6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Спорттың башҡа төрҙәре

Түңкәрелеүҙәр һәм "бронза"
18.08.08


       Ура! Беҙҙең төбәк Олимпиада наградаларына тартылды. Ике ишкәкле кәмәлә ишеү оҫталары Михаил Кузнецов һәм Дмитрий Ларионов бронза миҙал яулап, беҙгә байрам бүләк итте.
       Ғәҙеллек хаҡына билдәләп китәйек, Башҡортостан был ике батырҙың тыуған төйәге түгел. Уларҙың береһе Түбәнге Тагилдан (Свердловск өлкәһе). Әммә, шуныһы мөһим, егеттәр армия сафында беҙҙә (Өфө спорт ротаһында) хеҙмәт иткән. Бынан тыш, "контрактниктар" ике төбәк - Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостан èñåìåíœí сығыш яһай һәм Башҡортостан Республикаһының Физик культура, спорт һәм туризм министрлығы тарафынан да өлөшләтә финанслана.
       Беҙҙең ике миҙал булды, был яҡшы. Тимәк, аҡсалар юҡҡа сарыф ителмәгән, һәм беҙҙең чиновниктарыбыҙ уларҙы юҡҡа ғына шефлыҡҡа алмаған икән. Бәлки, тағы ла уңыштар булыр. Миҙалға дәғүә итеүселәребеҙҙең барыһы ла үҙҙәренең сығыштарын тамамламаған бит әле. Бәлки, кемдер Рәсәйгә "алтын" килтерер.
       Ә хәҙергә - үткән ярыш тураһында. Дүрт лидер араһында рәсәйлеләр Михаил Кузнецов һәм Дмитрий Ларионов беренсе булып старт алды. Аҙаҡ чехтар һәм словактар уларға ҡарағанда яҡшыраҡ сығыш яһаны.
       Иң көслө немецтар - Феликс Мишель һәм Себастьян Пирсиг ҡала. Әммә улар дистанцияла түңкәрелә һәм миҙал өсөн көрәштән сыға. Һөҙөмтәлә Германия спортсылары рәсәйлеләрҙән ете секундҡа артта ҡала.
       Шулай итеп, рәсәйлеләргә һирәк эләккән алтын миҙалдар танылған лидерҙар активында - словактар Павел һәм Петер Хохшорнеровтарға эләгә. Улар өсөнсө тапҡыр Олимпиада чемпионы була. Чехтар Ярослав Вольф һәм Андрей Штепанек көмөш миҙалға лайыҡ була.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал