6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Зөлфәр Әхмәтов кинола көсөн һынай
21.08.08


       Зөлфәр Әхмәтовты Өфөлә осратыуы еңелдән түгел. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисын Павел Лунгин үҙенең яңы фильмына саҡырған. "Август аҙағында - булам", - тигән ышаныслы тауышты ишетәм телефон трубкаһында. Зөлфәр Өфөгә ҡайтҡан, әммә тағы ла оҙаҡҡа түгел. Поезд уны яңынан Мәскәүгә алып китте, ул билдәле режиссер Андрей Смирновтың фильмында төшә.
       - Бөтәһе лә сәхнә хәрәкәте буйынса уҡытыусы Айҙар Закировтың тәҡдименән - үҙемде каскадер сифатында һынап ҡарауҙан башланды. Был минең беренсе аҙымым булды. Дөрөҫ, башҡорт режиссерҙары төшөргән фильмдарҙа төшөргә тура килде, әммә бына кинола трюктар яһарға тура килмәне. Тик сәхнәлә - спектаклдәрҙә.
       Йәштәр театры Рәсәй театр сәнғәте академияһы (РАТИ) профессоры, ВГИК-та һәм РАТИ-ла сәхнә хәрәкәте уҡытыусыһы Айҙар Закиров менән хеҙмәттәшлек итә. 2002 йылда ул рус труппаһының баш режиссеры Мөсәлим Күлбаев менән бергә Редьярд Киплинг әҫәре буйынса "Мы с тобой одной крови" тигән спектакль ҡуйҙы. 2008 йылда "Робин Гуд" спектаклен сәхнәләштерҙе. Ике спектаклдә лә Айҙар Закиров акробатик трюктарҙың авторы булды, бында артистар, шулай уҡ Зөлфәр, йәйә һәм ҡылыс менән эш итә белеү оҫталыҡтарын күрһәтте.
       - Павел Лунгиндың фильмында мин һуғыш күренештәрендә төштөм. Ҡайһы бер эпизодтарҙа мин рус кешеһе булып сығыш яһаным, башҡаларында поляк булдым. Киноға төшөү тәьҫораттары - иҫ киткес! Һуғыш күренешендә беҙ ҡылыс менән фехтовать итәбеҙ, ә эргәлә һыбайлылар - туҙан, бысраҡ, сыңлау, ҡысҡырыштар.
       Күренештәргә әҙерләнеү ҙә ҡыҙыҡлы үтә. Трюктар репетицияһы, костюмдар кейеп ҡарау. Гримлаусыларҙың эшен айырым билдәләргә кәрәк. Грим һалыу ауыр - шуға ла һиңә айырым иғтибар - бөтәһе лә тәбиғи булырға тейеш.
       Күмәк күренеште төшөрөү - фильм өҫтөндә эште тамамлау этабы. Аҙаҡ таҫманы монтажлау ҡала - һәм Павел Лунгиндың "Иван Грозный һәм митрополит Филипп" тигән яңы картинаһы прокатҡа сыға. Фильм беренсе рус батшаһы Иван IV батшалыҡ итеүҙә драматик күренештәренең береһен хикәйә итә. Фильмда Рәсәйҙең танылған актерҙары - Олег Янковский, Александр Домогаров, Иван Охлобыстин һәм башҡалар төштө. Актер Петр Мамонов Иван Грозный ролен башҡарҙы.
       - Фильм Суздалдә - боронғо рус ҡалаһында төшөрөлдө, - тип һөйләй Зөлфәр. - Эштән буш ваҡытта мин, турист булараҡ, ҡаланың иҫтәлекле урындарын тикшерҙем. Ғибәҙәтханала, сиркәүҙә, Кремлдә булдым - иҫ киткес матур, онотолмаҫлыҡ мөхит.
       - Зөлфәр, киноға төшкәндә һеҙҙә үҙеңде ысын артист итеп тойоу хисе булдымы?
       - Мин күренекле режиссер менән эшләүемә шатмын. "Ысын" тигән билдәләмә менән һаҡ булыр инем. Минең уйымса, профессияла -­ теләһә ниндәйендә, минекендә генә түгел - нимәлер өйрәнеп була. Бер мәҙәк иҫкә килеп төштө. Абитуриент театр уҡыу йортона ингән ваҡытында, ул үҙен халыҡ артисы, тип һанай, икенсе курста - ул атҡаҙанған, ә өсөнсө курста - ябай артист, ә инде һуңғы курста - ул бер кем дә түгел. Һөҙөмтә шундай - мин ни тиклем күп беләм һәм булдыра алам - алда танып-белеүҙәр ҙә күп.
       - Спектаклдәрҙә һин төп ролдәрҙе башҡараһың, яратҡандарың бармы?
       - Башҡарған ролдәрем барыһы ла минең күңелемә хуш килә. Улар йыйылма образдар, улар өҫтөндә мин бер көн генә эшләмәйем бит. Әммә береһен, бәлки, беренсе ҙур ролемде, мин уны сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң театрға килгәс алдым, айырым күрһәтер инем. Ул "Яҡын-алыҫ" спектаклендә Йорт эйәһе.
       - Зөлфәр, һин кинола һәм сәхнәлә ауыр трюктар күрһәтәһең, үҙеңде нисек яҡшы физик формала тотаһың?
       - Спорт һәм тағы ла спорт. Бала саҡтан уҡ спорт менән шөғөлләндем. Көрәш, бокс, еңел атлетика. Бөтә төрҙәр менән дә шөғөлләндем, нимә кәрәк, барыһын да алдым. Мин хәҙер үҙем тренер булдым - ике йыл сәнғәт академияһында фехтование уҡытам. Ә театрҙа спорт секторы өсөн яуаплымын.
       - Телефондан һөйләшкән ваҡытта, Өфөгә ҡайттым, тип әйткәйнең, ә хәҙер яңынан киноға төшөргә йыйынаһыңмы?
       - Эйе, режиссер Андрей Смирновта. Ул 30 йыл тәнәфестән һуң яңынан режиссура менән шөғөлләнә башланы. Аҡса йыйып, 2007 йылдың аҙағында "Жила-была баба" тигән фильм (сценарийҙы ун йыл элек яҙған) төшөрә башланы. Фильм ауыл ҡатыны һәм уның дүрт ире тураһында. Был фильмда ла мин каскадер сифатында төшәсәкмен.
       - "Иван Грозный һәм митрополит Филипп" һәм "Жила-была баба" - икеһе лә тарихи фильмдар. Әгәр ҙә боевикта төшөргә тәҡдим булһа, риза булырһыңмы?
       - Дөрөҫөн әйтәм, был турала уйлағаным юҡ. Бөтә жанрҙарҙан миңә фантастика оҡшай. Фантастика ҡыҙыҡһындыра, ул һәр саҡ мауыҡтырғыс, шуға ла фәнни фантастикаға, миҫал өсөн, Жюль Верн әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирәм.
       Мин башҡа артистар кеүек кинола ла, шулай уҡ театрҙа ла яңы ҡыҙыҡлы ролдәр тураһында хыялланам. Әле мин үҙемдең актерлыҡ эшмәкәрлегем башында торам, шуға ла ышанам, минең барыһы ла алда әле.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал