6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Мәктәп яңы уҡыу йылына асыҡ
11.08.08


       Республиканың юғары вазифалы кешеләре, Башҡортостандың бөтә ҡалалары һәм райондарының хакимиәт башлыҡтары, "мәғариф" чиновниктары Дыуан, Мәсетле һәм Балаҡатай райондарында традицион август кәңәшмәһенә йыйылды. Тәүҙә ойоштороусылар ҡунаҡтарға ҡайһы бер социаль һәм белем биреү учреждениеларын күрһәтте. Юғары ҡунаҡтар ауылда заманса мәктәптәр төҙөлөшө киң ҡолас алыуына хайран ҡалды. РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Исаак Калина, Башҡортостан - илдә мәктәптәр төҙөлөшө өлкәһендә иң алдынғы, тип билдәләне.
       Яңы уҡыу йылында мәғариф системаһы алдында ҡатмарлы бурыстар тора. Иң элек, улар тармаҡҡа идара итеүҙең яңы ойоштороу-иҡтисади механизмдарын индереү менән бәйләнгән.
       Беренсеһе белем биреү учреждениеларын норматив йән башына ҡарап финанслауға күсеүгә ҡағыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, был мөһим һәм төп сараларҙың береһе, тип билдәләне. Әммә ашыҡмай, төплө хәл итергә кәрәк.
       Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә йән башына ҡарап финанслауға күскәндәр ҙә инде, ләкин ул бөтә ерҙә лә ыңғай һөҙөмтә бирмәгән. Шуға күрә Башҡортостанда яңы механизмға этаплап күсәсәктәр. Хөкүмәт аҙ комплектлы мәктәптәр исемлеген билдәләгән. Улар 668. Уларҙың барыһы ла, уҡыусыларҙың иҫәбенә ҡарамаҫтан, фактик сығым буйынса финансланасаҡ.
       Йәштәр алдында һөнәрҙең абруйы, иң элек, уға нисек түләнеүе, ниндәй тормош сифаты гарантиялауы менән билдәләнә. Республикала мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең көнкүрешен яҡшыртыу өсөн күп эшләнһә лә, уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең уртаса эш хаҡы бик түбән әле. 3,5 мең һум эш хаҡына ниндәй педагог йәки тәрбиәсе теләп эшкә килһен инде. Шуға күрә икенсе мөһим аҙым булып хеҙмәткә түләүҙең яңы тармаҡ системаһына күсеү торасаҡ.
       Тормошҡа ашырыласаҡ системалы сараларҙың өсөнсөһө - белем биреү учреждениелары селтәрен оптималләштереү - норматив финанслауҙы һәм хеҙмәткә түләүҙең яңы системаһын индереү менән тығыҙ бәйләнгән.
       Ил етәкселеге 2010 йылға заманса шарттарҙа белем алыусы балалар һанын 70 процентҡа еткереү бурысы ҡуйҙы.
       Компьютер кластары һәм яҡшы йыһазландырылған лабораториялар, сифатлы ашатыу - былар балалар уҡырға тейешле заманса шарттар. Республикала проблемалы мәктәптәрҙең күбеһе ауыл ерендә, шуға күрә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә мәктәптәрҙә заманса шарттар булдырыу, уларҙы уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырыу һәм, иң мөһиме, тейешле квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү мөмкин түгел.
       Бындай шарттарҙа республиканың мәғариф министрлығы яҡындағы ауылдарҙан балалар йөрөп уҡыған айырым, база мәктәптәренә адреслы ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте. Кешеләр аҙ йәшәгән ауылдарҙа башланғыс мәктәптәрҙе мөмкин тиклем һаҡлап алып ҡалырға һәм ауыл ерендә мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтерергә кәрәк.
       Республика Президенты берҙәм дәүләт имтиханын һәм илдә уҡыусыларҙың белемен бойондороҡһоҙ "объектив" баһалау системаһын булдырырға маташыуҙы ҡырҡа тәнҡитләне. Уҡыусы сығарылыш имтиханы формаһын - традиционмы әллә БДИ формаһындамы - үҙе һайларға тейеш, тине республика башлығы.
       Президент форумда күтәргән тағы бер мәсьәлә илдәге яңы белем биреү стандарттарына ҡағылды. Улар милли республикаларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмай. Һәм хәҙер мәктәптәрҙә туған тел һәм әҙәбиәтте, тыуған яҡ тарихын өйрәнеү шик аҫтына ҡуйыла. Мортаза Рәхимовтың фекеренсә, төбәк компоненты мотлаҡ аяҡҡа баҫтырылырға тейеш.
       Форумда юғары һәм урта профессиональ белем биреү сифаты тураһында ла етди телгә алынды. Бында ла һорауҙар бар. Иң мөһимдәренең береһе - дәүләт булмаған юғары уҡыу йорттарының күбәйеүе, улар талап ителмәгән, ә иң мөһиме, булдыҡһыҙ белгестәр әҙерләп сығара. Бөгөнгө көндә юристар, менеджерҙар, экономистар быуа быуырлыҡ, ә шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында эшсе ҡулдар етешмәй. РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Исаак Калина бының менән тулыһынса килешә. Айырым алғанда, ул, илдә белгестәр әҙерләү мәсьәләһенә ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, тине. Һәр мәктәптә оҫтаханалар булырға тейеш, тип айырым билдәләне Калина.
       Ҡыҫҡаһы, белем һәм тәрбиә тураһында һөйләшеү ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Хәҙер иң мөһиме, бөтә яңылыҡтарҙы ҡағыҙҙа ғына ҡалдырмай, мотлаҡ тормошҡа ашырыу.
       Ә Хәйбулла, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарына еңдәрен һыҙғана башларға кәрәк булыр, сөнки республика август кәңәшмәһе-2009-ҙы үткәреү урыны итеп тап уларҙы һайларға ҡарар ителде.

Эльмира Сабирова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал