6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Еңел атлетика

Республика спортсылары - XXIX Олимпия уйындарында
26.08.08


       Афинала йәки сағыштырмаса күптән түгел Туринда атлеттарыбыҙҙың йыйылма командала нисек сығыш яһауын хәтерләүселәр аҙ. Ә күптәнге Олимпия уйындары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Хәтерҙә иң сағыу ҡаҙаныштар һәм үкенесле еңелеүҙәр генә ҡала, эйе, улары ла барыбер онотола.
       Олимпиада - ул сағыу байрам. Олимпиада барған ваҡытта ҡыҙыҡлы, тамамлана - аҙ булһа ла онотола. Аңлашыла, Сочи-2014 Олимпиадаһын, беҙ, рәсәйҙәр, Мәскәү-1980 кеүек, оҙаҡ хәтерҙә ҡалдырасаҡбыҙ, әммә был, нигеҙҙә, спорт ҡаҙаныштары өсөн түгел, ә үткәреү урыны арҡаһында.
       Олимпиаданы спорт ҡаҙаныштары буйынса иҫтә ҡалдырыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Әлбиттә, миҙал яуларға кәрәк, барыһынан да күберәк алтын наградалар алырға кәрәк.
       Рәсәйƒå¾ áûë ҡаҙаныштарыíà òèêëåì - Ҡытайға тиклем, йәғни үтә лә алыҫ йәки тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ алыҫ. Пекинда илебеҙҙең миҙал уңышы ярлыланды, шул уҡ ваҡытта Ҡытай һәм Бөйөк Британия яулаған миҙалдар күҙгә күренеп күбәйҙе, ә АҠШ юғары кимәлдә сығыш яһауын дауам итә.
       Ни тиклем алыҫыраҡ, шул тиклем үк миҙалдар ҙа төрлө илдәр буйынса күберәк тараласаҡ һәм бер үк ваҡытта төп спорт державаларына - АҠШ һәм Ҡытайға китәсәк. Беренселәре бер нисә чемпион әҙерләү өсөн мөмкинлек табасаҡ, икенселәре үҙҙәренең спорт төрҙәрен күберәк баҫып аласаҡ.
       Башҡаса әйткәндә, Рәсәйҙе өҫтән дә, һәм аҫтан да тешләйәсәктәр. Һеҙ ҡарағыҙ әле - беҙҙең ил "алтын" һәм миҙалдар буйынса, һутлы ит киҫәге кеүек, лидерҙар һәм уртансылар араһында эленеп ҡалды.
       Өҫтә - Ҡытай (йәмғеһе 100 миҙал, шуның 51-е - алтын) һәм АҠШ (110 һәм 36). Рәсәй йәмғеһе 72 миҙал яуланы (алтын - 23, 21 - көмөш һәм 28 - бронза).
       Ә кемдәр түбән, улар Рәсәйҙән байтаҡ ҡына артта ҡалды. Бөйөк Британия - йәмғеһе 47 миҙал, шуның 19-ы - алтын, Германия - 41 һәм 16, Австралия - 46 һәм 14, Корея - 31 һәм 13, Япония - 25 һәм 9, Италия - 28 һәм 8, Франция - 40 һәм 7.
       Урталағы илдәр тағы ла өҫтәйәсәк. Айырыуса Бөйөк Британия быны Лондон-2012 киләһе йәйге уйындарҙа эшләйәсәк.
       Рәсәй ауыр атлетикала, уйын төрҙәрендә, спорт гимнастикаһында, велоспортта, йөҙөүҙә (асыҡ һыуҙа түгел), атыу спортында "алтын"һыҙ ҡалды.
       Дзюдо, ә уның менән беҙҙең илдә шөғөлләнеүсе балалар һаны күп бит, бөтөнләй наградаһыҙ ҡалды. Фехтованиела берҙән-бер миҙал (йыйылма ҡатын-ҡыҙҙар рапираһында еңеү) һәм ишкәксе Опылевтың көтмәгән дә "алтын" яулауы - былар уңышһыҙлыҡҡа осраған ике төр өсөн аҙ.
       Аңлашыла, көйәрмәндәребеҙ спортсыларыбыҙҙың тик уңыштарын ғына күрергә теләй. Атлет насар сығыш яһай икән - был асыуҙы ºабарта.
       Ҡыҫҡаһы, кем чемпион булған, кем пьедесталға баҫҡан, кем бар көсөн һалған - ура, барыһына ла - ура!
       Белореттан ике ҡыҙыҡайға өмөт бар ине, әммә ул тормошҡа ашманы. Йәрәхәтләнгән Галина Богомолова марафонда көс һынаша алманы.
       - Әгәр ҙә аяғым ауыртмаһа, мин аҙағына тиклем ярышыр инем, - ти ул. Белорет спортсыһы Рәсәйгә ҡайтҡас, дауаханаға ингән.
       Аҙаҡ Лилиә Шобухова. Был миҙгел һөҙөмтәләренә ярашлы, ул еңеүгә дәғүә итмәһә лә, миҙал өсөн көрәшә ала ине. Лилиә Шобухова биш километрға йүгереүҙә дәғүәселәренән бер нисә секундҡа ғына артта ҡалып, өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте. Финишта ул алтынсы урын алды. Тирунеш Дибаба еңде, ә Белорет ҡыҙы унан 5,22 секундҡа ҡалышты. Элван Абейлегессе (Төркиә) - икенсе, Эфиопия спортсыһы Месерет Дефар - өсөнсө.
       Лилиә Шобухованың әхирәте, йәйге биатлон буйына үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы Екатерина Бузорина:
       - Уйымса, Лилиә юҡҡа башта уҡ үҙенең темпы менән йүгермәне. Башта бөтәһе лә, һәм ул да "йәйәү барҙы". Әкрен йүгереүҙән финишҡа сығыу, беләһегеҙме, нисек ауыр! Әгәр ул башта уҡ элеккесә йүгергән булһа, финишта уны уҙып китеүселәр булыуына ҡарамаҫтан, һөҙөмтә юғарыраҡ булыр ине. Ә былай ҡаптан сығыуы ауыр.
       Лилиә Шобухова тәьҫораттары менән уртаҡлаша:
       - Олимпиада оҡшаны. Йүгереүгә килгәндә, мин барыһын да эшләнем. Ә Эфиопия һәм Төркиә спортсылары, күреүегеҙсә, яҡшы әҙерләнгәндәр.
       - Фиништан һуң кәйефегеҙ ҡырылдымы?
       - Башта шулайыраҡ булды - "бронза" алырға теләгәйнем, әммә аҙаҡ үҙемдең мөмкинлектәремде үлсәгәндән һуң тынысландым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал