6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ҡорамаларҙан йыйылған матурлыҡ
17.03.04


       "Урал" халыҡ ижады галереяһында Өфөнөң "Өмөт" тип исемлә нгән ҡорамаларҙан тегеү буйынса халыҡ клубыныңкүргәҙмәһе асы лды.
       Ҡалала билдәле булған оҫтабикә Маргарита Константиновна
       Жмурҙың етәкселегендә был клуб 2000 йылда эшләй башлай. Күп тән түгел етәкселек эше Башҡорт дәүләт педагогия институтыны ң художество - графика факультеты уҡытыусыһы Ольга Юрьевна С уткевич ҡулына күсте. Әлеге ваҡытта клубта ун биш оҫтабикә и ҫәпләнә. Уларҙың йәштәре лә, төп һөнәрҙәре лә төрлө, әммә ул арҙы маутрлыҡҡа һөйөү һәм эш яратыу берләштерә. Ҡорамалар ме нән эш итеү боронғоларҙан ҡалған һөнәр. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар э лек туҡыма киҫәктәренән эшләнгән юрғандарҙы күргәҙмәләргә сы ғарыу өсөн эшләмәгән. Иҫкергән әйберҙәрҙе ташламаҫ өсөн, ула р төрлө төҫтәге киҫәктәрҙе, йыш ҡына биҙәктәр яһамай ғына, ҡ ушып тегеп, өр-яңы әйбер килтереп сығарғандар.
       Бөгөн килеп, ҡорамалар, юрғандар тегеү сәнғәт кимәленә к үтәрелгән тиергә була. Ҡул эштәрен күрһәтеү өсөн күргәҙмәләр , конкурстар, фестивалдәр үткәрелә. Беҙҙең илдә бындай үҙенс әлекле бәйгеләр Иваново ҡалаһында үткәрелә. Унда Өфө оҫтаби кәләре ҡатнашҡаны ла бар. Валентина Ивановна Кузнецова 2001 йылда тар ғына киҫәктәрҙән картиналар эшләүҙең яңы техноло гияһын төҙөгән өсөн махсус диплом менән бүләкләнә. "Урал" га лереяһында уның эштәре менән һоҡланырға була. Уның туҡыма а ппликациялары менән эшләнгән эштәрендә төҫтәр гаммаһының киң
       мөмкинлектәрен файҙалана, ә фактуралар "уйыны" ғәжәйеп ауаз дашлыҡ тыуҙыра. Уның эштәренең һәр береһенән хис - тойғо бөр көлөп тра, улар авторҙың уй - фекерен, доньяға ҡарашын сағыл дыра, йәшәйеш матурлығына һоҡланыуы һиҙемләнә.
       Клара Незамутдинова, Галина Овсянникова, Ольга Маркова э штәре тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаясаҡ. Уларҙың коллетив э штәре лә хуш китерлек. "Масленица" тип исмеләнгән туҡымала һ әр бер ҡоймаҡ хужабикәнең теләгенә ҡарап "бешерелгән". Оҫтаб икәләр өйҙә эшләһәләр ҙә, айына ике тапҡыр осрашып торалар.

Алевтина Бугайчук.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал