6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Янғын һүндереүселәр мәктәптәрҙе тикшерә
12.08.08


       Беренсе синыфҡа - әммә беренсе тапҡыр түгел. Янғын хеҙмәте белгестәре тарафынан яңы уҡыу йылы алдынан республиканың бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында традицион рейдтар үткәрелә. Сәбәбе аңлашыла - балаларҙың именлеге гарантияланырға тейеш.
       Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Вадим Ғайнанов хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр бөтә ерҙә лә үткәрелә. һәм бындай рейдтар ведомство-ара характерға эйә - мәктәптәрҙә янғын хәүефһеҙлеге предметы ревизияһында ҡатнашыуға, янғын һүндереүселәрҙән тыш, республиканың Мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы вәкилдәре йәлеп ителгән.
       - 2008 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда 2164 янғын сыҡҡан, уларҙан 103 миллион һумлыҡ зыян күрелгән, - ти матбуғат хеҙмәте вәкиле. - Әммә янғын сығыуҙың фажиғәле һөҙөмтәһе - ул кеше ғүмере. Йыл башынан утта 162 кеше, шул иҫәптән 17 бала һәләк булған.
       - Үкенескә ҡаршы, быйыл республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларында ла биш янғын сыҡты, - ти Ғайнанов.
       Мәктәптәрҙә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек хәле Республика йортонда үткән оператив кәңәшмәлә лә тикшерелде. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы етәкселегенән мәктәптәрҙә янғынға юл ҡуймау буйынса мөһим саралар ҡабул итеүҙе талап итте.
       - Республика ҡалаларында һәм райондарында нисә мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттары янғын хәүефһеҙлеге предметына тикшерелгән? Ниндәй етешһеҙлектәр һәм ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған? Уларҙы бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күрелә?
       Был һорауҙар ведомство етәксеһе Марат Мәһәҙиевҡа йүнәлтелде.
       Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә 1421 дөйөм белем биреү учреждениеһы тикшерелгән. Тикшереү йомғаҡтары буйынса дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторҙары тарафынан 1162 күрһәтмә бирелгән, уларҙа 14074 сараны мотлаҡ үтәү тәҡдим ителгән. Бөгөнгө көндә уларҙың 5570-е үтәлгән. 2008 йылда янғын хәүефһеҙлеге нормаларын һәм ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 541 вазифалы кеше, шулай уҡ юридик шәхестәр сифатында 35 учреждение административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
       Тотош 25 учреждениеның һәм айырым 18 бинаның эшмәкәрлеген туҡтатыуға материалдар судҡа ебәрелгән. Шуның 41-е буйынса эшмәкәрлекте туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
       Үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса урындағы үҙидара органдарына һәм прокуратураға 154 мәғлүмәт хаты ебәрелгән. 37 муниципаль районда һәм ҡала округтарында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырыштары үткәрелгән.
       Республиканың 2020 учреждениеһында автоматик янғын сигнализацияһы менән йыһаздандырыу мәсьәләһе хәл ителмәгән. Улар - Благовещен, Дыуан, Тәтешле, Федоровка райондарының бөтә дөйөм белем биреү учреждениелары, Илеш районының 59 учреждениеһы, Ейәнсура районының - 59, Миәкәнең - 55, Баҡалының - 54, Мишкәнең - 52, Шишмә районының 53 учреждениеһы.
       138 учреждение беренсел янғын һүндереү саралары менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәгән. Улар Әлшәй районының 19 мәктәбендә, Өфө районының 18 мәктәбендә, Дәүләкән районының 15 мәктәбендә етешмәй. Республиканың 912 учреждениеһында телефон элемтәһенең булмауы ла янғын һүндереүселәрҙе борсоуға һала.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал