6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Мәскәүҙән хат
20.08.08


       "БАШвестЪ" гәзитен уҡыусылар даирәһе киң. Һуңғы ваҡытта "Тарихтан бер көн" рубрикаһы аҫтында баҫылған материалдарға ғына Каунастан (революционер Шәриф Манатов тураһында материал буйынса), Минскиҙан (яҙыусы Вивиан Итен тураһында), Американан ("Искра" элемтәсеһе Куржанский тураһында) баһалар килде...
       Ә был хатты Мәскәүҙән СССР-ҙың халыҡ рәссамы Николай Николаевич Жуковтың ҡыҙы ебәргән.
       "Һаумыһығыҙ, "БАШвестЪ" гәзитенең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!
       Һеҙгә ихтирам белдерергә һәм түбәндәге мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итергә рөхсәт итегеҙ. Ошо көндәрҙә мин интернетта "Тарихтан бер көн" рубрикаһынан "Николай, әйҙә тартып алайыҡ!" мәҡәләһенә (09.10.05 йыл) иғтибар иттем. Унда билдәле башҡорт шағиры Ҡадир Даян тураһында һүҙ бара. Миңә бала сағымда атайым уның тураһында һөйләй торғайны.
       Атайым Ҡадир Даян менән фронтташ-дуҫтар, һәм уларҙың был дуҫлығы ғүмерҙәренең һуңғы көнөнә тиклем дауам итте.
       Еңеүҙең 60 йыллығына ҡарата рәссамдың фронт һүрәттәре һәм көндәлектәре менән "Тыныслыҡ. Һуғыш. Николай Жуков" тигән китап нәшер ителгәйне. Унда Ҡадир Даянға арналған өҙөк һәм шағирҙың 1941 йылғы ике фотоһүрәте бар.
       Мин беләм, Ҡадир Даяндың ике ҡыҙы бар, һәм мин уларға был китапты тапшырырға теләйем, бында уларҙың аталары йылы һүҙҙәр менән телгә алына.
       Мин уларҙың адресын эҙләп ҡараным - беләм, улар Өфөлә йәшәргә тейеш. Был мәҡәләне уҡығас, миндә өмөт уянды, бәлки, һеҙ Ҡадир Даяндың ҡыҙҙарын табырға ярҙам итерһегеҙ.
       Яуап көтөп, хөрмәт менән Арина Жукова-Полянская".
       Беҙ шағирҙың ҡыҙы - Луиза Даянованың адресын таптыҡ. Мәскәү менән элемтә булдырылды. Үкенескә ҡаршы, "Тыныслыҡ. Һуғыш. Николай Жуков" китабы Өфөгә килеп етмәне әле.
       Шулай ҙа бөгөн фронтовиктар Николай Жуков һәм Ҡадир Даян тураһында иҫкә төшөрөргә сәбәп бар. Эш шунда, 45 йыл элек, 1963 йылдың 20 авгусында, Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы Николай Николаевич Жуковтың шәхси күргәҙмәһе үтә. Һәм бында башҡорт ерендә, һуғыштан һуң күп йылдар үткәс, дуҫтар тағы ла осраша.
       Башта күргәҙмә тураһында ҡыҫҡаса. Ул бер нисә көн дауам итә һәм уңышлы үтә.
       Беренсенән, совет графигы, академик, ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты Н.Н. Жуковтың исеме (1908-1973) билдәле. Ул "В.И. Ленин" (1949), "Балалар тураһында" (1943-1968) тематик картиналар серияһы, плакаттар авторы. Өҫтәүенә, 1963 йылда Өфөлә күргәҙмә үткән ваҡытта уға СССР-ҙың халыҡ рәссамы исеме бирелә.
       Гәзит биттәрендә хәбәр итеүҙәренсә, картиналар күргәҙмәһåí 11 меңдән ашыу кеше ҡараған, матбуғатта күргәҙмә тураһында ìәҡәләләр баҫылған.
       20 августа рәссам Жуковтың һынлы сәнғәт күсмә күргәҙмәһе йомғаҡтары барлана. "Тамашасылар менән кисә үткәрелäå, - тип хәтерләй ине ул. - Сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең йылы сығыштары хәтерҙә ҡалды. Мин тулҡынланым ултырҙым һәм яуап телмәре әҙерләнем. Һәм ошо ваҡыт мин артымда: "Николай, әйҙә тартып алайыҡ!" тигән һүҙҙе ишеттем. Мин артыма әйләнеп ҡараным һәм алсаҡ йөҙлө Ҡадир Даянды, фронтташ дуҫымды күрҙем. Беҙ ҡосаҡлаштыҡ. Ҡадир Даяндың һалдат Жуков тураһында трибунанан һөйләүе күптәрҙе тетрәндерҙе".
       Ҡадир Даян рәссамдың эштәрен баһалай. Ә Жуков экспозицияла башҡорт шағирының портреты (рәссам был портретты 1942 йылда төшөрә) булмауына үкенес белдерә. Ә беҙ был портретты гәзит уҡыусыларына тәҡдим итәбеҙ.
       1976 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән "Из записных книжек" китабында Николай Жуков үҙе Ҡадир Даян тураһында бына нәмәләр хәтерләй.
       Жуков Ҡадир Даянды һуғыштың тәүге айҙарында Калинин фронтында күрә. "Һуғышҡа тиклем, - тип яҙа ул, - Ҡадир Даян Башҡортостандың билдәле шағиры була. 1941 йылдың декабрендә Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте декадаһы үтергә, һәм Ҙур театрҙа Ҡадир Даяндың шиғырына яҙылған опера беренсе тапҡыр яңғырарға тейеш ине.
       Ҡадир Даян һуғыштың беренсе көнөндә үк хәрби комиссариатҡа бара һәм фронòҡа ебәреүҙәрен үтенә. Башҡорт шағиры Ҡадир Даян 29-сы армия штабынан саҡырыу ала - уны "На разгром врага" армия гәзите редакцияһына ебәрәләр".
       Писарь Николай Жуковты ла ошо гәзиткә командировкаға ебәрәләр. Бында улар таныша һәм дуҫлаша. "Туптан атыу һәм авиация һөжүме ваҡытында беҙ соҡорҙа йәки канауҙарҙа, юл ситтәрендә ята инек, ә аҙаҡ унан сығып, өҫтән туҙанды ҡағып, һалдат махоркаһын көйрәтә инек. Ҡадир һәр саҡ миңә: "Николай, әйҙә тартып алайыҡ!" тиер ине".
       1963 йылдың 20 авгусында Николай Николаевич Жуков был һүҙҙәрҙе Өфөлә ¼ƒåíå¾ ê¼ð㜃윚åíäœ Ҡадир Даяндан тағы ишетте.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал