6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Т9" төркөмө өфөләрҙе ҡыуандырҙы
19.08.08


       "Т9" төркөмө мобиль телефоны функцияларының береһе буйынса исем алған. "Т9" төркөмөнә табыныусы өфөләр уларҙы бик ныҡ тулҡынланып көттө. Санкт-Петербургтан яңы музыкаль проект "Мөхәббәткә мәҙхиә" ("Тын алыу-тын сығарыу") йыры менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Рәсәйҙең күп кенә радиопрограммаларының юғары баҫҡысына күтәрелде. Йыр менән танышыу мәле экрандарға "Ранетки" һәм "Клуб" сериалдары сыҡҡан ваҡытта булды. Был фильмдарҙа яңғыраàн йыр төркөмгә популярлыҡ алып килде.
       "Т9" төркөмөндә өс кеше: Vажный, Grace һәм Treez - ике егет һәм таң ҡалдырғыс бер һылыу. Башта төркөмдә егеттәр генә була. Әммә аҙаҡ продюсер Роман Любомиров вокалсы Маринаны (Grace) тәҡдим итә. Шулай итеп дуэт триоға әүерелә.
       - Беренсе сиратта, беҙ дуҫтар, - ти Vажный, Grace һәм Treez. - Беҙ яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Өҫтәүенә, бөтәбеҙҙең дә тормошҡа ҡараштарыбыҙ төрлө, ижадҡа килгәндә, беҙҙең ҡараш бер яҡҡа йүнәлгән.
       - Марина, һеҙ егеттәрҙең ҡайһыһына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
       - Бер кемгә лә бирмәйем. Һәр кемдең ыңғай һәм кире яҡтары була.
       Музыканттар хәйләле һорауҙарға ла яуап бирҙе. Улар үтә лә әҙәпле, уҡымышлы, аралашыусан булып сыҡты. Өфөлә матбуғат конференцияһында, ул бер сәғәткә һуң башланды, "Т9" төркөмө урамда барлыҡҡа килгән тығылыштар арҡаһында һуңлаған өсөн ғәфү үтенде. Журналистар менән әңгәмә барышында улар рәхәтләнеп алма ашаны, уларҙы Өфө телекомпанияһы нәҡ "темаға" әҙерләгән ине.
       Grace (һағынышлы):
       - "Мөхәббәткә мәҙхиә" йыры беренсе тапҡыр "Ранетки" фильмында яңғыраны. Беҙ башҡарған йырҙың унда кәрәклеген аңлау өсөн сериалды ҡараныҡ. Йыр нәҡ кәрәк урындарҙа яңғыраны.
       - Ни өсөн төркөм "Т9" тип атала?
       Vажный:
       - Беҙ илһам килгәндә текстар яҙыу менән мәшғүл. Ундай ваҡытта эргәлә ҡағыҙ һәм ручка ла булмаған мәлдәр була, әммә ундай саҡтарҙа беҙгә һәр саҡ телефон ярҙам итә. Беҙ урамда йөрөгән ваҡытта ла үҙебеҙҙең фекерҙе теркәп барабыҙ. Телефонда урын бөтә икән, текстарҙы компьютерға күсерәбеҙ.
       Treez:
       - "Т9" (мобиль телефоны һүҙлеге буйынса) төркөмгә тура килә. Ул ҡыҫҡа яңғырай, һәм беҙҙең ижадты сағылдыра.
       "Т9" soul hip-hop жанрын нигеҙ итеп ала һәм уны тере музыка менән оҫта биҙәй.
       Роман Любомиров:
       - Һеҙгә бәләкәй генә сер асайым әле - музыкала эксперименттар күп булды. Беҙ популяр композиторҙарҙың һәм музыканттарҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итмәнек. Альбом яҙҙырыуҙа дуҫтарыбыҙҙы йәлеп иттек. Бөтәһен дә үҙебеҙ эшләнек - инструменттарҙы һәм электрон яңғырашты бутаныҡ. Клип менән дә шундай хәл булды. Беҙ популяр режиссерҙарҙы йәлеп итмәйбеҙ, стандарт ҡарарҙар ҡабул итмәйбеҙ, беҙ бөтәһен дә cаҡ ҡына иҫкерәк технологиялар менән пленкала эшләйбеҙ.
       Беҙҙең дүртебеҙҙең дә музыкаль белемебеҙ бар. Мин сиркәү хорында йырланым. Vажный консерваторияға инергә йыйына. Марина күп кенә музыкаль конкурстарҙа ҡатнашты.
       Vажный:
       - Бөгөнгө көндә беҙ ата-әсәйҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ, улар музыка мәктәбенә етәкләп тигәндәй йөрөттө бит. Беҙ уларҙың ярҙамы менән тормошта теләгебеҙгә ирешәбеҙ. Беҙ башлаған эште аҙағына еткерергә күнеккәнбеҙ.
       - Ижад өсөн сюжеттарҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
       Vажный:
       - Беҙгә ҡала, кешеләр илһам бирә. Мөхәббәт тураšында йыр ижад итеү өсөн ғашиҡ булыу мотлаҡ түгел.
       - Һеҙ Питербургта тыуҙығыҙмы?
       Treez:
       - Беҙ өсәү - юҡ, әммә Питерҙа күптән йәшәйбеҙ. Питер романтик ҡала, музейҙарға бай, ул үҙенең архитектураһы менән таң ҡалдыра.
       Роман Любомиров:
       - Мин Питерҙа тыуҙым һәм үҫтем. Питер - ул үҙенсәлекле ҡала. Ул кемделер ҡабул итә, ә кемделер - юҡ. Ҡабул ителмәгәндәр Мәскәүгә юл ала. Ҡала менән үҙ-ара эш итеүсе ижад кешеләре ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төньяҡ баш ҡала кешеһенә әүерелә. Питер халҡы Юрий Шевчукты ярата һәм хөрмәт итә.
       "Т9" төркөмө сифатлы лицензиялы дискылар өсөн тырыша. Йыр яратыусыларҙың матур музыка тыңларға хоҡуғы бар. Йырҙың һүҙҙәре ишетелмәүе, тауыштың боҙолоуы - былар күңелһеҙ хәл. Альбомда бер нисә композиция башҡа артистар менән берлектә яҙылды. Шоу-бизнес донъяһында "старт" алыуы еңелдән түгел, ти улар. Әммә уларға "Мөхәббәткә мәҙхиә" йыры ярҙам итте - рәсәйлеләр күңеленә хуш килде.
       Vажный:
       - Беҙ альбомдың беренсе йырынан алып һуңғыһына тиклем ҡабул ителеүен теләнек. "Мөхәббәткә мәҙхиә" - 23 йырҙың береһе. Беҙҙең беребеҙ ҙә, ул төп йыр тип, әйтмәй. Шулай килеп сыҡты - "Мөхәббәткә мәҙхиә" йыры беренсе булып яңғыраны һәм күптәргә оҡшаны. Альбомда шулай уҡ тәрән мәғәнәле йырҙар ҙа бар.
       Концертҡа килгәндә, ул ваҡытында башланды. Төнгө клуб тиҙ арала тулды. Концерт билеттары ла ҡиммәт түгел - 300 һумдан 500 һумға тиклем ине.
       - Vажный, Grace һәм Treez, Өфө тәьҫораттары ниндәй?
       - Йәй, иркен. Питерҙа һауа торошо бындай түгел. Унда көнөнә өс миҙгел. Һәм ни өсөндөр, белмәйбеҙ ни өсөн, һеҙҙең ҡала беҙгә Советтар Союзын хәтерләтте.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал