6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Велоспорт

Велосипедта ярышыусылар
13.08.08


       Әлегә рәсәйлеләр Олимпиадала бик үк ҡыуандырмай тиерлек. Спортсыларыбыҙ көмөш һәм бронза миҙалдар ғына яулай алды.
       12 августа Рәсәй спортсыһы Нәзир Манкиев 55 килограмға тиклемге категорияла грек-рим көрәше буйынса ярыш финалында еңеү яуланы. Әлегә беҙҙә беренсе урын берәү генә. Аҙмы? Аҙ.
       Төшөнкөлөккә бирелмәйек, ә иң яҡшыһы дөрөҫөн әйтәйек: миҙалдар - еңелдән бирелмәй, һәм Азия вәкилдәре уны яулау өсөн күпме көс һалғанын үҙҙәре генә белә.
       Әйҙәгеҙ, Өфөнөң "Ағиҙел" мәктәбе вәкилдәре тураһында һөйләшеп алайыҡ, улар ҙа бит миҙалға дәғүә итте, әммә яулай алманы.
       Владимир Гусев шоссела велоспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы лидеры èíå ëœ áèò. Айырым старт менән уҙыш - уның яратҡаны. Әммә... Июль аҙағында Владимирҙы "командала билдәләнгән биохимик күрһәткестәрҙе арттырғаны өсөн" "Астана"нан сығаралар. Ул Олимпиада командаһы составынан алына һәм Пекин Олимпиадаһында ҡатнашыуҙан ситләштерелә.
       Кеше Олимпиадаға шул тиклем тырышып әҙерләнеп тә, ҡаҙаҡтарҙың авантюраһы һәм чиновниктарҙың яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрөргә тырышыуы уны уйынһыҙ ҡалдырҙы, ә беҙҙең команданы - миҙалһыҙ.
       Александр Колобневҡа тағы ла үкенеслерәк булғандыр. Ул Ҡытайға китте, стартҡа сыҡты, күпме тир түкте, финишҡа 50 метрға тиклем беренсе булды, әммә һөҙөмтәлә дүртенсе урынды алды. Миҙалһыҙ ҡалды...
       245 километрға уҙыш үтә лә ауыр, әммә матур үтте. Журналистарҙың (коллегаларым өсөн шатмын) бына тигән материал яҙырға мөмкинлектәре булды.
       Пекинда көндәр эҫе. Иртәнге сәғәт 10-да һауа температураһы 30 градусты күрһәтә ине. Уҙышсылар бер-бер артлы үрҙәр менән ауыр трассала ярыштан сыға башланы. Финишҡа ни бары 90 кеше генә барып етә алды.
       Рәсәйлеләр, башҡалар кеүек, беренсе өҙөклөктө үткәреп ебәрҙе, һәм уны ҙур тырышлыҡ менән генә юҡ итә алды. Бынан һуң уҙыш тыныс барғандай булһа ла (был Олимпиада бит!) , ярыштан сығыу дауам итте.
       Һуңғы әйләнештә барыһы ла хәл ителде. Тын алырлыҡ түгел, эҫе, велосипедта ярышыусылар алты сәғәт дауамында миҙал өсөн көрәште. Меньшов атакаға китте. Тиҙҙән баш төркөм 15 кешегә ҡалды, уға шул уҡ Меньшов һәм Колобнев инде.
       Ынтылыш Меньшовтың һуңғы көсө булды... ул көрәшеүҙе туҡтатты. Анди Шлек (Люксембург) инициативаны эләктереп алып, башҡаларҙы уҙыштан сығырға мәжбүр итте. Һөҙөмтәлә 15 кешенән ни бары 5 уҙышсы ҡалды - Шлек үҙе, Давиде Ребеллин (Италия), Майкл Роджерс (Австралия), Самуэль Санчес (Испания) һәм Александр Колобнев. Аҙаҡ был бишәүҙе артта ҡалған Фабиан Канчеллара (Швейцария) ҡыуып етте.
       Ауыр һынауға Колобнев түҙә алманы. Ул 150 метр ҡала велосипедын баҫҡан килеш ҡыуа башлай, һәм уның артынан башҡалар ҙа шулай итә. Александр 50 метрға тиклем беренсе булып килә, әммә һөҙөмтәлә темпты тота алмай, һәм уны бер юлы өс уҙышсы - Санчес, Ребеллин һәм Канчеллара уҙып китә.
       Александр Колобнев финишҡа дүртенсе булып килә, Владимир Карпец - 19-сы, Денис Меньшов - 60-сы, Сергей Иванов - 78-се, Владимир Ефимкин финишҡа етә алмай. Бында Колобневты ғына éœë뜼 ä³ð³¿ áóëìà¿òûð, ә уның еңеүе өсөн тырышҡан ҡалған уҙышсыларҙың да хәлен à¾ëàðà кәрәктер.
       Бәлки, "Ағиҙел" мәктәбендә кемдеңдер гөнаһтары барҙыр? Бәлки, сиркәүгә барып, гөнаһтарҙан тәүбәгә килеү кәрәктер?
       Киләһе Олимпиадаға тиклем дүрт йыл бар. Унда ла еңелдән булмаясаҡ. Бөтә велосипедсылар ҙа (ирҙәр) еңеү яуларға теләй, ә ике уҙышта ни бары алты ғына миҙал яулана бит. Шулай булғас, "Ағиҙел" мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә тырышырға һәм киләһе ышанысты көтөргә ҡала. Бөйөк Олимпиаданың законы шундай.
       Тамашасыларға еңелерәк - Башҡортостандан бер нисә спортсы миҙал өсөн көрәшәсәк бит.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал