6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

Өфө - Цхинвали: гуманитар ярҙам юлға сыҡты
15.08.08


       Шофер Антон Саможенков үҙенең ҙур йөк машинаһына йүнәлә. Юл яҡын түгел - Владикавказға.
       - Кавказ һәр саҡ ҡыҙыу нөктә булды, унда нимә булһа ла даими сығып тора. Һуғыштан ябай кешеләр ºàçà күрә. Беҙ ҡаза күргәндәргә ярҙам итергә тырышабыҙ, - ти ул.
       Көньяҡ Осетияға гуманитар ярҙам менән юлға сыҡҡан колонна составына 24 кеше ингән, шуның береһе - Антон. Гуманитар ярҙам Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса йыйылды, ул Грузия-Көньяҡ Осетия конфликтында ҡаза күргәндәр өсөн тәғәйенләнә. Республиканың бик күп предприятиелары ярҙам ҡулын һуҙҙы. Өфөнөң махсуслаштырылған янғын часында гуманитар ярҙам колоннаһы ойошторолдо. Ул алты йөк машинаһынан һәм оҙатып барыусы ике автомоáилдән тора. Йөк машиналары "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһына, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығына, БР буйынса Эске эштәр министрлығына ҡарай. Гуманитар ярҙамдың дөйөм ауырлығы 85 тонна тәшкил итә. Колоннала ҡаза күргәндәр өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар бар. Улар араһында төҙөлөш материалдары, шул иҫәптән быяла, шифер бар. Бынан тыш, гуманитар ярҙам составында һыу, урын кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, медикаменттар бар.
       Колонна начальнигы Владимир Лобода, һәр машинала ялға туҡтап тормаҫ өсөн ике шофер, ти.
       - Беҙ 16 августа Владикавказға килеп етергә тейешбеҙ. Өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү өсөн беҙҙең менән бергә ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының ике машинаһы бара.
       Гуманитар ярҙам колоннаһы 2397 километрҙы ике тәүлек эсендә үтергә тейеш. Колонна начальнигы оператив штабҡа һәр ике сәғәт һайын юлдағы хәлдәр тураһында хәбәр итеп торасаҡ.
       Бынан тыш республика яғыулыҡ-майлау материалдары менән ике цистерна оҙатты. Яғыулыҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Ҡыҙыл Тәре кәрәк-яраҡтары өсөн тотоноласаҡ.
       Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Мәһәҙиев, гуманитар ярҙам колоннаһын оҙатыу - дөрөҫ аҙым, ул бөтә милләт кешеләрен дә берләштерә, тип һанай.
       - Көньяҡ Осетиялағы фажиғәле ваҡиғаларҙы бер кем дә тыныс ҡына ҡабул итә алманы, ә беҙҙең республика айырыуса һиҙгерлек күрһәтте. Гуманитар ярҙам колоннаһын ойоштороуҙа республиканың бик күп предприятиелары ярҙам ҡулыí һуҙҙы. Сараның төп маҡсаты матди ярҙамға ғына ҡайтып ҡалмай. Бөтә илдең хәрби хәрәкәттәрҙә ҡаза күргән Осетия халҡы фажиғәһенә берҙәм ярҙамға күтәрелеүе мөһим.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал