6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Физик тәрбиә

"Аҡбуҙат"та - спорт байрамы
08.08.08


       08.08.08. Был ниндәй һандар теҙмәһе? Тотош нулдәр ҙә һигеҙҙәр... Был 2008 йылдың 8 авгусы тигәнде аңлата. Был көндө бихисап йәштәр ғаилә ҡора, улар был көндөң бәхет килтерәсәгенә ышана. Бер ҡатлылар! Ғаилә бœхетен һигеҙ һандары түгел, ә мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, саф күңеллелек килтерә бит.
       Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә, "Аҡбуҙат" ипподромында егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында был үҙ-ара аңлашыусанлыҡтың иҫәбе-хисәбе юҡ ине. Һауа торошоноң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар үҙҙәренең яратҡан спорт уйындарында уйнаусы егеттәре, дуҫтары һәм курсташтары өсөн "көйөргә" килгән. Меҫкенкәйҙәр, ҡалтырап баҫып торалар, әммә уйнаусыларға дәрт бирәләр.
       Кемгәлер, әлбиттә, ҡыҙыҡ булды - ни өсөн был спортсы-егеттәр бөгөн "Аҡбуҙат"ҡа йыйылған? Эш шунда, бында Пекинда асыласаҡ XXIX йәйге Олимпия уйындарына, шулай уҡ Физкультурниктар көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы спорт тармағының 85 йыллығына арналған спорт байрамы үткәрелә.
       Бөтәһе лә пляж футболы, пляж волейболы, стритбол (урам баскетболы), көрәш буйынса ярыштарҙан башланды.
       "Аҡбуҙат" ипподромына етәрәк рэп ишетелә. Ошонда уҡ асфальтта бер дүңгәләктә Милли баскетбол ассоциацияһында уйнаған оҙон буйлы егеттәр пәйҙә булды. Һәр командала дүртәр кеше.
       Ипподромдың тышҡы әйләнешендә, бында бысҡы вағы менән ҡом буталған, пляж волейболы уйнайҙар. Оҙон аяҡлы ҡыҙҙар, һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, форма һаҡлайҙар, ҡайҙа аяҡтары асыҡ - уларға, күрәһең, тамашасыларҙың ҡарашын йыйыу оҡшайҙыр.
       Ветерандар араһында волейбол буйынса донъя чемпионы Радик Кәримовты осратабыҙ һәм Олимпиадала беҙҙең йыйылма команданың сығыштарын күҙаллауын һорайбыҙ.
       - Уйлауымса, беҙҙең ҡыҙҙар фавориттар араһында, - ти тәжрибәле спортсы һәм яңы башлап тотоноусы телекомментатор. - Ҡыҙҙар беренсе йәки өсөнсө урынды алырға тейеш. Ә ирҙәрҙә барыһы ла ҡараңғылыҡ пәрҙәһе менән ҡапланған. Шулай булғас, бында алдан әйтеүе ҡыйын.
       "Пляж" футболсылары эстә йүгереү түңәрәгендә уйнай. 32 команда Олимпия схемаһы буйынса еңеү өсөн көрәшә - еңелгән команда сыға.
       Бында ҡом еүеш, туптың ҡапыл ҡаҡлығыуына ҡарамаҫтан, уйнап була. Турнирҙа футбол уйнаусы, таныш көйөрмән һәм футбол буйынса БР чемпионаты судъяһы Евгений Тищенко ойоҡбашта йүгерә.
       - Нигә сисмәйһең - бәшмәк ауырыуы эләктерермен тип ҡурҡаһыңмы? - тип һорайым унан.
       - Юҡ, һалҡын бит, - ти ул.
       Илдус Биглов "Аҡбуҙат" турнирында баш судъя ролен башҡара.
       - Олимпиадала футбол турнирын ҡарайһығыҙмы?
       - Фрагменттарын.
       - Кемдәр, һеҙҙеңсә, унда фавориттар?
       - Һәр ваҡыттағыса, Бразилия, Аргентина, Италия...
       Байрамда һәүәҫкәр ярыштарҙан һуң спорттың төрлө т³рҙәре буйынса күрһәтмә сығыштар була. Олимпия уйындарын тантаналы асыу алдынан ат ярыштары планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал