6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Программистар йыһаз етештереүселәргә ярҙамға килә
17.03.04


       Баҙар шарттарына күсеү менән илебеҙҙең байтаҡ йыһаз ете штереү предприятиелары тормошҡа яраҡһыҙ булып сыҡты. Бындай компанияларҙың ҡайһы бер өлөшө генә - бөтә Рәсәйгә ни бары һ икһәнләп кенә - килемле эшләүен дауам итте. Улар араһында "Миасс - мебель", "Шатура" кеүектәре генә ҡалды.
       Башҡортостанда бындай гиганттар бөтөнләй ҡалманы. Хәйер, бы л хәл аптырарлыҡ түгел. Сөнки донья кимәлендә йыһаз етештер еү тармағы урта һәм бәләкәй бизнесҡа нигеҙләнә. Һуңғы осорҙа
       беҙҙең республикала ошондай хәл күҙәтелә - ҡыҫҡа ғына ваҡыт
       эсендә мебель етештереү буйынса байтаҡ фирмалар барлыҡҡа к илде. Улар араһында бөгөн инде киң билдәле "Грета плюс" һә м "Ағиҙел" кеүектәре айырыуса уңышлы эшләп килә.
       Әммә йорт йыһаздары төрлө була шул. Ҡайһы бер предприяти елар киләһе көн тураһында ҡайғыртмай, "бөгөн тере ҡалырға и не"принцибынан эш итһә, икенселәре иһә бөгөн ҡулланыусы тала птарына яуап бирерлек йыһаз етештереү өҫтөндә эшләй. Тәүгелә ренең рентабеллеге 15 - 20 процент тәшкил итә. Был һан, әлби ттә, күп түгел.
       Бөгөн республикала урман хужалығы комплексын үҫтереүгә етди
       иғтибар бирелә. Йорт йыһаздары етештереү өлкәһе лә онотолма ясаҡ. БР Сәнәғәт министрлығының урман хужалығы комплексы бүл еге начальнигы Фәрит Таипов һүҙҙәре буйынса, урман комплексы
       тармағында йыһаз етештереү 60 процент тәшкил итәсәк.
       Ғөмүмән, йыһаз етештереү тармағының үҫешен квалификациялы кадрҙарҙың булмауы тотҡарлап тора. Өфө дәүләт сервис институ тында "Сервис" специалносы булдырылды. Был республикала юғ ары белемле йыһаз етештереүселәрҙе әҙерләнгән берҙән -бер уҡ ыу йорто.
       Күптән түгел бында йыһаз дизайнына арналған махсус семи нар булып уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙы дизайн нескәлектәренә өйрәтк ән профессиональ программалар менән ҡулланыуға төшөндөрҙөләр . Белгестәр фекеренсә, был тармаҡта эшләүселәр, ниһайәт, яҡш ы йыһаз сығарыуға йүнәлеш алһындар ине. Ни тиһәң дә заман у рынында тормай бит. Ҡулланыусылар ҙа матур һәм мода елдәренә
       яуап биргән йыһаз һатып алырға тейеш.

Элвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал