡлап та һәйбәт булды: дәүләт ярҙам итә, һауа торошо ла теләктәшлек күрһәтә - бер ай тиерлек йылы һәм ҡоро булды. Иген культуралары өлгөрөп етеү өсөн нәҡ ошондай һауа торошо кәрәк тә инде.
       Уңыш ысыплап та юғары буласаҡ, тип әйтергә нигеҙ бар. Республикала бер йыл эсендә иген баҫыуы майҙаны 46,6 мең гектарға артты. 2007 йылда һәр гектарҙан уртаса 24,5 центнер уңыш алынһа, ә быйыл - 26,4. Һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ул үҫеүен дауам итә. Шуны ла әйтергә кәрәк, республика хужалыҡтарында яңы һәм заманса техника эшләй, улар уңыш йыйыу áàðûøûíäà юғалтыуҙарà þë ºóéìàé.
       Ҡай берәүҙәрҙә - шул тиклем уңышты ҡайҙа ҡуйырға һәм был хаҡтарҙың төшөүенә сәбәп булмаҫмы - тигән һорау тыуыр. Һуңғыһы һатып алыусылар өсөн яҡшы, әммә ауыл хужалығы тауар етештереүселәре өсөн һәләкәтле. Хәйер, дәүләт ауыл эшсәндәренә тубыҡланырға юл ҡуймаҫ. Иген интервенцияһы шуның өсөн уйланылды ла: иген мул булғанда теркәлгән хаҡ буйынса күпләп һатыла, ә баҙар хаҡтары төшә. Был процесс тамамланыу менән Рәсәй буралары ябыла. Игенгә ҡытлыҡ булыу менән улар яңынан асыла.
       Иген ҙур бер келәткә йыйыла икән тип уйламағыҙ. Бының өсөн бөтә ил буйынса етди һайлап алыуҙан һуң һаҡлаусылар билдәләнде. Шул иҫәптән, беҙҙең республикала ла.
       Дөйөм алғанда, ауыл эшсәндәренең уңыштарында икеләнергә тура килмәйәсәк. Улар уңышты ла йыйып алыр, һәм халыҡ өсөн дә һаҡлар.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал