6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

Ағас һандыҡ йәки модалы рюкзакмы?
05.08.08


       Минең олатайым, ул ғүмер буйы Белорет педагогия училищеһы директоры булып эшләне, үҙенең бала сағынан бер сәйер тарих һөйләне.
       Ул, ете йәшлек малай, мәктәпкә барырға тейеш булғас, атаһы-балта оҫтаһы уға дәреслектәр һәм дәфтәрҙәр һалыу өсөн ағас һандыҡ яһап биргән. Шуны әйтергә кәрәк, был 20-се йылдарҙа була, ә ул ваҡытта балаларҙың мәктәп кәрәк-яраҡтары етешмәгән (ә ауыл ерендә - күптән).
       Ҡала мәктәбенә уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре киндер сумка (әсәйҙәре тырышҡан), кемдер ябай ғына кескәй тоҡ менән, ә ҡай берәүҙәр бер нәмәһеҙ килгән. Шулай итеп йәш Саша, атаһының балта оҫтаһы булыуы арҡаһында, ауылда иң шәп "ранецҡа" эйә булған.
       - Оҙаҡҡа сыҙаһын, - тигән атаһы, ағастан яһалған ҡумтаны тапшырып, өҫтәүенә, уға тимер йоҙаҡ эленгән булған.
       Шулай килеп сыҡты - һуңғараҡ, бер-ике йыл эсендә киндерҙән тегелгән сумкалар тишелеп тә сыҡты. Ә Сашаның ағас һандығына бер ниҙә булманы.
       - Мин һандығым менән ғорурлана инем, - тип һөйләíå олатайым, - һәм балта оҫтаһының был сәнғәт әҫәре менән синыфташтарҙың береһенә "тондороп та алдым" óë. Ә ул шул тиклем ауыр ине - башҡа һыймаҫлыҡ! Дәреслектәр менән дәфтәрҙәргә ҡарағанда ла ауырыраҡ ине. Ә мин төшөнкөлөккә бирелмәнем, һәм был һандыҡ менән һәр көн һигеҙ километр юл үтә инем - ә икенсе ҡулбашта бау менән бәйләнгән итектәрҙе йөрөттөм.
       Бәлки, хәҙерге уҡыусыға был хикәйә мәҙәк тә күренер. Мәктәп итектәре, ағас һандыҡ... Ниндәй боронғо заман! Ниндәй генә магазинға кермә - тәбиғи күндән рюкзактар, портфелдәр, сумкалар, ранецтар, аяҡ кейеме өсөн махсус пакеттар... Йәнең нœмә теләй - һайла!
       Дөрөҫ, быларҙың барыһы ла күп аҡса талап итә. Ә портфель эсендәге дәреслектәр (икәү-өсәү генә түгел, ә унлап-егермеләп!) булырға тейеш бит әле, дәреслектәргә - дәфтәрҙәр, дәфтәрҙәргә - тышлыҡтар... Шуға күрә, мәктәпкә балаларын әҙерләүсе ата-әсәләрҙең хәле, егерменсе йылдар булыуына ҡарамаҫтан, күпкә үҙгәрмәгәндер.
       Беҙ һеҙҙең иғтибарығыҙҙы канцелярия тауарҙары хаҡтарына йүнәлтергә булдыҡ. "БАШвестЪ" хәбәрсеһе баш ҡаланың төп сауҙа нөктәләрендә булды һәм мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡайҙа осһоҙға һатып алыу мөмкинлеген билдәләне.
       Шулай итеп, мәктәп тауарҙары күргәҙмәһе - бында бөтә кәрәкле мәктәп әйберҙәре бар, хаҡтары ла артыҡ ҡиммәт түгел. Бында пеналды (эсе буш) 40 һумға һатып алып була, ә тултырылған пеналды - 170-кә. Гель ручкаларƒû¾ йыйылмаһы ете һум тора, ябай ҡәләмдәр - 12. Ә төҫлө ҡәләмдәрҙең хаҡы ҡиммәтерәк - алты төҫтәге йыйылмаға 17 һум самаһы һорайҙар.
       - Беҙҙә дәфтәрҙәр хаҡы осһоҙ, башҡаларҙы эҙләп тә тормағыҙ! - ти һатыусы. - Рәхим итегеҙ, - ун ике битлек дәфтәрҙең хаҡы - 1,8 һум, 18 битлек - 2,3 һум, 24 битлек - 4 һум!
       Фломастерҙар тураһында, бәлки, айырым һөйләргә кәрәктер. Күргәҙмәлә уларҙың хаҡы 23 һум тора - 24 төҫтән торған йыйылма өсөн был сумма, килешегеҙ, ҙур түгел. Һатыусынан һораша торғас, ыңғай яуап алдым-алыуын, һәм үҙемә бер йыйылма ла һатып алдым... Һәм һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Фломастерҙарҙың ҡайһы бер төҫтәре элекке кеүек сағыу төшөрмәүе асыҡланды.
       Мәктәп формаһы ата-әсәләрҙең сығымдары исемлегендә айырым графала тора. Беҙ был турала ла онотманыҡ һәм күргәҙмәлә мәктәп формаһы бүлегенә күҙ һалдыҡ. Малайҙарға килгәндә, улар өсөн тегелгән костюмдар ҡиммәт түгел - пиджак менән салбарҙың хаҡы 1150 һумдан 1950 һумға тиклем тора. Был иң түбән хаҡтар - магазиндарҙа бындай костюмдарҙы 2-4 мең һумға һаталар.
       Ә бына ҡыҙҙар өсөн кейемдәр менән бар аҙ ҡатмарлыраҡ. Сарафан 790 һум тора, алъяпҡыс - 450, юбка - 400, салбарҙар - 470, шулай уҡ манжеттар һәм яғалар - 85 һум. Былар барыһы ла, һеҙҙең белеүегеҙсә, демократик күргәҙмә хаҡтары.
       Мәктәп уҡыусылары өсөн аяҡ кейеме һатып алыу ҙа ҙур сығымдар талап итә. Әйҙәгеҙ, балалар тауарҙары магазинына күҙ һалайыҡ. Эйе, бында аяҡ кейемен осһоҙ тип әйтеп булмай - ҡыҙҙар өсөн 630-700 һумлыҡ туфлиҙар тәҡдим итәләр, ә малайҙар өсөн - 980-1200. Баҙарҙа быларҙы осһоҙға алып була, әммә улар күпмегә сыҙар? Күргәҙмәлә балалар аяҡ кейеме ниңәлер һатылмай.
       Ә хәҙер балалар донъяһы канцелярия тауарҙары бүлегенә йүнәләбеҙ. Бындағы кәштәләр мәктәп кәрәк-яраҡтарынан һығылып тора. Тауарҙар ассортименты ҙур, уларҙың хаҡтары ла күргәҙмә хаҡтарынан артыҡ айырылмай.
       Алмаш аяҡ кейеме өсөн пакет тураһында ла бер нисә һүҙ. Бында ябай полиэтилен пакет менән генә булмай, шуға күрә беренсе синыф уҡыусылары өсөн сағыу һүрәтле махсус туҡыма тоҡтар һатыла, уларға 90 һумдан алып 180-гә тиклем хаҡ һорайҙар.
       Шулай итеп, әгәр һеҙ "оҙаҡ файҙаланыуға" тауар һатып алырға теләһәгеҙ, иң яҡшыһы - магазиндан һатып алыу, ә һәр төрлө канцелярия тауарҙарын - ҡайҙа осрай - шунда. Әгәр дөйөм сумманы һанаһаҡ, көтөлгәнсә, 5,5 мең һумдан алып һигеҙ меңгә тиклем тәшкил итәсәк. Баланы яңы уҡыу йылына әҙерләүе ҙур шатлыҡ бит ул! Ә беҙ, үҙ яғыбыҙҙан, уңыштар теләйбеҙ!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал