6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Барбиҙар эмоға ҡаршы
25.08.08


       Я вчера порезал вены,
       Я забрызгал кровью стены.
       Я решил свои проблемы
       Хей, смотрите все, я - эмо!
       Я пишу записку кровью,
       Что устал от этой жизни,
       По лицу размазал сопли.
       Я собрался прыгать с крыши...
       Был эмо-мәҙәниәтте мыҫҡыллаған шиғырҙан өҙөк. Ул күптән инде интернет киңлектәрен бураҙналай һәм уны, күрәһең, йәштәр субкультураһын күрә алмаған кеше уйлап тапҡандыр.
       Эмоны күрә алмаған кешеләр күп. Хатта айырым йәштәр хәрәкәте - антиэмо ла бар.
       - Беҙгә был эмо-балалар, уларҙың күҙ йәштәре, буялған маңлай сәстәре һәм кейеп йөрөгән кейемдәре теңкәгә тейҙе, - ти эмоға ҡаршы торған Кирилл. - Мин уларҙы күрә алмайым һәм уларҙан мәңгелеккә ҡотолорға әҙермен.
       Әйткәндәй, Кирилл үҙенең төркөмөн булдырған. Дөрөҫ, Өфөлә түгел, ә Санкт-Петербургта. Егеттәр эмоларҙы тота, уларҙың маңлай сәстәрен киҫә һәм йәштәр субкультураһы атрибуттарын тартып ала. Һәм үҙҙәрен пинкистар ("алһыуҙар") тип атайҙар.
       - Кирилл, ошондай сәйер исемде кем уйлап тапҡан?
       - "Пинкис" инглиз һүҙенән килеп сыҡҡан - алһыу. Беҙҙең хәрәкәт эмоға ҡаршы булараҡ барлыҡҡа килде. Улар ҡара-алһыу төҫтә, ә беҙ - алһыу.
       Сәйер аңлатма, шулай түгелме? Ә ни өсөн "пинкис" һуң ул? Аныҡ ҡына бер кем дә әéтә алмай. Хатта бер нисә тәғлимәт бар.
       Алина, 16 йәш:
       - Пинкис - ул антиэмо (эмоға ҡаршы). Был хәрәкәт Питерҙа эмоға ҡаршы булараҡ барлыҡҡа килде. Уны мыжыҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар теңкәләренә тейгән кешеләр булдырған. Һорарһығыҙ, ни өсөн? Күрәһең, бер мәҙәниәт бар икән, тигеҙләнеш өсөн икенсеһе лә һәр саҡ барлыҡҡа килә. Пинкис эмолар үҙ иткән музыканы, улар кейгән кейемде, уларҙың йәшәү рәүешен яратмай.
       Игорь, 15 йәш:
       - Пинкистар алһыу төҫ ярата, был кешеләр төркөмө "Tokio Hotel" тыңлаусы алйоттарҙы күрә алмай.
       Екатерина, 17 йәш:
       - Пинкис - ул Питерҙағы бер ҡыҙыҡайҙың ҡушаматы. Ул эмоға ҡаршы һуғыш башлай. Уның үҙенең төркөмө бар, улар урам буйынса йөрөйƒœð һәм мыжыҡтарға йомартҡа ырғыталар. Уның тураһында телевизорҙан хатта тапшырыу булды. Был исем уның ҡушаматынан килеп сыҡҡан да инде.
       Илья, 16 йәш:
       - Пинкис - ул һары сәслеләр төркөмө, улар алһыу төҫ ярата. Был Барби ҡурсаҡтары эмоларға алһыу төҫтә кейенгәндәре өсөн үпкәләп, һуғыш иғлан итте лә инде.
       Дөйөм алғанда, ысынлап та кем ул пинкис һәм улар ҡайҙан килеп сыҡҡан, беҙҙең өсөн йомаҡ булып ҡала. Бер нимә асыҡ: был агрессив йәштәр хәрәкәте, улар эмоларҙан ҡотолоу өсөн барыһына ла әҙер.
       - Төҫһөҙ биттәрен тишеп, ала-ҡола, сыбарланып биҙәлгән, көндәр буйына эскәмйәләрҙә ултырған балалар төркөмөнә нисек инде яҡшы мөнәсәбәттә булаһың? - ти Кирилл. - Мыжыҡ малайҙар хатта үҙҙәренең эмо-ҡыҙҙарын да яҡлай алмай. Шуға күрә беҙ уларҙы туҡмамайбыҙ. Улар бармаҡ тейеү менән илай башлайҙар.
       - Меҫкен эмолар һиңә ниндәй этлек эшләне, уларға иғтибар итмәһәң булмаймы?
       - Улар бер-береһенә оҡшаған. Был кешеләрҙең киләсәге юҡ. Беҙ уларға ҡаты ысул менән булһа ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Улар көсһөҙ, үҙҙәренә ярҙам итерлек хәлдә түгел, улар үҙҙәрен йәлләй.
       - Эмолар араһында яҡшы кешеләрҙе осратҡаның булманымы?
       - Араларында яҡшылары ла барҙыр, быныһын инҡар итмәйем. Әммә миңә яҡшылары осрағаны юҡ әле. Улар әйтерһең дә инкубаторҙа үҫкән, һәм күсермә яһаусы аппараттан сыҡҡан кеүек. Улар башлыса 13 йәштән 18-гә тиклемге балалар. Улар араһында аныҡ фекер йөрөтөүсе юҡ.
       Әлбиттә, тормошҡа һәр кемдең үҙ ҡарашы була, һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл һайлай. Әммә мин башҡаларҙы мыҫҡыллаған был кешеләрҙе һис ҡасан да хупламаясаҡмын һәм яҡламаясаҡмын. Көслөләр көсһөҙҙәрҙе яҡларға тейеш. Был закон. Кешеләрҙең күпселеге минең менән килешә, һәм мин шатмын.
       Алексей, 22 йәш:
       - Мин эмо түгел, һәм эмоға ҡаршы ла түгел. Мин кешеләрҙең мәнфәғәттәрен ихтирам итәм. Һәр кем нисек теләй, шулай йәшәй. Яратамы йәки яратмаймы - һәр кемдең шәхси эше. Кешеләрҙе яҡшыға һәм яманға бүлеү кәрәкмәй, бының өсөн Хоҙай бар.
       Ирина, 25 йәш:
       - Кешене кәмһетер булһаң, үҙеңә бер нисә һорау бир: һин кем, һин тормошта ниндәй яҡшылыҡ эшләнең, кешене кәмһетергә хоҡуғың бармы?
       Светланà, 17 йәш:
       - Минең яҡшы әхирәтем бар, беҙ уның менән беренсе синыфтан уҡ дуҫбыҙ. Әхирәтем эмо булырға ҡарар итте: ул оҙон толомон киҫте һәм ҡара төҫкә буяны, ирендәрен тиштерҙе, ҡара-алһыу кейем һатып алды. Ә мин нимә эшләргә тейеш был саҡта? Әхирәтем эмо булғаны өсөн дуҫлыҡты өҙөргәме? Башҡалар уның тураһында нимә уйлайҙыр, ә миңә барыбер.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал