6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Графала һыҙыҡ булырмы?
06.08.08


       Һыуыҡтар башланыуына иң шатланғаны, бәлки, ҡотҡарыусыларҙыр. Һәр хәлдә, хәҙер үҙенең дәртен һыуҙа һыуытырға теләүселәр күп түгел. Тимәк, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көн һайын биргән мәғлүмәттәрҙә, "һыуҙа батып үлеүселәр һаны" графаһында, хәҙергә һыҙыҡ ҡуйыласаҡ.
       Шул уҡ ваҡытта хәл көсөргәнешле ҡала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан республиканың һыу объекттарында 161 кеше һәләк булған. Һыуға, башлыса, ир-аттар бата - ағымдағы йылда 135 ир-ат һыуға батҡан. Һыуға батыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар (19) һәм 14 йәшкә тиклемле ете бала бар.
       - Кешеләр һыуҙа һаҡсыл булмау арҡаһында бәхетһеҙлеккә осрай, - ти Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының аҙ һыйышлы суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы бүлеге начальнигы урынбаҫары Рафаил Ғәниев. - Һәм нигеҙҙә - иҫерек хәлдә. Дөрөҫөн әйтәм - һыуға батыусыларҙың яртыһы тиерлек һыу һәм "йәшел йылан"дың ҡорбаны булды.
       Әлбиттә, һыуҙа төрлө хәлдәр була. БР Авария-ҡотҡарыусылар хеҙмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса белгесе Любовь Наумова һүҙҙәренә ҡарағанда, Дүртөйлө районында ҡотҡарыусылар иҫерек ирҙе бакендан (һыуҙа һай йәки хәүефле урындарҙы күрһәтеп йөҙөп йөрөмәле билдә) ала. Күрәһең иҫерек иргә диңгеҙ тубыҡтан булғандыр, ул һыу ағымы менән көрәшә торғас, бата башлай. Бәхетенә күрә бакен эргәһендә булып сыҡҡан. Иҫерек ир ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем бакенға тотоноп торған.
       - Ауыл ерендә һыуға батыусылар һаны күп,- ти Рафаил Фәрит улы. - Һыуға батыусыларҙың 80 проценты - район халҡы.
       Иң ҡурҡынысы - балаларҙың һәләк булыуы. Бында, һис шикһеҙ, өлкәндәрҙең ғәйебе - күҙҙән ысҡындыралар. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Әмин ауылында дүрт йәшлек ҡыҙыҡай Һаҡмар йылғаһы күперендә тиҫтерҙәре менән уйнаған осорҙа һыуға бата.
       - Балалар күперҙә уйнаған, уны күпер тип әйтеп тә булмай - йылға аша һалынған ике таҡта, - тип һүҙен дауам итә Любовь Наумова. - Ҡыҙҙарҙың береһе тайпылып китә һәм һыуға ҡолай, ә уның әхирәттәре ҡурҡыуға ҡалып, ҡасалар. Баланы эҙләй башлайҙар, әммә һуң була.
       Дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһен йылға ағымы буйынса утыҙ метрҙан түбән ерҙә табалар...
       Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре пляж миҙгеле алдынàн ғәйәт ҙур пропагандалау эше алып барыуына ҡарамаҫтан, ғүмер буйы "бәлки"гә өмөтләнеп өйрәнгән граждандарыбыҙ, ҡотҡарыусыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға ашыҡмай. "Был урында һыу инеү тыйыла" тигән яҙыуҙы ла инҡар итәбеҙ бит. Әммә статистика күрһәтеүенсә, тап тыйылған урындарҙа 160 кеше һыуға батҡан.
       "Республикала 200 пляж бар. 2008 йылда шуның 57-һенә асыуғà рөхсәт бирелде, - ти Рафаил Ғәниев. - Ҡалғандары техник йыһазландырыу буйынса талаптарға яуап бирмәй".
       - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса маҡсатлы республика программаһын (2009-2012 йылдарға) булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны, - ти Рафаил Ғәниев. - Беҙҙең инициатива республика Хөкүмәте кимәлендә хупланды, һәм беҙ уны ғәмәлгә ашыра алырбыҙ, тип ышанам.
       Ә хәҙергә ҡотҡарыусыларҙың аҙыраҡ тын алыу мәле. Тик был мәл оҙаҡҡа барырмы, синоптиктар, алдағы көндәрҙә һауа температураһы 30 градусҡа тиклем күтәреләсәк, ти.
       Мин хеҙмәт белгестәре урынында булһам, халыҡ һынамыштарына таяныр инем. Илья көнө үтте. "Ир-ат Илья көнөнә тиклем һыу инә, ә Илья көнөндә йылға менән һау буллаша", тиҙәр бит. Ахырҙа, халыҡ һынамыштары буйынса, 2 августан һуң һыу инеү хәүефле - унда шайтандар хакимлыҡ итә.

Анастасия Алексеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал