6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Ҡояшҡайым, мине ҡыйын хәлдә ҡалдырма
22.08.08


       Матбуғат конференцияһына килгән журналистарҙың күбеһе ир-ат ине. Быға, бәлки, сираттағы осрашыуҙың ҡунағы - Белорет һылыуы Екатерина Бузорина сәбәп булғандыр.
       Был мөләйем ҡыҙыҡайҙы журналистар менән осрашыуға һис тә матур күҙҙәре һәм һоҡландырғыс йылмайыуы өсөн саҡырмағандарҙыр. Катя - спортсы. Екатерина Болгарияла үткән йәйге биатлон буйынса Европа чемпионатында ҡатнашҡан бөтә дисциплиналарҙа ла миҙал яуланы.
       Екатерина Бузорина спринт-кроста үҫмер спортсылар араһында дүрт хата ебәреп, еңеүсе Александра Вәлишинанан 45 секундҡа артта ҡалып, өсөнсө булды. Бузорина масс-стартта шул уҡ Вәлишинанан 50,5 секундҡа ҡалып, тағы ла "бронза" алды. Биш хата ебәрҙе.
       - Болгарияла шарттар ауыр булды - диңгеҙ кимәленән 1650 метр өҫтә бейек тауҙар, эҫе, дымлылыҡ юҡ тиерлек, - тип һөйләй Екатерина. - Миңә бейек тауҙар яңылыҡ түгел - беҙҙә Белоретта ла тауҙар. Ә бына ҡалғандары менән ауырыраҡ булды. Бынан тыш, атыу урынында сәптәр Өфөгә ҡарағанда юғарыраҡ урынлаштырылғайны, ә был уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы.
       Спринтта иң ҡиммәтле миҙал - "алтын" түгел, ә беренсе "бронза". Пьедесталға күтәрелермен, тип уйламағайным, әммә күтәрелдем...
       Екатерина ҡатнаш эстафетала "алтын" яулай.
       - Регламентҡа ярашлы башта ике ҡыҙыҡай йүгерҙе, аҙаҡ ике егет, - тип һөйләй журналистарға Белорет биатлонсыһы. - Саша Вәлишина ярышыусыларҙы артта ҡалдырып, күҙәтеүселәр алдында миңә эстафетаны тапшырҙы. Ә мин уҙышыусыларҙы тағы ла күпкә артта ҡалдырҙым, егеттәргә тамамлайһы ғына ҡалды.
       Матбуғат конференцияһында Бузоринаның остаздарынан береһе лә булманы, шуға күрә Башҡортостан йыйылмаһы тренеры Виктор Никитинға шылтыратырға тура килде.
       - Бузоринаның "яратҡаны" - тап йәйге кросс биатлоны. Роликлы саңғыла ул көсһөҙөрәк. Катя йүгереү яғынан шәп - унда ул көслө, уның ата-әсәһе лә еңел атлеттар бит. Уйлауымса, нәҡ йәйге кросс биатлонында уның перспективалары бына тигән. Екатерина тәжрибәле спортсылар менән көрәшә һәм өлкәндәр араһында донъя чемпионы була ала.
       - Һәр биатлонсы Европаның күп илдәрендә популярлыҡ яулаған ҡышҡы биатлонда дан ҡаҙанғыһы килә бит...
       - Эйе, уның ҡышҡы биатлонда ла уңыштары бар. Катя Рәсәй үҫмерҙәр беренселегендә Башҡортостан өсөн "алтын" яуланы. Бузоринаны үҫмерҙәр биатлонынан өлкәндәр биатлонына күсеү осоро көтә. Был йәштәр өсөн үтә лә ауыр осор, кисәге йәш лидерҙар тәжрибәле спортсылар яғынан етди конкуренцияға дусар ителә.
       Екатерина үҙе лә, киләһе миҙгел үҫмерҙән өлкәнгә күсеү сәбәбе буйынса ауыр буласаҡ, ти.
       - Шулай булыуға ҡарамаҫтан, минең пландарым етди, - ти Бузорина. - Ҡышҡы биатлон буйынса өлкәндәр йыйылмаһына ла теләйем һәм Олимпиада чемпионы ла булаһым килә. Атайым еңел атлет булһа ла, мин бала саҡта саңғыны һайланым - йүгереү миңә ҡалһа күңелһеҙ шөғөл булды. Биатлонға ла мин оҙаҡ килдем - башта ул миңә ауыр тойолдо.
       Ҙур пландарҙы хуплайһы ғына ҡала. Иң мөһиме, улар тормошҡа ашһын. Хәҙергә Катя үҙ өҫтөндә күп эшләргә тейеш.
       - Роликлы саңғы һәм саңғы - төрлө әйбер. Ҡай берәүҙәргә йәйге техниканан ҡышҡыһына күсеү еңел бирелә, ә башҡаларҙа, миҫал өсөн, Катяла был процесс ауыр үтә. Катя Башҡортостан йыйылмаһында әлегә көслө түгел, әммә иң һылыуы, - ти команданың баш тренеры Виктор Никитин.
       - Катя Максим Чудов менән ниндәй мөнәсәбәттә икән?
       - Макс яҡшы кеше, уның менән аралашыуы күңелле, ул кәңәше менән дә ярҙам итә, һәм ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа һөйләй ала, - ти Катя.
       Катя шулай уҡ танылған спортсы Лилиә Шобухова (бөгөн Пекинда уның алдында мөһим старт тора) менән аралаша.
       - Лилиәне мин яҡшы беләм. Ул үтә лә яғымлы, сит илдән ҡайтҡас, аралашыу өсөн һәр саҡ ваҡыт таба. Мин уға Олимпиадала уңыштар теләйем. Ул теләгенә ирешер, тип уйлайым. Мин уның өсөн "көйәсәкмен...
       Бузорина компьютер уйындарында уйнарға ярата икән.
       - Әлбиттә, атышҡа өҫтөнлөк бирәм, - ти Катя. - Атыш ни тиклем ҡурҡыныс, уйнауы ла шунса ҡыҙыҡ.
       - Ә һеҙҙең ысын ҡорал менән мөнәсәбәттәр нисек? Биатлонсылар, белеүебеҙсә, үҙҙәренең винтовкалары өсөн ҡалтырап тора....
       - Эйе, минең шәхси винтовкам бар. Мин уны яратам, ярыш алдынан уны урынға һалам да, "Ҡояшҡайым, мине ҡыйын хәлдә ҡалдырма", тип һыйпап ҡуям.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал