6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Башҡортостан һәм Таганрог өсөн!
27.08.08


       Олимпия уйындары тамамланды. Кисә Башҡортостан спортсылары Өфөгә ҡайтты. Яҡташтарыбыҙ матур, модалы, бөтәһе лә тиерлек - аҡ-ҡыҙыл стилле формала ине.
       Журналистар Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородовты, моғайын, беренсе тапҡыр галстукһыҙ күргәндер. Республика спорты менән командующийы Рәсәй делегацияһы составында Пекинда булды.
       Яҡташтарыбыҙҙы хәрби оркестр һәм сәскәләр менән ҡаршыланылар.
       Волейбол буйынса Рәсәй йыйылмаһының массаж яһаусыһы, Өфөнөң "Урал" командаһында даими хеҙмәт итеүсе, Павел Гревцов, үҙенең буйына ҡарамай, һиҙҙермәйенсә китергә уйлағайны ла, әммә килеп сыҡманы - эләктереп алдылар. Үткер күҙле "БАШвестЪ" эләктерƒå.
       Гревцов уңышһыҙ сығыш яһау тураһында һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты. Йәнәһе, массаж яһаусыларға интервью биреү ҡаралмаған һәм, бынан тыш, милли команданың тренерƒàð штабы менән килешеү булырға тейеш.
       - Ә нигә һеҙ уйынсы кеүек оялаһығыҙ? Һеҙ үҙ эшегеҙҙе оҫталарҙан айырмалы рәүештә башҡарҙығыҙ бит. Егеттәр теремек, яҙылған инеләр, уларға тик хәйләкәрлек һәм оҫталыҡ ҡына етмәне.
       - Беҙҙә бер команда, һәм һөҙөмтәләр өсөн бөтәбеҙ ҙә яуаплы, хатта массаж яһаусылар ҙа, - тине Павел һәм китеп барҙы.
       Бына Свердловск өлкәһе Түбәнге Тагилдан Дмитрий Ларионов һәм Михаил Кузнецов - Олимпиадала сағыу сығыш яһаусылар. Улар ишкәкле слалом буйынса ярыштарҙа ике кешелек каноэла "бронза" яуланы. Спортсыларҙың һүҙҙәре буйынса, спорт элитаһында булыу өсөн, күп ваҡытты һыуҙа үткәрергә кәрәк.
       - Беҙ һәр саҡ сит илдә йыйылмала, даими эшләйбеҙ, оҫталыҡты шымартабыҙ. Хәҙер, Олиìпия уйындарынан һуң, беҙ, әлбиттә, арыныҡ, - ти Дмитрий Ларионов.
       - Әммә был уларға Мәскәүҙә, Пекиндан Өфөгә осоу араһында, Рәсәй чемпионатында еңеү яуларға ҡамасауламаны, - ти тренер Ольга Гвоздева.
       Ольга Гвоздева һүҙҙәренә ҡарағанда, уның тәрбиәләнеүселәрен тулыһынса Свердловск өлкәһе финанслай. Ларионов һәм Кузнецовтың Башҡортостан менән бәйләнеше шунда, улар Өфөнөң 77210-сы хәрби часында хеҙмәт иткән, ә хәҙер улар контракт килешеүе буйынса хеҙмәт итә. Шуға күрә улар Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе исеменән сығыш яһай.
       Ә бына көмөш миҙал яулаған Дмитрий Клоков, Мәскәү өлкәһендә тыуыуына һәм спортҡа тәүге аҙымын унда яһауына ҡарамаҫтан, иң тәүҙә, Башҡортостан спортсыһы булып һанала. Атлет үҙе был темаға һөйләшергә яратмай, һәм ул үҙенең тренерынан хәлде аңлатыуын һораны.
       Айҙар Яруллин - Клоковтың тренеры. "Дмитрий Клоковҡа Олимпия уйындарында беҙҙең республика һәм шәхсән Владимир Самородов ярҙам итте. Мәскәү өлкәһенән бер ниндәй ҙә ярҙам булманы", - ти тренер.
       Клоков Мәскәү өлкәһендә тыуған. Шуға күрә ул Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһен сағылдырыусы булды. Дмитрий Клоков Башҡортостан физик культура институтында аспирантурала уҡый, бынан тыш, ул Өфөнөң 77210-сы хәрби часында хеҙмәт итә. Дмитрий хәҙергә - өлкән лейтенант, әммә Пекиндағы сағыу сығышы уны тиҙҙән күтәрәсәк.
       Клоков - ихтыярлы кеше. Ул ярышҡа нисек әҙерләнеү тураһында күп белә, тренерҙар менән дә йыш ҡына бәхәскә инә, уларҙың методикаһынан баш тарта һәм үҙенекенә өҫтөнлөк бирә, үҙенең әҙерлек графигын үҙе планлаштыра. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, уның Айҙар Яруллин менән конфликты юҡ, ә көмөш миҙалы - бар.
       Дмитрий Клоков тирә-яҡтағылар менән уртаҡ тел таба һәм кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра белә. Журналистар менән әңгәмәһендә беҙ спортсының икенсе яғын күрҙек - ул тыныс һәм аҡыллы.
       - Лидерҙар араһында үҙ төрөңдә булыр өсөн, ныҡышмалылыҡҡа эйә булырға кәрәк. Марафонсыларға, миҫал өсөн, түҙемлелек мөһим, ә беҙҙә нәҡ ныҡышмалылыҡ. Беҙгә иң күп көс арҡаға төшә. Даими йәрәхәтләнеү, дауаланыу һәм яңынан аяҡҡа баҫыу, шул уҡ штанганың өҫтән килеп төшөүе ихтимал.
       - Һеҙгә Пекинда Рус Олиìпия йортонда үткән кисә нисек?
       - Һәйбәт итеп күңел астыҡ. Тирә-яҡта сәхнә йондоҙҙары - бында Киркоров ултыра, арыраҡ Сюткин йырлай. Рәсәй йондоҙҙары беҙҙең менән фотоға төштө.
       - Һин еңеүеңде ҡатыныңа арнаның. Уның менән нисек таныштың?
       Был һорауға Айҙар Яруллин яуап бирҙе.
       - Лена Клокова - Таганрог ҡыҙы. Был ҡалала Һылыуҡай конкурсы үткәйне. Лена "Таганрог һылыуҡайы" булды. Штангистарҙың йыйылмаһы йыш ҡына унда үтә, һәм Клоковты ҡунаҡ сифатында конкурсҡа саҡырҙылар. Ул сәхнәгә сығып, майкаһын сисә һәм мускулдарын уйната. Уны күргән Лена: "Мин еңеүсе булараҡ, миңә нәҡ ошондай көслө уҙаман кәрәк", ти.
       - Тренер хаҡмы? - тип һорайбыҙ.
       - Эйе, - тип йылмая Лена.
       Марафонсы Григорий Андреев менән әңгәмә лә күңелле булды. Ул миҙал яуламаны, әммә еңел атлетика белгестәре уның сығышын бик юғары һөҙөмтә тип билдәләне.
       - Бар көсөмдө һалдым, бынан да юғарыраҡ була алманым. Олимпия уйындарын ябыуҙа ҡатнашырға Рәсәй марафонсылырының береһенең дә көсө ҡалмағайны. Хәҙер иң мөһиме - ял итергә, түккән көстө ҡайтарырға, - ти Андреев.
       Һәм ысынлап та, Григорийҙың һөҙөмтәһе хөрмәткә лайыҡ. Пекинда ул Рәсәй марафонсылары араһында беренсе булды, иң көслөләрҙән ҡалышып, аҡ тәнлеләр араһында - өсөнсө.
       - Ҡара тәнлеләр менән көрөшергә әлегә беҙгә ауыр, - ти Андреев. - Улар үтә лә көслө.
       Ҡара тәнлеләр - була бирһен. Беҙ уларға өйрәнгәнбеҙ. Иң мөһиме - Рәсәй штангистары ҡытайҙарҙы ауырлыҡ категорияһында үҙҙәренең алдына сығармаясаҡ, тип вәғәҙә бирҙе Клоков.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал