6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Һаулыҡ һаҡлауға диагноз ҡуялар
14.08.08


       Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса Республика Советының күсмә ултырышын үткәреү традицияға әүерелде. 2005 йылдан бындай күсмә ултырыштарҙы республика райондары ҡабул итә. Быйыл врачтарҙың консилиумы сентябрҙә Архангел, Белорет һәм Бөрйән райондарында үтәсәк.
       Пленар ултырыштың темаһы әлегә иғлан ителмәгән, әммә, ҡағиҙә булараҡ, уның барышында тармаҡтың мөһим проблемалары тикшерелә. Медицина теле менән әйткәндә, анамнез (ауырыуҙың табипҡа һөйләгән мәғлүмәттәр йыйылмаһы) йыйыла һәм дауалау тәғәйенләнә.
       Ә хәҙергә райондар - медицина советы хужалары - күсмә ултырышҡа әҙерләнә. Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса Республика Советының күсмә ултырышы àëäûíàí райондарҙа һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөү һәм булғандарын ремонтлау республика ҡаҙнаһына бер нисә йөҙ миллион һумға төшә. Әгәр яңы ҡорамалдар менән бергә һанаһаң? Ҡыҫҡаһы, республика власы һаулыҡ һаҡлауға средстволарҙы мул бүлә.
       Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Үҙәк район дауаханаһының дауалау корпустары тәртипкә килтерелә, ә Байназар ауылында табиптар амбулаторияһы төҙөлөшө тамамланды тиерлек.
       Архангел районының Архангел ауылында Үҙәк район дауаханаһының яңы дауалау корпусы сафҡа индерелә, поликлиникалар ремонтланды, патологоанатомик корпус төҙөлдө. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Анна Вязовцева һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгө көндә районда биш фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә һәм тағы бишәүһе - үҙгәртеп ҡороу стадияһында. Быйыл бында районда әлегә берҙән-бер дөйөм практика табибы офисы асыла, бында ғаилә табибы ҡабул итәсәк. Валентиновка ауылында участка дауаханаһы реконструкциялана.
       Белоретта 120 койкаға иҫәпләнгән яңы бала табыу йорто төҙөлөшө тамамланып килә.
       - Был рәсми муниципаль учреждениеšû буласаҡ, әммә район-ара перинаталь үҙәге функцияларын башҡарасаҡ, - ти ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге начальнигы Рауил Шәрипов. - Беҙ күрше Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондары һәм Межгорье ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙарына махсус ярҙам күрһәтеүгә дәүләт заказы алдыҡ.
       Бала табыу йортон заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға республика ҡаҙнаһынан 130 миллион һум аҡса бүленгән, ә дөйөм майҙаны 8000 квадрат метрлыҡ дүрт ҡатлы бина төҙөлөшөнә - 340 миллион һум.
       - Белоретта бала табыу йортон төҙөү күптән кәрәк ине, - ти Рауил Әхнәф улы. - Бала табыу йортоноң иҫке бинаһы заман талаптарына яуап бирмәй. Ҡалала тыуым йылдан-йыл арта. 2008 йылда тыуым һаны үткән йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк. Бындай тенденциялар йылдан-йылға һаҡлана.
       Бынан тыш, ҡалала ҡала поликлиникаһын, Үҙәк район дауаханаһы стационарын, стоматология поликлиникаһын капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса эштәр бара, районда - Уҫманғәле ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә һәм Үрге Әүжән ауылында ауыл участка дауаханаһы реконструкциялана.
       Әйтергә кәрәк, Белорет Үҙәк район дауаханаһы стационары базаһында ҡан тамыры ауырыуҙары менән сирләүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса 30 койкалыҡ бүлексә асыласаҡ. Рауил Шәрипов һүҙҙәренә ҡарағанда, унда ҡалала һәм районда берҙән-бер компьютер-томограф урынлаштырыласаҡ.
       Кадрҙар менән дә проблема юҡ.
       - Йәш белгестәрҙе беҙ торлаҡ менән тәьмин итәбеҙ - үткән йылда ғына табиптар өсөн ете фатир бүленде, - ти Рауил Әхнәф улы. - Ағымдағы йылда ла медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 12 фатир сафҡа индереләсәк.
       Бының өсөн күп фатирлы йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан элекке гинекология биналары үҙгәртеп ҡорола.
       Республика Советының күсмә ултырыштарын баш ҡаланан ситтә үткәреү осраҡлы түгел. Һаулыҡ һаҡлау ултырышын ойоштороусыларға ҡалаларҙан коллегаларына урындарҙа күрһәтерлек уңыштары бар бит.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал